Күгиҙел

Күгиҙел (рус. Кугидель) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 538 кеше. Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810007.

Ауыл
Күгиҙел
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 810 007

ОКТМО коды

80 606 410 121

Күгиҙел (Рәсәй)
Күгиҙел
Күгиҙел
Күгиҙел (Башҡортостан Республикаһы)
Күгиҙел

Исеменең килеп сығышы

Ауылға халыҡ һорауы буйынса яҡын тирәлә аҡҡан Күгиҙел йылғаһы (Һаҡмар йылғаһының һул ҡушылдығы, күк һәм иҙел һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән) исеме бирелгән.

Географик урыны

Суҡҡарағас тау йылғаһы буйында, Ирәндек һыртының битләүендә урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 75 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Билал): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 98 км

Тарихы

Тораҡ пункты 1929 йылда «Һәүәнәк ит совхозының» малсылыҡ фермаһы ойошторолоу сәбәпле барлыҡҡа килә. Тәүге осор ул «Һәүәнәк совхозының ферма ҡасабаһы» тип йөрөтөлгән. Һуңыраҡ Комсомол ауылы тип исемләнә башлаған, сөнки тәүге нигеҙ һалыусылар һәм төпләнеүселәр башлыса 1920—1930-сы йылдарҙағы комсомолдар һәм йәштәр була. Шулай уҡ 1-се бүлексә, Билал точкаһы исемдәре аҫтында билдәле.

1990-сы йылдарҙың аҙаҡтарында, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, ауылдың исеме яҡында аҡҡан йылға исеменән Күгиҙел тип үҙгәртелә.

2007 йылдың 10 сентябренә тиклем рәсми исеме Һәүәнәк совхозы фермаһы.

Бөгөнгө көнө

Ауылда балалар баҡсаһы, ауыл клубы, китапхана, мәсет бар. Мәктәп уҡыусылары Билал ауылы мәктәбендә уҡыйҙар, уларҙы автобус менән йөрөтәләр. Шулай уҡ Билал фельдшер-акушерлыҡ пункты ла Күгиҙел ауылы халҡын хеҙмәтләндерә.

Билал ауылы мәҙәниәт йорто халыҡ араһында ҙур эш башҡара. Төрлө акциялар, байрамдар үткәрелә. «Осҡон» халыҡ бейеү ансамбле, «Ынйылар» фольклор ансамбле ойошторолған. Ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләп килә. Күгиҙел ағинәйҙәре (етәксеһе Сания Манапова) өсөн махсус бүлмә бүленгән, улар ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында төрлө саралар үткәрә. Күгиҙел ауылы 2021 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашты, уның сиктәрендә бик күп файҙалы саралар, байрамдар үткәрелде, шулар иҫәбендә ҡаҙ өмәһе.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 92
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 459
1999 йыл 12 ғинуар 571
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 411 218 193 53,0 47,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

    1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
    1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылда башлыса бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй. Ҡыпсаҡ, тамъян ырыуына ҡарағандар ҙа бар. Аралар: тарамыштар, торналар, игәүҙәр, ҡара ҡурғаштар

Топонимдары

— Күгиҙел ауылы янында боронғо ҡала-ҡәлғә ‒ Ханҡала (Һаңғала) урынлышҡан;
— Суҡҡарағас йылғаһы;
— Күгиҙел йылғаһы;
— Ҡыҙылъяр йылғаһы;
— Мунсаҡ, Муллатау, Сейәлетау, Һанҡала, Йәрмәк, Һаҡтау, Аҡтүш, Сыбарат, Йәрмәт тауҙары;
— Суҡҡарағас ташы, Ҡоҙғонташ, Тарыуҙыташ (Дарыуташ), Тағанташ ҡаялары;
— Матурҡай шишмәһе;
— Ғәйзән ҡотоғо;
— Бабай һаҙы;
— Вәлимә баҫҡан;
— Ҡыҙыҡай түбәһе;
— Моңдо ҡотоҡ;
— Аҙнабикә ташы; Оһҡон ташы;
— Фельдшер кисеүе, Оло кисеү, Батырхан кисеүе;
— Ҡарағай һаҙ, Иштимер аҙашҡан урмандары;
— Шаҙағай юлы, Мәмелә юлы, Сәкәнтау юлы;
— Аҡҡуян буйы, Стан буйы, Матурҡай буйы, 33 (гектарына ҡарап ҡушылған), Ҡымыҙный, Ханҡала буйы, Вәлимә баҫҡан, Ханҡала аҫты, Мунсаҡ арты, 75 сабынлыҡ-бесәнлектәр;
— Большевиктар соҡоро (зыярат);
— Биреле һаҙ, Япар һаҙ.

Урамдары

  • Ирәндек урамы (рус. Ирандык улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Мунсаҡ урамы (рус.  Мунсак улица)
  • Суҡҡарағас урамы (рус.  Суккарагас улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная улица)

Ауылдың билдәле шәхестәре

  • Яныбаев Рәдиф — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы
  • Рәфис Сирусин — йырсы, «Юлдаш йыры» республика асыҡ конкурсы еңеүсеһе
  • Алмас Сирусин — йырсы.

Видеояҙмалар

Күгиҙел ауылы артистары башҡарыуында "Азамат"бейеүе

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылынан 76 йәшлек Баһауитдинова Рәшиҙә Йәмлиха ҡыҙы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

Күгиҙел Исеменең килеп сығышыКүгиҙел Географик урыныКүгиҙел ТарихыКүгиҙел Бөгөнгө көнөКүгиҙел Халыҡ һаныКүгиҙел ТопонимдарыКүгиҙел УрамдарыКүгиҙел ВидеояҙмаларКүгиҙел ИҫкәрмәләрКүгиҙел ӘҙәбиәтКүгиҙел2009Баймаҡ районыБашҡортостанОКАТОРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ХолокостУкраиналағы аслыҡ (1932—1933)Ғабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-СәғүдНачальничевскаяШына яҙыуРәсәйҙең дәүләт символдарыТуберкулёзАҠШ долларыҠотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улыЕнси актГонконгҺабансы (Ауырғазы районы)ФлоридаWindowsАхыры заманГрек алфавитыИсҡужина Миңзифа Усман ҡыҙыМайкл ДжексонУрта быуаттарШотландияҠатын-ҡыҙКоммунизмСүплекФәхретдинов Иршат Юнир улыПермь крайыБарбу НатальяАҡбаш (Дымка ҡушылдығы)Испан теле4 декабрьБөйөк Владимир кенәзлегеВезувийТарихи БашҡортостанХордалыларЧапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университетыПугачёв районыМария ТерезияБрюс Ли1996 йылМөхәббәтҺөйрәлеүселәрЭякуляцияСөнниҙәрГорелова Наталья Борисовна1705 йылЗеленский Владимир АлександровичЛогарифмЛипецк өлкәһеМәҙинәМөхәммәт ҒәбдүТәрәүихВикипедияЭлизия (тел белеме)Наполеон IҠояшТашкентСтатистикаМәскәү ҡунаҡханаһы (Сербия)СулавесиТуйТалибанШвейцарияла исламЧикагоИсландияКобальтQR-кодҒосман империяһыМәҙрәсәБенджамин ФранклинБелемОдри Хепбёрн🡆 More