Баймаҡ: Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы ҡала

Баймаҡ — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Баймаҡ районының административ үҙәге.

Ҡала Ирәндек армытында, Көньяҡ Урал тауы битендә, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан.

Баймаҡ
Баймаҡ
Герб
Баймаҡ: Тарихы, Халҡы, Сәнәғәт ойошмалары
Нигеҙләү датаһы 1840
Рәсем
Рәсми атамаһы Баймаҡ
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт Баймаҡ: Тарихы, Халҡы, Сәнәғәт ойошмалары Рәсәй
Административ үҙәге Баймаҡ районы
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ ҡала биләмәһе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 17 254 кеше (1 ғинуар 2019)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 500 метр
Майҙан 215 км²
Почта индексы 453630
Рәсми сайт gpbaimak.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1850
Урындағы телефон коды 34751
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Баймаке[d]
Баймаҡ: Тарихы, Халҡы, Сәнәғәт ойошмалары Баймаҡ Викимилектә

Тарихы

Баймаҡ: Тарихы, Халҡы, Сәнәғәт ойошмалары 
Баймак (2014)

Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Кананиколь һәм Преображен баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы прииск хужалары була.

Таналыҡ-Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән-Таналыҡ волосының үҙәге була. 1917 йылдың 7 ноябрендә Эшсе депутаттар Советы һәм ревком һайлана, уның рәйесе итеп Леонид Азанов тәғәйенләнә.

1928 йылда Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ә 1938 йылдың 15 ноябрендә ул ҡала итеп иғлан ителә, 1992 йылда иһә «республика әһәмиәтендәге ҡала» статусын ала.

Башҡортостан Президентының 1994 йылдың мартындағы указы нигеҙендә ҡала һәм район дөйөм территориаль-административ берәмек булып иҫәпләнә.

Халҡы

Баймаҡ: Тарихы, Халҡы, Сәнәғәт ойошмалары 
Ҡала мәсете

Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең төп өлөшө — башҡорттар.

Демографик торғонлоҡ — ҡала һәм райондың көнүҙәк мәсьәләһе булып тора. Был халыҡтың күрше район һәм ҡалаларға күсеп китеүе менән бәйле.

Халыҡ иҫәбе
193119391944194519461947
610013 90021 00019 60019 90020 200
195919701979198919921996
11 33512 46713 45315 97616 80017 500
199820002001200220032005
17 50017 10016 90017 22317 20017 100
200620072008200920102011
16 90016 80016 93217 06917 71017 700
20122013201420152016
17 60817 53417 49217 46017 463

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 13935 6929 7006
1959 йыл 15 ғинуар 11343 5307 6036
1970 йыл 15 ғинуар 12501 5866 6635
1979 йыл 17 ғинуар 12836 5956 6880
1989 йыл 12 ғинуар 15790 7429 8361
2002 йыл 9 октябрь 17223 8032 9191
2010 йыл 14 октябрь 17710 8339 9371

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

    1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
    1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Сәнәғәт ойошмалары

  1. Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ААЙ
  2. Башкомбикорм ААЙ
  3. Башптицепром ААЙ
  4. Баймаҡ күсмә механизацияланған колоннаһы

Һөнәри белем биреү учреждениелары

  1. 105-се һөнәри училище
  2. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы
  3. Өфө йылылыҡ-энергетика техникумының Баймаҡ филиалы

Мәктәптәре

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Баймаҡ ТарихыБаймаҡ ХалҡыБаймаҡ Сәнәғәт ойошмаларыБаймаҡ Һөнәри белем биреү учреждениеларыБаймаҡ МәктәптәреБаймаҡ Билдәле шәхестәреБаймаҡ ИҫкәрмәләрБаймаҡ ҺылтанмаларБаймаҡАзияБаймаҡ районыБашҡортостанЕвропаИрәндекКөньяҡ Урал

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЙомаБаш битХалыҡ-ара валюта фондыФәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙыИслам1732 йылДжордано БруноАҙанғол (Мәсетле районы)26 майАнтарктидаБашҡорт алфавиты112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыГренландияБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреКорея РеспубликаһыБронза быуатыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүИзраильЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыЭлектроникаГеографик координаталарҺыуМамыҡ ҡанатлыларФранц Петер ШубертАпрель (Алағарай)Назаров Рәшит Сәйетбаттал улыТау эшеЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыФутболМонгол империяһы2020 йылТанзанияҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрРостов АренаБөйөк Ватан һуғышыДиалектЯлан кантоныХәйбулла районыW3CМәҙрәсәSkypeИсмәғилев Заһир Ғариф улыГалилео ГалилейLinuxБиблияЕкатерина IIКүсемһеҙ мөлкәтИмам майҙаныҠораллы КөстәрКәкүк (мифологияла)БәйләүесОло ӘбешТөҙөлөшӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыХристианлыҡЭль-НиньоЛос-АнджелесКәбиров Артур Зиннур улы17 сентябрьЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙы24 майБейсбол🡆 More