Йылға Или

Или́ (ҡыт.

Или
ҡыт. 伊犁河, уйг. Или, ҡаҙ. Іле
Йылға Или
Характеристика
Оҙонлоғо 1439 км
Һыу сығымы 329−470 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Күнгес менән Текес
 · Урынлашыуы Тянь-Шань
 · Бейеклеге 794 м
 · Координаталар HGЯO
Тамағы Балхаш
 · Бейеклеге 341 м
 · Координаталар HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Балхаш

Ҡытай Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы
Ҡаҙаҡстан Алматы өлкәһе
Или (йылға) (Ҡаҙағстан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Или Викимилектә

Оҙонлоғо 1439 км, шуларҙың 815 км (56,6 %) Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһенә тура килә, шуға күрә был өлкәлә иң ҙур йылға һәм илдең иң ҙур йылғаларының береһе һанала. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 140 000 км².

Йылға тамағындағы ағым йылына 12,3 км² тип баһалана (1970-се йылдарҙа Ҙур совет энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса йылына яҡынса 23 км² булған). Балхашдың көнбайыш өлөшөнә ҡойған Или йылғаһы күлгә килгән һыуҙың дөйөм ағымының 73-80 процентын бирә һәм уның көнбайыш өлөшөн ныҡ сөсөләндерә.

Ҡаҙағстандың дәүләт сигендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 395 м²/с, Ҡапшағай һыуһаҡлағысынан 37 км түбәндәрәк — 470 м²/с, Үсжарма ауылы янында — 468 м²/с, йылға тамағында — 329 м²/с.

Географияһы

Йылға Или 

Йылға Ҡытайҙа Үҙәк Тянь-Шанда баш ала. Йылға башы булып Күнгес һәм Текес йылғалары ҡушылған ер һанала. Сығанағы диңгеҙ кимәленән 794 м бейеклектә урынлашҡан. Йылға йырҙаһының каналдары күп, ҡамыштар һәм ҡыуаҡтар менән ҡапланған ҙур булмаған утрауҙары бар. Йылға үҙәне Ҡапшағай районында ғына тарая, артабан ул киренән киңәйә. Балхаш күленең көнбайыш өлөшөнә ҡоя һәм уны ныҡ сөсөләндерә. Тамағының бейеклеге диңгеҙ кимәленән 341 м тәшкил итә.

Или үҙәненең иң бейек түбәһе — Ҡытай территорияһында урынлашҡан Агиаз тарлауығында бейеклеге 6350 м булған тау.

Ҡушылдыҡтары

Йылғаның иң эре ҡушылдыҡтары: Курты, Каскелен, Оло Алматы, Талғар, Түрген, Ысыҡ, Селек, Шарын, Ҡорғас, Ҡаш, Кюнес, Күкһыу, Агиаз, Музарт, Баянкол. Жанғар Алатауы һыртының көньяҡ битләүенән аҡҡан йылғалар һәм шишмәләр Или йылғаһына барып етмәйҙәр, сөнки уларҙың һыуы һуғарыу өсөн ҡулланыла һәм/йәки ярым һаҙлыҡлы ләмле конустарында юғалалар.

Фауна

Или һәм уның яр буйы фаунаһы менән билдәле: һыуҙа йәйен, һаҙан, ағасаҡ, һыла, Балхаш алабуғаһы, табан балыҡ, йыланбаш, амур, карп, толстолобик, ҡыҫалалар, ҡабырсаҡтар, креветкалар һәм башҡалар йәшәй, ә яр буйҙарында торналар, ондатра, ҡырғауыл, ҡамыш бесәйе, ҡуяндар, ҡоштар һәм башҡалар.

Тарихы

XX быуат башында йылға Көнбайыш Ҡытайҙан килгән юл була. Бөгөнгө көндә мажаралы туризм һөйөүселәр араһында популяр, бигерәк тә Или буйлап Балхашҡа тиклем кәмәләрҙә ағып төшөү. Көньяҡтан Или йылғаһына үҙенең каньоны менән данлыҡлы Чарын йылғаһы ҡоя. Или ярында Чарын ҡушылған ерҙән алыҫ түгел урында данлыҡлы ҡомло тау — Йырлаусы бархан, ә Ҡапшағай плотинаһынан аҫтараҡ (түбән ағымда) альпинистар араһында киң билдәле Тамғалы-Таш төбәге урынлашҡан. Или йылғаһының, Ҡапшағай һыуһаҡлағысынан өҫтәрәк, уң ярында «Алтын-Емель» милли тәбиғәт паркы урынлашҡан, унда хәҙер ҡоландар һәм Пржевальский аттары үрсей.

XI быуатта Или яры буйында Аҡҡояш ҡалаһы торған. 1729 йылда йылға буйында ҡаҙаҡтар һәм жанғарҙар араһында алыш була.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

Йылға Или ГеографияһыЙылға Или ҠушылдыҡтарыЙылға Или ФаунаЙылға Или ТарихыЙылға Или ИҫкәрмәләрЙылға Или ӘҙәбиәтЙылға ИлиАлматы өлкәһеУйғыр телеШеңжан-Уйғыр автономиялы районыҠаҙаҡ телеҠаҙаҡстанҠытайҠытай теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Мостай КәримБелорус теле25 апрель2006 йылЯн ВермеерБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыБашҡортостан күлдәреБашҡорттарБашҡортостанДинамо (хоккей клубы, Минск)2020 йылЕкатерина IIГалилео Галилей1873 йылМаскатБатыршаУльтрафиолет нурланышИсем (һүҙ төркөмө)Японияның милли парламент китапханаһыБиохимияБашҡорт ВикипедияһыАвстралияДонъя илдәре һәм территорияларыСовет Социалистик Республикалар СоюзыДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыСанкт-ПетербургӨфөТултырыусыИслам тарихыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыФинанстарНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыЕрәнсә сәсәнЯлан кантоныБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыЭукариоттарСиднейИсмәғилев Заһир Ғариф улыБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреИхтиандрКилешТөмән өлкәһеҠораллы КөстәрФлоридаРичард I Арыҫлан ЙөрәкЯпон телеФранц Петер ШубертЯнышев Фәнис Фәтих улыЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыПрограммалау теле1992 йылАйғырИмам майҙаныАлбания Фәндәр академияһыДиңгеҙ буйы крайыКомикс7 апрельСүриә телеСловакияБатанов Бәхетғәлей НиколаевичГәзитЭль-НиньоQIWIИстанбулКислородАвтомобильЗакир ҺаҙыйАдольф Гитлер🡆 More