Ислам тарихы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Изге Китап (ғәр. الكتب المقدسة) Исламда - Аллаһ тарафынан ислам тәғлимәте буйынса иңдерелгән текстар. Ғәмәлдә, хәҙерге көндә тик Ҡөрьән генә исламда изге китап булып ҡала, ә уға тиклемге бөтә изге Яҙмалар ваҡытлыса булған тип һанала һәм ғәмәлдән сығарылған.
Аллаһы Тәғәлә дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен бәйән итеп,Пәйғәмбәрҙәр аша йөҙ ҙә дүрт (104) китап иңдергән. Пәйғәмбәрҙәр ошо китаптар ярҙамында ҡәүемдәрен изге ғәмәлдәргә өндәгән. Иң беренсе Китап Әҙәм пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) 10 ҡағыҙ (бит), Шис пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) 50 ҡағыҙ (бит),Иҙрис пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) — 30, Ибраһим пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) 10 ҡағыҙ (бит) иңдергән. Муса (пәйғәмбәр)гә (ғәләйһиссәләм) Тәүрат китабын, Дауыт пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) Зәбур китабын, Ғайса пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) Инжил, һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙгә, салләЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм, Ҡөрьән китабын иңдергән.
Ҡөрьән алдағы бар китаптарҙы ла эсенә алған китап. Донъялыҡ өсөн дә, ахирәт өсөн дә кәрәкле хөкөмдәр бар.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Изге Китаптар, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.