Грац

Грац (нем. Graz , слов.

Грац — ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы, 270 меңдән ашыу халҡы бар.

Грац
нем. Graz
Герб
Грац
Рәсем
Рәсми атамаһы Graz
Дәүләт Грац Австрия
Административ үҙәге Штирия[d], Рейхсгау Штирия[d], Штирия[d] һәм Грац-Умгебунг[d]
Административ-территориаль берәмек Штирия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Мура[d]
Хөкүмәт башлығы Эльке Кар[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d] һәм Climate Alliance[d]
Халыҡ һаны 292 630 кеше (1 ғинуар 2022)
Административ рәүештә бүленә Innere Stadt[d], St. Leonhard[d], Geidorf[d], Lend[d], Gries[d], Jakomini[d], Liebenau[d], St. Peter[d], Waltendorf[d], Ries[d], Mariatrost[d], Andritz[d], Gösting[d], Eggenberg[d], Ветцельсдорф[d], Straßgang[d] һәм Puntigam[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 353 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Тронхейм[d], Тимишоара[d][…], Ковентри[d][…], Монтклэр[d], Дармштадт[d][…], Пула[…], Триест[d], Печ (ҡала, Венгрия)[…] һәм Любляна
Милке UPC-Арена[d] һәм Energie Graz[d]
Сиктәш Грац-Умгебунг[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 127,57 км² (1 ғинуар 2018)
Почта индексы 8010, 8020, 8036, 8041, 8042, 8043, 8044, 8045, 8046, 8047, 8051, 8052, 8053, 8054 һәм 8055
Электронная почта [email protected]
Рәсми сайт graz.at
Урынлашыу картаһы
Портал открытых данных Graz open data portal[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1128
Урындағы телефон коды 316
Номер тамғаһы коды G
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Граца[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Граце[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Graz[d]
Грац Грац Викимилектә

Этимологияһы

Ҡала исеме славян сығышлы, славян топонимын германдар әйтелеше үҙенсәлектәре буйынса «Градец» (Gradez, Gradec) һүҙенән.

Административ бүленеше

I. Innere Stadt (3302)
II. St. Leonhard (12 377)
III. Geidorf (19 119)
IV. Lend (22 369)
V. Gries (22 658)
VI. Jakomini (25 808)
VII. Liebenau (11 556)
VIII. St. Peter (12 809)
IX. Waltendorf (10 782)

X. Ries (5789)
XI. Mariatrost (7403)
XII. Andritz (16 316)
XIII. Gösting (11 489)
XIV. Eggenberg (16 467)
XV. Wetzelsdorf (12 225)
XVI. Straßgang (12 212)
XVII. Puntigam (6248)

Грац 
The 17 districts of Graz

Иҡтисады

Ҡалала һыра ҡайнатыу, машиналар эшләү, химия, аҙыҡ-түлек һәм туҡыма етештереү кеүек сәнәғәт төрҙәре үҫешкән. Грацтың халыҡ-ара йәрминкәһе көньяҡ-көнсығыш Европала мөһим коммерция һәм сәнәғәт ваҡиғаһы булып тора. Ҡалала машина эшләү Andritz AG концерны урынлашҡан.

Мәҙәниәт, мәғариф

Грац 
Кунстхаус

Грац элек-электән студенттар ҡалаһы булып тора. Дүрт университет: Карл һәм Франц исемендәге Грац университеты, техник университет, медицина университеты шулай уҡ музыка һәм актерлыҡ сәнғәте университеты дөйөм 55 мең студенттар һаны менән Грацтың академик белем биреүҙә юғары әһәмиәте тураһында һөйләй. Бынан тыш, ҡалала политехник (FH Joanneum) һәм иҡтисад (FH für Wirtschaft-CAMPUS 02) йүнәлештәге махсус ике юғары уҡыу йорто бар.

1902 йылда техник университеттың криминология кафедраһында ғалим Ганс Густав Адольф Гросс тарафынан донъяла беренсе криминалистика музейы булдырыла.

Домкирхе сиркәүе һәм Шлоссберг замогы черепица ҡыйыҡтары менән Грацҡа айырым үҙенсәлеклек бирә.

1999 йылда Грац Иҫке ҡалаһының үҙәге ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәни мираҫы тип иғлан ителә.

2003 йылда Грац Европаның мәҙәни баш ҡалаһытип һайлана. Был программа сиктәрендә хәҙерге заман сәнғәтенең Кунстхаус музейы асыла, уның бинаһы ҡаланың яңы символдарының береһе була.

2008 йылда Грац ҡалаһында 5-се бөтә донъя World Choir Games хор уйындары (Хор олимпиада) уҙа. Уларҙа донъяның 93 иленән 411 хор ҡатнаша.

Йыл һайын көҙ башында Грацта Steirischer Herbst («Штирия көҙө») хәҙерге заман сәнғәте фестивале үтә . Был Европала беҙҙең дәүерҙең иң боронғо сәнғәте фестивале (1968 йылдан алып үткәрелә).

Грац 
Муре йылғаһында яһалма утрау

Грац спортта бодибилдер карьераһын 14 йәштән башлап «Либенауэр» тренажер залында шөғөлләнә башлаған Арнольд Шварценеггерҙың урыны  булараҡ билгеле.

Спорт

Грацта футбол буйынса өс тапҡыр Австрия чемпионы - Штурм футбол клубы урынлашҡан. Уның йорт аренаһы булып 15 400 кеше һыйҙырышлы UPC Arena стадионы тора. Был стадионда шулай уҡ Грацтың башҡа клубы ГАК - 2004 йылда Австрия чемпионы сығыш яһай.

Шулай уҡ бында 2020 йылда фигуралы шыуыу буйынса Европа чемпионаты уҙғарыла.

Музей-арсенал

Ҡаланың тағы бер иҫтәлекле урыны — легендар Грац арсеналы.

Грац XVI быуатта барлыҡҡа килгән, ул төрөктәрҙең Үҙәк Европаны баҫып алыу юлында тора. Халҡының ҡаһарманлығы һәм 16 мең яугирҙе ҡоралландырыуға һәләтле ҙур арсеналы арҡаһында төрөктәрҙең баҫып алыуы тормошҡа ашырылмай.

1749 йылда императрица Мария Терезия Австрия ерҙәренең оборонаһын үҙәкләштерергә бойора һәм баш ҡаланан ситтә арсеналдар бөтөрөлә. Грац өсөн генә ташлама яһала, сөнки урындағы халыҡ уға тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусын биреүгә өлгәшә.

Хәҙер арсенал музей булып тора. Унда 3300 хәрби кейем һәм шлем, 7800-ҙән ашыу берәмек атыу ҡоралы, шулай уҡ 2500 ҡылыс һаҡлана. Музей экспонаттарының дөйөм һаны 32 мең тирәһе.

Арсеналдың беренсе ҡаты саҡма, сәнсеү һәм ут ҡоралдарына арналған. Икенсе һәм өсөнсө ҡатында турнир булараҡ та. хәрби булараҡ та тимерҙән боронғо хәрби кейем һәм ҡоралдар урынлашҡан. Рыцарь кәрәк-яраҡтарынан тыш, ябай һалдаттар ҡуллана торған бик күп ҡорал һәм кәрәк-яраҡтар ҙа бар. Шулай уҡ рыцарь аттары өсөн кейем һәм ҡорал-ҡорамалдар, шул иҫәптән күҙҙәрен ҡаплау өсөн рәшәткәле япмалар бар. Дүртенсе ҡатта музыка ҡоралдары: полк дөңгөрө, торба, борғо һәм башҡалар һаҡлана.

Грац 
Грац панорамаһы

Транспорт

Ҡалала трамвай системаһы — Грац Трамвайы эшләй.

Грац-Талерхоф аэропорты ҡала үҙәгенән яҡынса 10 км көньяҡтараҡ урынлашҡан, Европа, Төньяҡ Африка һәм Төркиә илдәре менән һауа бәйләнешен тәьмин итә.

Сиркәүҙәр

  • Домкирхе
  • Грац ҡалаһында Йыуатыусы Мария базиликаһы

Туғанлашҡан ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Грац  ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 931
рус.англ.фр.

Һылтанмалар

Tags:

Грац ЭтимологияһыГрац Административ бүленешеГрац ИҡтисадыГрац Мәҙәниәт, мәғарифГрац СпортГрац Музей-арсеналГрац ТранспортГрац СиркәүҙәрГрац Туғанлашҡан ҡалаларГрац ИҫкәрмәләрГрац ҺылтанмаларГрацАвстрияНемец телеСловен телеХалыҡ-ара фонетик алфавит

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

КурдтарБашҡорт әҙәбиәтеҠобайырСергей Ковалёв (йүнсел)Антипин Филипп ЛукьяновичҒ1893 йылИҫәнғолов Шамил Наил улыБайрамХанлыҡҠытай Халыҡ РеспубликаһыМария-АнтуанеттаСиднейВенгрияШәкүров Рәшит Закир улы2005 йылЕйәнсура районыӨхүдРФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш идаралығыЙәрмәкәй районыНацистик Германияның концентрацион лагерҙарыАныҡлаусыБлогЙәйғорЭске яныулы двигательӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыИсмәғилев Заһир Ғариф улыВикимедиа фондыСыйырсыҡЕкатерина IIЗекерХисамов Ғәлим Афзал улыФутбол буйынса Польша йыйылма командаһыҺунарсы башҡортҒүмәров Исхаҡ Идрис улыҒаиләҒайса (пәйғәмбәр)Аҙнай (Бишбүләк районы)ЙыландарАльвин МитташHTMLБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыВьетнамЭстонияла исламЯрам-Халета-ЯхаВикиөҙөмтәХәрби хеҙмәткәрАсҡар (Әбйәлил районы)Асланова Маргарита СемёновнаЖан МареЙосопов Тимербай Йосоп улыХөсәйенбәк кәшәнәһеНиғмәтуллаМостай КәримЙен ЗигмундСалауат ЮлаевМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҮлемҒарипов Рәми Йәғәфәр улыБал ҡорттарыlzi5c🡆 More