«Беовульф» (Беовульф, ингл.
Beowulf), һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә «бал ҡорттарының бүреһе») — англосаксондарҙың эпик поэмаһы. Әҫәрҙә ваҡиғалар Скандинавияла, англдарҙың Британияға күскәнгә тиклем дәүерҙә бара. Әҫәрҙең исеме төп геройға арнап аталған. Текст аллитерацион шиғыр төҙөлөшө менән яҙылған һәм 3182 юлды тәшкил итә. Эпос VII аҙағында йәкиVIII быуат башында ижад ителгән һәм XI быуаттың Роберт Коттон китапханаһында булған янғындан (1731 йыл) имен ҡалған берҙән-бер исемлегендә һаҡланған. Был — «варвар» Европа дәүеренең тулы күләмдә һаҡланып ҡалған берһән-бер боронғо эпик поэмаһы.
| ||||
Беовульф | ||||
«Беовульф» ҡулъяҙмаһының беренсе бите (XI быуат) | ||||
Автор(ҙар) | билдәһеҙ | |||
Яҙыу ваҡыты | VIII һәм X быуат араҙында | |||
Оригиналь теле | боронғо инглиз теле | |||
Жанры | героик эпос | |||
Күләме | 3182 юл | |||
Эстәлеге | Беовульф алыштары тураһында | |||
Персонаждар | Беовульф, Грендель | |||
Тәүге баҫма | Торкелин (1815) | |||
Ҡулъяҙмалар | Cotton Vitellius A. xv | |||
Һаҡланған урыны | коттон китапханаһы (1731 йылғы янғында ут тейгән) | |||
Төп нөсхә | һаҡланмаған | |||
Электронный текст произведения |
Коттон китапханаһында боронғо инглиз телендәге поэманың барлығы 1700 йылда уҡ билдәле була, әммә текст 115 йыл уҙғас ҡына латин теленә тәржемәләнеп исланд филологы Торкелин тарафынан баҫтырылып сығарыла. Ҡулъяҙманың исеме булмай, поэма үҙенең хәҙерге исемен 1815 йылда баҫылып сыҡҡандан һуң ғына ала.
Поэма 3182 юлды тәшкил итә һәм боронғо инглиз телендәге иң оҙон поэма булып һанала (яҡынса англосаксон әҙәбиәтенең 10 % алып тора).
Поэманың төп йөкмәткеһе Беовульфтың Грендель (ингл. Grendel) исемле имәнес зат һәм уның әсәһе, шулай уҡ илде пыран-зыран килтереүсе аждаһа менән көрәшеп еңеү яулауын бәйән итеүҙән ғибәрәт.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Беовульф, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.