Балет

Бале́т (франц. ballet, итал. ballo — бейейем) — музыкаль-хореографик образдарҙы берләштереүсе сәхнә сәнғәте төрө.

Балет
«Аҡҡош күле» балетында баленина Wilfride Piollet

Балеттағы төп сәнғәти алым — бейеү, ул пантомима менән бергә сюжетты һәм геройҙарҙың характерҙарын сағылдыра. «Балет» төшөнсәһе XVI быуаттың 2-се яртыһында Италияла барлыҡҡа килә һәм баштараҡ спектакльдәге бейеү мәғәнәһендә ҡулланыла. XVI быуат аҙағында балет тип музыканы, йыр, һөйләм һәм бейеүҙе берләштергән тамашаны атай башлыйҙар. XVII быуат дауамында балет зиннәтле һарайҙар тамашасы характерындағы күренеш булараҡ, башлыса, Францияла үҫеш ала.

XVIII быуатта мөстәҡил сәнғәт төрөнә әүерелә. XIX быуаттың 2-се яртыһында Рәсәйҙә композиторҙар П.И. Чайковский, А.К. Глазунов һәм балетмейстерлар М.И. Петипа, Л.И. Иванов («Йоҡоға талған гүҙәл», «Щелкунчик», «Аҡҡош күле», «Раймонда») ижадында балет сәскә атыу осоро кисерә. 1900 йылдарҙа балетмейстерҙар М.М. Фокин, А.А. Горский балет сәнғәтенең яңы эстетик хасийәтын булдыралар, аңа хәҙерге сәнғәт һәм әҙәбиәт идеяләрен керетәләр. XIX быуат аҙағында балет сәнғәтен бөтә доньяға таралуына С.П. Дягилевтың «Урыҫ сезондары» һәм А.П. Павлова гастрольдәре этәргес бирә. Хәҙерге балет сәнғәтенең үҫеш этаптары Р. Глиэрдың «Ҡыҙыл мәк», балет Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны», С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта»һы, А. Хачатуряндың «Гаянэ», «Спартак» әҫәрҙәрендә һ.б. ла сағыла, уға стильдең, жанр һәм форманың күп төрлөлөгө — классиканан алып джаз һәм модерн-балетҡа ҡәҙәр булған төрҙәрҙе берләштереүе хас.

Сығанаҡтар

Tags:

Итальян телеФранцуз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ираҡ тарихыСТСӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанЙылайыр районыҒайса (пәйғәмбәр)ФлагСалауат ЮлаевБашҡорт ХөкүмәтеХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)ЛазерШүрәле1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыМәскәүВикимедиа фондыУльева Иоланта ЕвгеньевнаБикбаев Рауил Төхфәт улыЛатин алфавитыҒиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улыБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыЕвгений МоросниковЕ. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университетыМөсәтYouTubeТалха ҒиниәтуллинАуырғазы районыМарко ПолоСолтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙыХамматов Яңыбай Хаммат улыҒабдулла ТуҡайЙогаАмниоттарМилләтселекБашҡортостанАльвин МитташАфған һуғышыГорькийҙың әҙәби-мемориаль музейы (Ҡазан)1985 йылХөсәйенбәк кәшәнәһеЙәһүдилекБөйөк Ватан һуғышыСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыБашҡорттарХанлыҡСоветтар Союзы ГеройыМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыҮрге АвстрияБөтә донъя татарҙар конгресыПавел РомановТәкбирГәрәев Муса Ғайса улыҺарыҡДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыГамеланЙыланлы (утрау)Элвис ПреслиАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыБеларусьДезик һәм СиғанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыФәрүәз УрманшинТиҙләнешБурама🡆 More