Аҙна — ваҡыт берәмеге, ете тәүлектән торған ваҡыт араһы.
Бер көндән күберәк, бер айҙан кәмерәк. Хәҙерге ваҡытта ҡулланылған тәртип буйынса, шул иҫәптән мосолман һәм григориан календарҙары буйынса, ете көндән тора.
Аҙнаның ете көн дауамлығы ISO 8601 Халыҡ-ара стандартында раҫланған:
аҙна — ете тәүлек ваҡыт арауығы (ISO 8601, пункт 2.2.9)
календар аҙна — дүшәмбенән башланған көндәр арауығы (ISO 8601, пункт 2.2.8.).
Бер йылда 48 аҙна була. Аҙнаның һәр көнөнә исем бирелгән.
Башҡорттар ISO 8601, пункт 2.2.8. буйынса календар аҙнаны дүшәмбенән башлап һанай. Мосолман календары буйынса иһә аҙна йома көн менән тамамлана һәм шәмбенән башлана. Шуға күрә башҡорт телендә "йома" һүҙе "аҙна" тигәндең синонимы ла булып тора.
*Минең ҡулда алты һум аҡса, бер йомаға етерлек аҙыҡ бар ине. Т. Йәнәби
- Хәсән Өфөлә бер йома буйы торҙо. Т. Байышев.
Башҡорттар, мосолман булһалар ҙа, кесе йома һәм йоманан башҡа аҙна көндәренең атамаларын ғәрәптән түгел, фарсы теленән алған. Фарсы телендәге пәнжешәмбе һүҙен генә башҡорт телендә элгәре «кесаҙна» тип йөрөтһәләр, һуңғы йылдарҙа «кесе йома» тип атауға күстеләр. Кесаҙна — кесе аҙна тигәндән алынған булған. Билдәле булыуынса «аҙна» һәм «йома» һүҙҙәре синоним булараҡ йәшәп килгән.
Иран календары буйынса аҙна шәмбе көн башлана һәм йома көн менән тамамлана.
Йәкшәмбенән алып кесе йомаға тиклем көн атамалары «шәмбе» һүҙенә фарсыса рәт һандарын ҡушыу юлы менән яһалған: йәкшәмбе — «бер-шәмбе», дүшәмбе — «ике-шәмбе» һәм башҡалар. Йома көнөнөң атамаһы ғәрәп телендәге «йыйылыу» — йәмәғәт менән уҡылған йома намаҙы менән бәйле килеп сыҡҡан
Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында иң күбеһе - "аҙна" һүҙенән.
Аҙнабай, Аҙнабикә, Аҙнағол, Аҙнай, Аҙнаҡай, Аҙналы
Йәкшәмбәт, Йәкшәмбикә
Дүсәмбәт, Дүсәмбикә
Сисәмбай, Сисәмбикә
Шаршамбикә
Йомабай, Йомаш, Йомагилде, Йомабикә
Аҙна көндәре |
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Аҙна, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.