Сыңғыҙ Түрәҡол улы Айытматов (ҡырғ.
Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)
Сынғыҙ Айытматов | ||||||||||||||||
Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы | ||||||||||||||||
Сынғыҙ Айытматов 2003 йылда | ||||||||||||||||
Тыуған көнө: | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | Шәкәр ҡышлағы, Талас кантоны, Ҡырғыҙ АССР-ы, СССР (хәҙер Ҡырғыҙстан) | |||||||||||||||
Вафат булған көнө: | ||||||||||||||||
Вафат булған урыны: | ||||||||||||||||
Гражданлығы: | ||||||||||||||||
Эшмәкәрлеге: | ||||||||||||||||
Йүнәлеше: | социалистик реализм | |||||||||||||||
Жанр: | роман, повесть | |||||||||||||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||||||||||||||||
Премиялары: | ||||||||||||||||
Наградалары: | | |||||||||||||||
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | ||||||||||||||||
Сыңғыҙ Айтматовтың «И дольше века длится день… (Быуаттан да оҙонораҡ көн…)», «Прощай, Гульсары! (Хуш, Һарыгөл!)», «Белый пароход (Аҡ пароход)», «Пегий пес, бегущий краем моря (Диңгеҙ ситенән йүгереүсе ала эт)» әҫәрҙәре тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителгән. Улар бөтә донъя әҙәбиәтендә билдәле.
«Плаха (Язалау урыны)» романы кешелектең Һуңғы хөкөм көнөнә еткәнен күрһәтә һәм уларҙы абай булырға, тәбиғәтте һәм тирә-йүн мөхитен һаҡларға саҡыра.
Сыңғыҙ Айытматов ҡырғыҙ һәм рус телдәрендә ижад итә. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып баҫыла. «Йәмилә» (1958), «Хуш, Һарыгөл!» (1966), «Аҡ пароход» (1970), «Иртәләгән торналар» (1976), «Диңгеҙ ситенән йүгереүсе ала эт» (1977) һ.б. повестар авторы. Айытматовтың «Буранлы станция» (1980), «Язалау урыны» (1986), «Кассандра тамғаһы» (1996), «Тауҙар ишелгәндә („Мәңгелек кәләш“)» (2007) әҫәрҙәре — күп планлы романдары, уларҙа ысынбарлыҡты хикәйәләү легенда һәм мифтар романтикаһы менән үрелә.
С. Айытматов — прозала психологик портрет оҫтаһы. Уның ижадында күтәрелгән төп проблема — кеше һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре. Айытматов әҫәрҙәренең геройҙары — автор йәшәгән осорҙоң замандаштары. Сыңғыҙ Айытматовтың һуңғы «Плаха (Язалау урыны)» романы 1980-се йылдарҙа ҡаза-хасафат сигналы (билдәһе) булып тора һәм яҙыусы кешенең, тәбиғәт балаһы булыуын онотоп, тәбиғәткә ҙур зыян килтереүенең һәм уны юҡҡа сығарыуының кешелеккә күп бәлә-ҡазалар килтерәсәге тураһында киҫәтә. Әгәр ҙә кешелек ошо киҫәтеүҙе ишетмәйенсә һаңғырау булып ҡалһа, уның башына бик күп ҡайғы-бәләләр киләсәк икәнлеген яҙыусы башта Муйынҡом саваннаһындағы бүреләр тормошо аша, артабан кешелек йөҙөн юғалтҡан наркомандар тормошо һәм ябай ҡырғыҙ крәҫтиәндәре тормошо аша һүрәтләй: тәбиғәттең һәләк булыуы, романдағы рухани Авдий Каллистратов кеүек кеше рухы өсөн көрәшеүселәрҙең донъя ысынбарлығына ҡаршы тора алмай, һәләк булыуы, уның наркомандар тарафынан Христос кеүек итеп аяҡ-ҡулын бәйләп язалап үлтерелеүе, Бостон атып үлтергәнлектән балаларын юғалтҡан инә бүре Аҡбараның Бостондың балаһын арҡаһына йөкмәп урлап китеүе, был бүрене атам тип, Бостондың үҙ улын атып үлтереүе-кешелек донъяһының да һәләк булыуына килтерәсәге тураһында һөйләй. Яҙыусының был әҫәре кешелек донъяһының һуңғы сиккә килеп еткәнлеге һәм, әгәр ҙә кешеләр аҡылға ултырмаһа, ошо киҫәтеүҙе ишетмәһә, йәһәннәм упҡынына ососағы һәм быға бары тик бер аҙым ғына ҡалғанлығы тураһында иҫкәртә.
Сыңғыҙ Айытматов повестарын башҡорт теленә башҡорт яҙыусылары Нәжип Иҙелбай, Әмир Гәрәев, Мәхмүт Уразаев һ. б. тәржемә итә. 1963 йылда әҙиптең Өфөлә башҡорт телендә «Йәмилә» повесы, 1984 йылда повестар йыйынтығын тәшкил иткән «Аҡ пароход» китабы донъя күрә. С. Айытматовтың «Әсә яланы», «Хуш, Һарыгөл!» повестары буйынса Башҡорт драма театры (режиссёры Л. В. Вәлиев); «Ал яулыҡлы тирәккәйем» повесы буйынса — Салауат драма театры; Сибай драма театры (икеһенең дә режиссёры Р. М. Әйүпов) һәм Башҡорт академия драма театры (режиссёры Ә. Ә. Абушахманов); «Аҡ пароход» — Ҡурсаҡ театры (режиссёры В. М. Штейн) сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйыла. «Беренсе уҡытыусы» повесы буйынса Башҡортостан телевидениеһы студияһында телеспектакль ҡуйыла (1959; режиссёры Р. Фәйзи).
Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы . «Герои страны» сайты.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.