Азауад

Азауад (йәки Азауад; Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләте; тамашек: ⴰⵣⴰⵓⴷ, ғәр.

Донъя йәмғиәте Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтен танымағас, уны Малиҙың айырылғыһыҙ өлөшө тип ҡарағас, 2012 йылдың 15 июлендә «Азавад Милли азатлыҡ хәрәкәте» вәкилдәре Азавад дәүләте төҙөү идеяһынан баш тарталар. Малиҙан айырылыуға ҡарағанда мәҙәни һәм иҡтисади үҙаллылыҡты өҫтөнөрәк күрәләр.

Азауад Бойондороҡһоҙ Дәүләте Азавад Ислам Дәүләте
тамашек ⴰⵣⴰⵓⴷ ғәр. دولة أزواد المستقلة‎ Dawlat Azawād al-Mustaqillah франц. État indépendant de l’Azawad
Азауад Азавад гербы
Флаг
Девиз: «Берҙәмлек — Ғәҙеллек — Азатлыҡ»
Государственный гимн Азавад
Азауад


Баш ҡала Тимбукту (ғәмәлдәге — Гао)
Эре ҡалалар Гао, Томбукту, Кидаль, Менака
Идара итеү төрө Ваҡытлыса хөкүмәт
Территория
• Бөтәһе
35
822 000 км²
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

1 295 000 чел.
1,58 чел./км²
Валюта әйләнешкә сығырға әҙерләнә(ысынбарлыҡта Франк КФА)
Телефон коды +223
Сәғәт бүлкәте 0
Азауад

Мали Азауадына — Томбукту, Гао, Кидаль һәм Мопти өлкәләре һәм Мопти өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш өлкәләре; Бойондороҡһоҙ Азауад Дәүләте биләмәһе — Нигер йылғаһынан төньяҡҡа табан тәүге өс өлкә. Бөтә Азауад төбәге шулай уҡ тағы дүрт күрше илдең сиктәш территорияһын үҙ эсенә ала.

Этнологияһы һәм этимологияһы

Азауад 
Азауаг бассейнының юлдаш картаһы һәм тирә-яҡтағы географик объекттар. Һары линиялар халыҡ-ара сиктәрҙе аңлата.

Мали Азауады (Мали), Алжирҙың көньяҡ-көнсығышы, Нигерҙың көнбайышы, Буркина-Фасоның төньяғы һәм Ливияның көньяҡ-көнбайышы ингән туарегтар ултырған киң төбәк Азауаг (Azawagh, ghберләшмәһе фрикатив «г» һымаҡ әйтелә) тип атала.

Шулай уҡ Азауаг һүҙе менән ҡороған боронғо Азауаг йылғаһының ҙурлығы буйынса бәләкәй бассейнын атайҙар. Азауад һүҙен туарег һүҙе Азауаг (саванна, йәки һүҙмә-һүҙ «күскенселәр ере» тигәнде аңлата) Азауг (уад йылға, үҙән тигәнде аңлата) тигән ғәрәп һүҙенең мәғәнәһен ҡабаттан ҡарау тип иҫәпләйҙәр.

Географияһы

Әлеге ваҡытта Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләте властары Мали территорияһының яртыһынан ашыуын тәшкил иткән Мали Азауады территорияһын контролдә тота. Был Малиҙың тотош төньяғы — Нигер йылғаһының урта ағымынан алып Сахара сүллегенә тиклем. Майҙаны буйынса төбәк ике ярым Германияға тиң — 850 мең км² самаһы, әммә унда ни бары 1,2 миллион кеше йәшәй. Мали Азауадының баш ҡалаһы — Томбукту, Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең иң ҙур ҡалаһы (Азауад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең властары — НДОА етәкселеге урыны) — Гао. Азауад Мавритания (көнбайышта), Алжир (төньяҡ-көнсығышта), Нигер (көньяҡ-көнсығышта), Буркина-Фасо (көньяҡта), Мали (көньяҡ-көнбайышта) менән сиктәш.

Мали Азауадының көньяғын Көнбайыш Африканың иң ҙур йылғаһы — Нигер киҫеп үтә, ул күп тармаҡтарға бүленә һәм киң, ныҡ һаҙланған, бик күп юлаҡлы аҡмалар, иҫке йырҙалары күп булған үҙән буйлап аға. Был район Нигерҙың эске дельтаһы булып тора; ҡасандыр бында йылға ҙур ағымһыҙ күлгә ҡойған. Томбукту тирәһендә тармаҡтар бер үҙәнгә тоташа.

Административ-сәйәси бүленеше

Азауад 
Мали Республикаһының административ-сәйәси бүленеше

Өс өлкә-провинциялары:

  • Гао өлкәһендә Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең фактик баш ҡалаһы урынлашҡан — Гао
  • Кидаль
  • Томбукту өлкәһендә Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең баш ҡалаһы Томбукту урынлашҡан

Тарихы

Колониаль осорға тиклем

Азауад 
Саадиттар империяһы заманында Азауад

Колониаль осор

  • Француз Суданы

Мали составындағы осор

Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү

Азауад 
Үҙ-үҙен иғлан иткән Азауад Бойондороҡһоҙ Дәүләте (ҡара-йәшел зона) тарафынан раҫланған биләмәләр картаһы. Үҙәк хөкүмәт контролендәге биләмәләр һары, Азауад дәғүә иткән субсахар халыҡтары йәшәгән ер асыҡ йәшел төҫ менән билдәләнгән

1990—1995 һәм 2007—2009 йылдарҙағы уңышһыҙ ихтилалдарҙан һуң Нигер һәм Малиҙың төньяҡ райондарында күп кенә туарег баш күтәреүселәре Ливияға күсеп китә, унда улар Ливия армияһы составына инә. Ливия республикаһының күсмә милли совет яҡлылар яғынан туарегтарға ҡарата репрессиялар һөҙөмтәһендә Ливия армияһында хеҙмәт иткән туарегтарҙың бер өлөшө Төньяҡ Малиға ҡайтҡан һәм туарегтарҙың берҙәм ойошмаһын булдырыуға булышлыҡ иткән.

Азауадты азат итеү өсөн милли хәрәкәт (НДОА) 2011 йылдың октябрендә Туарег һуғышмандарының (боевиктар) бер нисә төркөмөн берләштереү һөҙөмтәһендә ойошторола. 2012 й. ғин. Азауадты азат итеү өсөн милли хәрәкәт (НДОА) Мали Азауадында ихтилал башлай һәм бойондороҡһоҙлоҡҡа ирешергә ниәтләүе тураһында иғлан итә. Ливиялағы баш күтәреүселәр өсөн тәғәйенләнгән һәм юлда урланған ҡорал килеүе уның элекке яугирҙәренән ҡалған ҡоралға өҫтәп килтерелә.

Ғинуар-март айҙарында баш күтәреүселәр төньяҡ Малиҙың өс өлкәһе территорияһының күпселек өлөшөн биләп, уларҙы, шул иҫәптән Менак, Кидаль, Гаоның төп ҡалаларын һәм Мали армияһының ҡорал һаҡланған ике хәрби базаһын үҙәк хөкүмәт контроленән сығарҙы.

2012 йылдың 22 мартында Мали Азауадты азат итеү өсөн милли хәрәкәте (НДОА), хәрби түңкәрелештән һуң, үҙ эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерҙе, Азауадтың тарихи баш ҡалаһы Томбуктуны һәм Мали Азауадының бөтә территорияһын ала, Азауадты азат итеү маҡсатына өлгәшелеү сәбәпле, утты бер яҡлы туҡтатыу тураһында иғлан итә һәм 2012 йылдың 6 апрелендә Бойондороҡһоҙ Азауад Дәүләтен иғлан итә. Ойошманың башҡарма комитеты халыҡ-ара берләшмәгә Азауадтың бойондороҡһоҙлоғон таныуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Хәрәкәт лидерҙары шулай уҡ, «яңы дәүләт күрше дәүләттәрҙең ғәмәлдәге сиктәрен таный» һәм төбәктә тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡ өсөн бөтә шарттар булдырасаҡ, тип белдереп, Азауадтан ситтәге бөтә тарихи биләмәләренә дәғүәләрҙең булмауы хаҡында иғлан итә.

Азауад 
Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итер алдынан Азауад территорияһы


Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң ваҡиғалар

Бер нисә сығанаҡ мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың 26 майында туарегтар Азауадтың бер өлөшөн контролдә тотҡан «Ансар-ад-Дин» исламсылар төркөмө менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй. Бер нисә сығанаҡ хәбәр итеүенсә, НДОА туарегтары һәм «Ансар ад-Дин» исламсылары Азауад Ислам дәүләтенең Күсмә советы идара иткән яңы дәүләт — Азауад Ислам Дәүләте берләшеүе һәм ойошторолоуы хаҡында иғлан иткән. «Ансар ад-Дин» быға тиклем дә Малиҙы тотош ислам дәүләтенә әйләндереүҙе яҡлап сығыш яһаған һәм Әл-Ҡаидә террор селтәренең Төньяҡ Африка бүлексәһе менән бәйләнештәре булыуы менән билдәле (НДОА вәкилдәре, һөйләшеүҙәр үткәреү тураһында ғына һүҙ алып барылды тип, килешеү фактын инҡар итә)). Ләкин туарегтар һәм исламистар, яңы дәүләт төҙөү һәм унда исламдың роле мәсьәләләре буйынса принципиаль килешмәүсәнлектәр арҡаһында, ике көндән һуң хеҙмәттәшлектән баш тартты.

2012 йылдың 7 июнендә Азауадтың Ваҡытлы хөкүмәте ойошторола. Билал аг Ашериф Азауад президенты итеп тәғәйенләнә. Шунан һуң Ашериф НДОА президиумы секретарын Мәхмүт аг Әғәлиҙе премьер-министр вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләй һәм яңы хөкүмәт ойошторорға ҡуша. Вице-президенты — Мамаду Майга Джери.

2012 йылдың 26 июнендә «Көнбайыш Африкала берҙәмлек һәм йыһат өсөн хәрәкәт» төркөмө исламсылары бығаса Азауад туарегтары ҡулында ҡалған Гаола контроль урынлаштыра. 2012 йылдың 27 июнендә исламистар Томбукту һәм Кидаль өлкәләренән туарегтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Шулай итеп, Азауад биләмәһенең өстән ике өлөшөнә исламсылар контроллек итә.

Июль уртаһында исламсылар Гаонан көньяҡ-көнсығышҡа табан 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан уларҙың һуңғы бастионы Ансойҙан туарегтарҙы бәреп сығара. 15 июлдә, Азауад исламсылар контролендә ҡалғандан һуң, уның властары, автономия файҙаһына, бойондороҡһоҙлоҡ идеяһынан баш тарта. «Беҙ бүлешергә тәләмәйбеҙ, мәҙәни, сәйәси һәм иҡтисади бойондороҡһоҙлоғо эҙләйбеҙ. Был Квебек кеүек булыр», — тип белдерҙе Азауадты азат иткәне өсөн милли хәрәкәт етәксеһе Ибраһим Аг Ассалех. Илде исламсылар баҫып алыуының асыҡ фактына ҡарамаҫтан, Туарег дәүләтен таныуҙан баш тартҡан халыҡ-ара берләшмәнең фекере бойондороҡһоҙлоҡтан баш тартыуҙың рәсми сәбәбе була.

НДОА функционерҙары, Мали территорияһының өстән ике өлөшөн, Гао, Кидаль кеүек ҙур ҡалалар менән уның сүллек өлөшөн һәм урта быуат Африка цивилизацияһы бишектәренең береһен — Тимбуктуны контролгә алып, үҙҙәре иғлан иткән дәүләт биләмәһен «милли властарҙы тәғәйенләгәнгә тиклем» административ контролдә тотасаҡтар, тип планлаштырғайны.

Әммә сепаратсылар исламсыларҙы — «Ансар ад-Дин» («Дин һаҡлаусылар») һәм «Ислам Мәғрибе илдәрендә Әл-Ҡаидә» төркөмдәрен — союздаш итеп һайлаған. Илдең төньяғынан даими Мали армияһы подразделениеларын ҡыуып сығарыуға өлгәшкәс, НДОА мосолмандар шәриғәт ҡанундарына ярашлы йәшәүсе үҙ әмирлеген иғлан иткән азат ителгән территорияла контролен тиҙ юғалта. Май айында «донъяуи» сигенергә һәм исламсылар менән бергә берҙәм шәриғәт дәүләтен булдырырға маташыуҙары уңышһыҙ була. "Көнбайыш Африкала берҙәмлек һәм йыһат өсөн хәрәкәт"кә берләшкән фундаменталистар үҙҙәренең яңы союздаштарына ҡаршы һуғыш алып бара.

Сит ил интервенцияһы ярҙамында Ислам Азауаты территорияһы азат ителә.

Азауадтың премьер-министрҙары

Түбәндә Азауад премьер-министрҙары исемлеге бирелгән:

Исеме Мөҙҙәте Примечания
Мәхмүт аг Агали 7 июнь 2012 — 15 июль 2012 Премьер-министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Атайоб аг Баттайе 15 июль 2012 — хәҙер вазифала Революция советы рәйесе

Халҡы

Туарегтар ил халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итә. Улар күпселеге илдең төньяғында, шулай уҡ Нигер йылғаһы үҙәнендә йәшәй. Туарегтар шулай уҡ Азауад менән йәнәш урынлашҡан Нигер, Мали, Алжир, шулай уҡ Ливияла йәшәй. Күп кенә туарегтар күсмә тормош алып бара, башлыса, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Азауад территорияһында туарегтар X быуатта, Төньяҡ Африка ғәрәптәре тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған ваҡытта, йәшәй башлаған. Туарегтар ҡәбиләләр конфедерацияһына берләшкән, хәрби аристократия ҙур абруй менән файҙалана, улар үҙ сафтарынан ҡәбиләләр һәм конфедерациялар башлыҡтарын һайлай.

Азауад 
Азауад халҡы йәшәгән территория картаһы. Туарег күпселеге йәшәгән райондар эре нөктәләр менән билдәләнгән, Көнбайышта күбеһенсә маврҙар, Көньяҡта — субсахар халыҡтары йәшәй.
Азауад 
Сахарала туарег телдәре ареалы

Иҡтисады

Азауад 
Томбукту ҡалаһы аэропорты

Иҡтисадтың төп тармағы — туризм, айырыуса Томбуктула үҫешкән. Мали Азауадында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының ике объекты: Томбукту һәм Аскиа ҡәберлеге бар.

Интенсив эҙләнеү-разведкалау эштәренә ҡарамаҫтан, әлегә нефть ятҡылыҡтары табылмаған. Газ ятҡылыҡтары ла табылмаған. Нефть һәм газ перспективалары Таудени, Мали-Нигер, Гао һәм Нара бассейндарына бәйле. Фосфор, молибден, комплекслы мәғдәндәрҙең ҙур булмаған ятҡылыҡтары асылған. Әммә төп өмөттәр, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мали төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан уран ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә бәйле.

Мәҙәниәте

Азауад 
Гао ҡалаһында Аскиа ҡәберлеге

Музыка популяр. Азауадтың иң билдәле музыкаль ваҡиғаһы — «Сүл фестивале», унда туарегтарҙың традицион музыкаһын, шулай уҡ бөтә донъянан йыйылған музыканы күрһәтелде.

Фестивалгә 2001 йылда нигеҙ һалына, сүллек өлкәләре буйлап күсеп йөрөгән һәм тамашасылар бында дөйәләргә ултырып килгәнлектән, оҙаҡ ваҡыт «иң төпкөл музыкаль ваҡиға» тип иҫәпләнгән. 2003 йылдан уны Эссаканда үткәрә башлағандар, тамашасылар һаны ун меңдән ашҡан, ә уларға һыу һәм кәм тигәндә минималь инфраструктура талап ителгән. 2010 йылда «Әл-Ҡаидә» яғынан террористик акттар хәүефе арҡаһында, фестивалде Тимбуктула үткәрергә тура килә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Мали төбәктре Ҡалып:Ғәрәп яҙы Ҡалып:Ирредентизм

Tags:

Азауад Этнологияһы һәм этимологияһыАзауад ГеографияһыАзауад ТарихыАзауад тың премьер-министрҙарыАзауад ХалҡыАзауад ИҡтисадыАзауад МәҙәниәтеАзауад ИҫкәрмәләрАзауад ҺылтанмаларАзауадМалиҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Санкт-ПетербургВашингтонБоливияАнгела МеркельҺарымһаҡПутин Владимир ВладимировичУкраиналағы аслыҡ (1932—1933)ПрагаВайлдбериз (Wildberries)Лос-АнджелесБөжәктәрИран-Ираҡ һуғышыБритан энциклопедияһыШиһапов Зиннур Хәйҙәр улыРеинкарнацияСингапурУҡҫынны2017 йылРун яҙмаһыШәриғәтТом ХэнксТаштамаҡЛатин телеГрета ТунбергМөхәббәтАвстронезия халыҡтарыКраузе Александр СергеевичАфған һуғышыҠылымПастернак Борис ЛеонидовичДиего МарадонаНепалВаршаваЭлизия (тел белеме)Рәсәй Федерацияһының социаль картаһыWindowsӘбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улыЧукот автономиялы округыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыИкенсе донъя һуғышы1800 йылМартин Лютер КингДени Дидро27 март1799 йылҠорманай (Ауырғазы районы)Рональд Рейган1873 йылИстрополитана университетыБолгарияҠөрьән1811 йылҒәззәМузыкаКитап (нәшриәт)Бөйөк Британия (утрау)1705 йылЭнди УорхолОло ҠыҙылбайАгалакова Жанна ЛеонидовнаБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыМилли паркИнглиз телеБиографияЕйәнсураТалеСитдиҡ-МуллаУрта диңгеҙТөлкө🡆 More