Принтер

Принтер (ингл. printer — print «баҫыу») — компьютерҙың тышҡы перифериялағы ҡоролмаһы.

Был ҡоролма ярҙамында компьютерҙағы текст йәки график мәғлүмәтте ҡаты физик есемгә, мәҫәлән, ҡағыҙға йәки полимер пленкаға ҙур булмаған тиражда (бер нисә дананан бер нисә йөҙгә тиклем) баҫтырыу өсөн форма эшләп тормай күсереү мөмкин.

Принтер
Рәсем
Название с огласовками מַדְפֶּסֶת
Код MCN 8443.16.00
Принтер Принтер Викимилектә
Принтер
Лазерный принтер HP 4000, модель 1990-х годов

Принтерҙар ҙур тираждар баҫтырыуға тәғәйенләнгән полиграфия һәм ризография ҡоролмаларынан шуның менән айырыла.

Принтер — тәү сиратта юғары технологиялы компьютер менән эшләү өсөн сығарылған ҡоролма. Принтер хисаплау ҡоролмаһында һаҡланған мәғлүмәтте цифрлы форманан ҡулланыусы аңларлыҡ һәм оҙайлы һаҡлай алырлыҡ аналоглы төргә әүерелдереү өсөн тәғәйенләнә.

Бынан тыш, күп функциялы ҡоролмалар була (МФУ), улар бер прибор эсендә принтер, сканер, күсермә алыу аппараты һәм телефакс функцияларын берләштерә. Бындай ҡоролма техник һәм иҡтисади йәһәттән үҙен аҡлай, ҡулланыусы өсөн бик уңайлы.

Принтерҙың плоттер тип аталған махсус төрө бар.

Классификацияһы

1. График мәғлүмәтте баҫтырыу мөмкинлеге буйынса принтерҙар түбәндәге төрҙәргә бүленә:

  • алфавитлы-цифрлы, йәки символлы, тамғалы (сикләнгән һандағы символдарҙы баҫтырыу мөмкинлеге менән);
  • график.

2. Конструктив ҡоролошо һәм рәсемде баҫыу принцибы буйынса:

— һуҡма төр принтерҙар:

  • литералы (шрифтлы) принтерҙар;
  • матрицалы (энәле) принтерҙар;

— һуҡма булмаған принтерҙар :

  • ағымлы принтерҙар;
  • график-һыҙым төшөрөү принтерҙары (фломастерлы йәки тамсылы ағымлы);
  • лазерлы принтерҙар ( бер төрө — яҡтылыҡ диодлы принтерҙар);
  • термопринтерҙар;
  • ҡаты ҡаралы принтерҙар;
  • сублимациялы принтерҙар;
  • 3D-принтерҙар;
  • фотонлы принтерҙар;
  • офсетлы принтерҙар

3. Төрлө төҫ биреү буйынса:

  • аҡлы-ҡаралы (бер төҫлө, monochrome)
  • төҫлө (төрлө төҫлө, color).

Күп төҫлө принтерҙарҙа төҫлө модель нигеҙе итеп CMYK төҫтәре ҡулланыла:

CMYK-тың төп төҫтәренән тыш, төҫлө принтерға лайттар (Light Cyan һәм Light Magenta) ҡуйылыуы мөмкин, улар баҫылған материалдың сифатын яҡшырта, һүрәттең төҫөн теүәлерәк итеп бирә. Бынан тыш һүрәттең төҫөн теүәлерәк итеү өсөн ҡыҙғылт-һары һәм йәшел төҫ тә ҡуллана (Orange һәм Green). Төҫлө материалға баҫтырғанда ҡулланыу өсөн принтерға аҡ буяу ҙа ҡуйыла.

Юғары сифатлы фотоһүрәттәр һәм башҡа һүрәттәрҙе баҫтырғанда төҫөн теүәлерәк итеү өсөн фотопринтерҙар ҡулланыла.

4. Тоташтырыу интерфейсы төрө буйынса (мәғлүмәт сығанағы менән тоташтырыу):

— үткәргесле принтерҙар (үткәргес каналдары буйынса):

  • SCSI-интерфейс аша
  • последовательный порт (COM) аша
  • параллель порт (LPT) аша
  • Universal Serial Bus (USB) шинаһы аша
  • (LAN, NET) локаль селтәр аша
  • ике порт ярҙамында, был осраҡта бер порт ЧПУ приводы менән идара итә, икенсе порт аша мәғлүмәт баҫыусы головкаларға бара

— үткәргесһеҙ принтерҙар (үткәргесһеҙ бәйләнеш):

  • ИК-порт (IRDA) аша
  • Bluetooth аша
  • Wi-Fi (шулай уҡ AirPrint) аша

ИК-бәйләнеш 1—2 метрҙа торған ҡоролма менән генә була, радиотулҡындар ҡулланған Bluetooth һәм Wi-Fi интерфейстары 10 метр һәм 100 метрға тиклем аралыҡта ла ҡаршылыҡтар аша эшләй ала.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Инглиз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыЛатвияОҫҡонИрекмәнлекҒафаров Искәндәр Алмас улыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаТәбәристанҺынамыштарҺиндостанСанскритФилиппинРональд РейганБал ҡорттарыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыБүреМариан улағыӘл-Бәҡара сүрәһеГаметаДиего ВеласкесНауруз көжөһөҒәлимов Флүр Миншәриф улыЭмоцияУкраинаҠорама тегеүЭтҡол (Ейәнсура районы)Ҡыҙыл Байраҡ орденыФитнесЯңы йылЭлектр тогыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүХәсән НазарДионис театрыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыҺүҙбәйләнеш21 июльАяҡ табаныГәрәев Муса Ғайса улыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыДанияЙондоҙҙарҠарға бутҡаһыҒабдулла ТуҡайМалайзияБүләков Динис Мөҙәрис улы1873 йылЗыятдинов Гөлфәт Ғәбдинур улыЙөҙ йыллыҡ һуғышСеңләүНуриев Рудольф Хәмит улыБерлинСатурн (планета)ГерманияБашҡорт шәжәрәһеӘл-Жәзәри1964 йылMicrosoftҠыҙылтүшПоляк телеСаз (музыка ҡоралы)«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы🡆 More