Ҡояш (символы: ) — Ҡояш системаһындағы берҙән-бер йондоҙ.
Ҡояш тирәләй юлдаштары менән планеталар, кәрле планеталар, астероид, метеороид, комета һәм космос туҙаны әйләнә. Ҡояш массаһы бөтә ҡояш системаһының 99,866 % тәшкил итә. Ҡояш — Ергә иң яҡын йондоҙ. Ҡояш нуры Ергә тиклем 150 миллион км араны 8 минут 19 секундта үтә. Башҡа йондоҙҙар кеүек үк, Ҡояш та ғәйәт ҙүр эҫе газ шарынан ғибәрәт, ул нигеҙҙә водород менән гелийҙан тора. Ҡояшта туҡтауһыҙ термоядро реакцияһы бара, һөҙөмтәлә ифрат ҙур энергия бүленеп сыға. Шуның ике миллиардтан бер өлөшө генә Ергә килеп етә.
Ҡояш — Ҡояш системаһының үҙәге. Ҡояштың массаһы үҙе тирәләй әйләнгән бөтә планеталар массаһынан 750 тапҡырға артығырак. Бөтә йондоҙҙар кеүек үк Ҡояш та янар шар. Эсендә температура 15 миллион градусҡа етә. Ул иҫ киткес йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы. Ергә уның 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны йыһанға тарала. Әммә хатта шул өлөшө лә Ерҙәге ҡатмарлы процестарҙы тыуҙыра: һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар, штормдар.
Ҡояш Ерҙәге тереклекте тәьмин итә. Ҡояш яҡтылығында фотосинтез процесы башҡарыла. Ерҙәге ҡаҙылма байлыҡтар (таш күмер , нефть, торф һ.б.) миллион йылдар элек Ҡояш энергияһын туплаған. Ерҙәге ел иҫеүе, болоттар барлыҡҡа килеүе Ҡояш энергияһы ярҙамында башҡарыла.
Ҡояш йондоҙҙарҙың беренсе төрөнә ҡарай. Ҡояш системаһының барлыҡҡа килеүе тураһындағы киң таралған теорияларҙың береһе уның барлыҡҡа килеүенә бер йәки бер нисә саманан тыш ҙур яңы йондоҙҙарҙың шартлауы сәбәпсе булыуын раҫлай. Был фараз, атап әйткәндә, Ҡояш системаһы матдәһендә алтын һәм урандың аномаль ҙур өлөшө булыуына нигеҙләнә,был шартлау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән эндотермик реакциялар йәки икенсе быуын йондоҙо тарафынан нейтрондарҙы йотоу юлы менән элементтарҙың ядро трансформацияһы һөҙөмтәһе булыуы мөмкин.
Ҡояш нурланышы Ерҙәге төп энергия сығанағы булып тора. Уның ҡеүәтенә Ҡояш даимилығы хас — ҡояш нурҙарына перпендикуляр бер өлкә урынынан үткән һәм Ҡояштан (йәғни Ер орбитаһында) Ер атмосфераһынан ситтә урынлашҡан бер астрономик берәмек арауығында урынлашҡан нурланыш көсө. Был константа яҡынса 1,37 кВт/м². Ер атмосфераһы аша үткән ҡояш нурланышы энергияла яҡынса 370 W/m² юғалта, ә ер өҫтөнә бары тик 1000 В/м² ғына барып етә (аяҙ һауа торошонда һәм Ҡояш үҙенең иң бейек нөктәһендә булғанда). Был энергияны төрлө тәбиғи һәм яһалма процестарҙа ҡулланырға мөмкин. Әйтәйек, үҫемлектәр, уны фотосинтез аша ҡулланып, кислород бүленеү менән органик берләшмәләрҙе синтезлай.
Ҡояш нурҙары ярҙамында туранан-тура йылытыу йәки фотоэлементтар ярҙамында электр энергияһы булдырыу (ҡояш электр станциялары) етештереү йәки башҡа файҙалы эштәр башҡарыу өсөн ҡулланыла ала. Фотосинтез аша нефть һәм башҡа ҡаҙылма яғыулыҡтарҙа һаҡланған энергия элек-электән алынған.
Ҡояштан килгән ультрафиолет нурланыш антисептик үҙенсәлектәргә эйә, улар һыуҙы һәм төрлө объекттарҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡулланырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ тән ҡарайыуын (загар) тыуҙыра һәм башҡа биологик йоғонто яһай, мәҫәлән, организмдың D витамины етештереүенә булышлыҡ итә. Ҡояш спектрының ультрафиолет өлөшөнә тәьҫир итеү Ер атмосфераһындағы озон ҡатламы арҡаһында ныҡ көсһөҙләнә, шуға күрә Ер өҫтөндә ультрафиолет нурланыштың көсөргәнешлеге географик киңлек менән ныҡ үҙгәрә. Ҡояштың офоҡ өҫтөндә төштән һуң торған мөйөшө биологик адаптацияның күп төрҙәренә ҡағыла, мәҫәлән, Ер шарының төрлө өлкәләрендә кеше тиреһенең төҫө шуға бәйле. Ерҙән күк сфераһы аша күҙәтелгән Ҡояш юлы йыл дауамында үҙгәрә. Ҡояштың билдәле бер ваҡытта күктә биләгән нөктәһе йыл дауамында һүрәтләгән юл аналемма тип атала һәм төньяҡ-көньяҡ күсәре буйлап һуҙылған 8-ле һан формаһына оҡшаған. Ҡояштың күктәге күҙгә күренеп торған торошонда уның төньяҡ-көньяҡ йүнәлешендә 47° амплитудалы тирбәлеүе һиҙелерлек үҙгәреш булып тора (эклиптика яҫылығының күк экваторы яҫылығына 23,5°-ҡа тиң булыуы арҡаһында барлыҡҡа килә). Был вариацияның көнсығыш-көнбайыш күсәре буйлап йүнәлтелгән һәм ерҙең орбиталь хәрәкәте тиҙлегенең артыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән вариацияның тағы бер компоненты бар, сөнки ул перигелияға яҡынлаша һәм афелияға яҡынлашҡан һайын кәмей бара. Был хәрәкәттәрҙең тәүгеһе (төньяҡ-көньяҡ) миҙгелдәр алмашынырға сәбәп була.
Ер афелия нөктәһе аша июль башында үтә һәм Ҡояштан 152 миллион км алыҫлыҡта, ә перигелия нөктәһе аша — ғинуар башында һәм Ҡояшҡа 147 миллион км алыҫлыҡта яҡынлаша. Ҡояштың был ике дата араһында күренеп торған диаметры 3 %-ҡа үҙгәреп тора. Алыҫлыҡ айырмаһы яҡынса 5 миллион км булғанлыҡтан, афелионда Ер яҡынса 7 % аҙыраҡ йылылыҡ ала. Шулай итеп, төньяҡ ярымшарҙа ҡыш көньяҡ ярымшарға ҡарағанда бер аҙ йылыраҡ, ә йәй бер аҙ һалҡыныраҡ.
Ҡояш — әүҙем магнитлы йондоҙ. Көслө магнит ҡырына эйә, уның көсөргәнешлеге ваҡыт менән үҙгәрә һәм ҡояш максимумы ваҡытында яҡынса 11 йылға бер йүнәлешен үҙгәртә. Ҡояштың магнит ҡырындағы вариациялар төрлө эффекттар тыуҙыра, Уның дөйөмлөгө ҡояш әүҙемлеге тип атала һәм ҡояш таптары, ҡояш ялҡындары, Ҡояш ялҡындары вариациярары һ.б. күренештәрҙе үҙ эсенә ала, ә Ерҙә юғары һәм урта киңлектәрҙә поляр яҡтыҡлыҡтар (һаҙағайҙар) һәм геомагнит дауылдар барлыҡҡа килә. Улар элемтә эшмәкәрлегенә, электр энергияһын тапшырыу сараларына, шулай уҡ тере организмдарға кире йоғонто яһай. Магнтлы дауылдарға һиҙгер кешеләр был ваҡытта баш ауыртыуына һәм һаулығының насар булыуына зарланалар. Ҡояш әүҙемлеге уның системаһының барлыҡҡа килеүендә һәм үҫешендә, шулай уҡ Ер атмосфераһы төҙөлөшөнә лә ҙур роль уйнаған тип фаразлана.
Был астрономия буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡояш, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.