Әбү Симбел

Әбү Симбел — Нилдың көнбайыш ярындағы ҡая, уға Рамсес II (б.э.т.

1279—1213 йылдар) осорондағы Боронғо Мысыр ғибәҙәтханалары соҡоп эшләнгән. Нубияла, Асуандан 285 км көньяҡтараҡ, хәҙерге Мысыр-Судан сиге буйында урынлашҡан.

Әбү Симбел
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 1274
Рәсем
Имя в иероглифической разметке pr:Z1 <-U6-C12-C2-F31-S29-U6->
Культура Боронғо Мысыр
Дәүләт Әбү Симбел Мысыр
Административ-территориаль берәмек Асуан[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Урын Абу-Симбел[d]
Ил Новое царство[d]
Әҫәр заказсыһы Рамсес II[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Буркхардт, Иоганн Людвиг[d]
Асыу датаһы 1813
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙан 41,7 гектар
Коллаж
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d]
Әбү Симбел Әбү Симбел Викимилектә

Йылғаға уҡ етеп торған ҡая ваҡ бөртөклө ҡомташтан тора, бейеклеге 100 м, иероглифтарҙа «изге тау» тиелгән һәм фортификация ҡоролмалары менән нығытылғандыр тип фаразлана, шунлыҡтан был ер ул яҙмаларҙа «Рамзессополис ҡәлғәһе» тип аталғандыр. Хәҙерге Әбү Симбел атамаһы, моғайын, нубийса Ипсамбул тигәндән алынғандыр. Европала ғибәҙәтхана 1810-сы йылдарҙағы Иоганн Людвиг Буркхардт тасуирламаларынан билдәле.

Әбү Симбел Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Ғибәҙәтханалары

Ғибәҙәтханаларҙың ҙуры фирғәүен Рамсес II хөрмәтенә, илаһтар Амон, Ра-Хорахти һәм Птахҡа бағышлап төҙөлгән; унан бәләкәсерәк икенсе ҡорам Рамсес II-нең беренсе ҡатыны батшабикә Нефертари Меренмут хөрмәтенә, алиһә Хатхорға бағышланған.

Беренсеһендә мөһим тарихи һүрәттәр, яҙыуҙар һаҡланған. Унда үҙенә-үҙе баш эйеп торған батша төшөрөлгән, йәғни уның илаһи һынына кеше батша баш эйә. Ул башҡа илаһтар уратыуында ҡаяға арҡаһы менән торған ҙур һын итеп һүрәтләнгән. Көнсығыш фасадта, ғибәҙәтхана ишеге эргәһендә, өс илаһтың — Амондың, Ра-Хорахтиҙың, Птахтың — һәм батшаның үҙенең мөһабәт һыны яһалған, уларҙың бейеклеге 20 м самаһы. Мөһабәт скульптуралар аҫтында уның ғаилә ағзалары — әсәһе, ҡатыны Нефертари һәм балалары һынландырылған. Эске бүлмәләрҙең диуарҙары йола башҡарыу һәм хәрби күренештәрҙе һынландырған рельефтар менән биҙәлгән.

Әбү Симбел 
Рамсес ғибәҙәтханаһы
Әбү Симбел 
Коридорҙың арғы осо

Ғибәҙәтхана йылына ике тапҡыр — 22 октябрҙә һәм 22 февралдә иртәнге 6-ла — ҡояш нуры 65 м оҙонлоғондағы коридорҙы үтеп, 4 илаһтың ултырып торған һынына төшөрлөк итеп проектланған; Амон менән Ра-Хорахтиҙың һынына ул 6-шар минут, Рамзес II (уртала) һынына 12 минут буйы төшөп тора. Птах илаһ һынына ҡояш бер ҡасан да төшмәй. Ғибәҙәтхананың эске бүлемдәрендә — 2 гипостиль, доға ҡылыу урындары һәм Амон, Ра-Хорахти, Птах, Рамзес II һындары торған изге урын.

Кесе ғибәҙәтхана алдында горельеф итеп ташҡа ырылған алты статуя тора: һәр яҡлап батшаның — ике, батшабикәнең бер һүрәте һынландырылған; статуяларҙың бейеклеге 10 м самаһы. Ғибәҙәтхананың көньяғына, икенсе бәһлеүәндең һынына, коний ялланмалары ҡалдырған грекса яҙыу бар, был ялланмалар бында Псамметих II (б.э.т. 595—589) осоронда, Элефантинанан Эфиопияға сигенгән яугирҙәрҙе эҙәрләгәндә булып киткән.

Әбү Симбел 
Ғибәҙәтханаларҙың әүәлге һәм хәҙерге урыны менән һыу кимәлен һүрәтләгән модель

Ваҡыттар үтеү менән ғибәҙәтханалар ташландыҡ хәлгә килә, уларҙы ҡом күмеп китә. Псамметих II-нең б.э.т. VI быуаттағы яу сәфәрендә ҡом төп ғибәҙәтхананың статуяларын тубыҡҡа тиклем ҡаплаған булған. Онотолған ғибәҙәтханаларға 1813 йылда швейцар шәреҡсеһе Иоганн Людвиг Буркхардт юлыға. Төп ғибәҙәтхананың өҫкө фризын тапҡас, асышы тураһында итальян тикшеренеүсеһе авантюрист Джованни Бельцониға һөйләй, ул килеп, соҡоноп ҡарай, әммә ғибәҙәтхана ишеген таба алмай. Бельцони 1817 ҡабат килә һәм ғибәҙәтхана комплексына инеүгә өлгәшә.

Күсереү (1964—1968)

1952 йылғы революциянан һуң Нил йылғаһында, Асуан эргәһендә, икенсе плотинаны ҡороу башлана. Нил буйындағы ғибәҙәтханалар Насер һыуһаҡлағысы төбөндә ҡалырға тейеш була. 1959 йылда тарихи мираҫты ҡотҡарыу эше башлана.

ЮНЕСКО махсус комиссия йыя, уға ЮНЕСКО директоры, кәңәшләшеү комитеты етәксеһе һәм өс эксперт инә. Улар ҡомартҡыларҙы 30 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы ҙур киҫәктәргә бүлеп, икенсе урынға күсереп тергеҙеүҙе күҙҙә тотҡан шведс-мысыр проектын яҡлай.

Әбү Симбел 
Ҙур ғибәҙәтханалағы Бөйөк Рамсес статуяһы 1967 йылда икенсе урында йыйыла

Плотина 1960 йылда төҙөлә башлай. Ҡомартҡылар 1964—1968 йылдарҙа күсерелә. Эштәр совет белгестәре һәм сит ил инженерҙары тарафынан [источник не указан 1093 дня] башҡарыла.

Ғибәҙәтханаларҙың яңы урыны — йылға ағымы буйлап 65 метр өҫтәрәк һәм ярҙан 200 метрға ситтәрәк. Әбү Симбел менән Филе ҡомартҡыларын күсереү донъяла иң эре археология инженерлығы операцияларының береһе һанала.

Мәҙәниәттә

  • «Абу-Симбел» — Мысыр бәлзәме (30 градуслы спиртлы үлән төнәтмәһе), этикеткаһына Рамсес ғибәҙәтханаһы төшөрөлгән. СССР-ҙа 1970—1980-се йылдарҙа һатыуҙа булғылай.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

Әбү Симбел ҒибәҙәтханаларыӘбү Симбел Күсереү (1964—1968)Әбү Симбел МәҙәниәттәӘбү Симбел ИҫкәрмәләрӘбү Симбел ӘҙәбиәтӘбү СимбелБоронғо МысырНил

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыӘкиәтТел (лингвистика)ВикипедияҠорама тегеүҠушма һөйләмСиләбе өлкәһе2020 йылИльясов Спартак Мөжәүир улыМагнитогорскТормош15 апрельГәрәев Муса Ғайса улыЯрмуллин Азат Шакирйән улыБашҡорт халыҡ әкиәттәреДиего ВеласкесСыйырсыҡГамеланБашҡорт шәжәрәһеҺабантуйТарихБраузерСиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыХәсәнов Рим Мәхмүт улыБикбов Юныс Юлбарыҫ улыФонетикаЖаңһар (эпос)ҮзбәкстанЭдгар ПоБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыЭлектроникаУрал батырФитнесМусин Ноғман Сөләймән улыҒәҙелгәрәйИндонезияЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыҒәлимов Флүр Миншәриф улыАрхаизмдарЭволюцияБашҡорт дәүләт университетыҺыуһарБашҡорт балыҺүҙ төркөмдәреБеренсе донъя һуғышыЭҙләүҙе оптималлаштырыуЫрымбур өлкәһеSkypeОҫҡонГаметаХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыЭлектр тиҫкәрелекУкраинаҒайнан ХәйриАтаман станцияһыБөрйән районы мәмерйәләреСибайШвецияЭнциклопедияҠытай телеМюзиклБатицкий Павел ФёдоровичҮсекләшеүҙәрФранцияБуранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙыЙомаДионис театрыҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыБетон🡆 More