Ҡаҙағстанда дин — Ҡаҙағстан Республикаһындағы төбәктәрҙә ныҡлап таралған дини ағымдар йыйылмаһы.
Ҡаҙағстанда дин | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Ҡаҙағстанда дин Викимилектә |
Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцияһы илде донъяуи дәүләт тип билдәләгән. Ҡаҙағстанда Ислам төп дин булып тора. Ҡаҙағстан халҡының ҙур өлөшө — мосолмандар.
2009 йылда (СССР-ҙа 1937 йылғы йәниҫәбенән һуң тәүге тапҡыр) халыҡ иҫәбен алғанда респонденттарға уларҙың дингә ҡарата мөнәсәбәте тураһында һорау бирелде. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Ҡаҙағстан халҡының күпселеге (97 %) үҙен теге йәки был дин тотоусыларға индергән, һорау яуап биреүселәрҙең тик 3 % динле булмауын белдерҙе йәки яуап биреүҙән баш тартты.
Респонденттарҙың дингә мөнәсәбәтле яуаптары | Абсолют һан мең кеше | Халыҡтың өлөшө % |
---|---|---|
мосолмандар | 11 237,9 | 70,19 |
христиандар | 4 190,1 | 26,17 |
атеистар | 450,5 | 2,81 |
яуап бирмәнеләр | 81,0 | 0,51 |
башҡа диндәр | 30,1 | 0,19 |
буддасылар | 14,6 | 0,09 |
йәһүдиҙәр | 5,3 | 0,03 |
Йәмғеһе | 16 009,6 | 100,00 |
Этник төркөм | Ислам | Христианлыҡ | Йәһүдилек | Буддизм | Башҡа | Атеистар | Яуап биреүҙән баш тартҡандар | Йәмғеһе |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡаҙаҡтар | 9928705 | 39172 | 1929 | 749 | 1612 | 98511 | 26085 | 10096763 |
Урыҫтар | 54277 | 3476748 | 1452 | 730 | 1011 | 230935 | 28611 | 3793764 |
Үзбәктәр | 452668 | 1794 | 34 | 28 | 78 | 1673 | 722 | 456997 |
Украиндар | 3134 | 302199 | 108 | 49 | 74 | 24329 | 3138 | 333031 |
Уйғырҙар | 221007 | 1142 | 34 | 33 | 63 | 1377 | 1057 | 224713 |
Татарҙар | 162496 | 20913 | 47 | 58 | 123 | 16569 | 4023 | 204229 |
Немецтар | 2827 | 145556 | 89 | 66 | 192 | 24905 | 4774 | 178409 |
Корейҙар | 5256 | 49543 | 211 | 11446 | 138 | 28615 | 5176 | 100385 |
Төрөктәр | 96172 | 290 | 7 | 6 | 20 | 321 | 199 | 97015 |
Әзербайжандар | 80864 | 2139 | 16 | 16 | 24 | 1586 | 647 | 85292 |
Белорустар | 526 | 59936 | 25 | 9 | 20 | 5198 | 762 | 66476 |
Дунгандар | 51388 | 191 | 4 | 15 | 19 | 179 | 148 | 51944 |
Курдтар | 37667 | 203 | 11 | 6 | 9 | 285 | 144 | 38325 |
Тажиктар | 35473 | 331 | 2 | 6 | 30 | 307 | 128 | 36277 |
Поляктар | 235 | 30675 | 14 | 4 | 45 | 2486 | 598 | 34057 |
Чечендар | 29448 | 940 | 6 | 3 | 16 | 653 | 365 | 31431 |
Ҡырғыҙҙар | 22500 | 206 | 6 | 6 | 4 | 352 | 200 | 23274 |
Башҡа милләттәр | 54533 | 82254 | 1286 | 1433 | 210 | 13266 | 4233 | 157215 |
Йәмғеһе: | 11239176 | 4214232 | 5281 | 14663 | 3688 | 451547 | 81010 | 16009597 |
Бойондороҡһоҙлоҡ йылдарында Ҡаҙағстанда ысын-ысындар дини ренессанс барлыҡҡа килгән. 18 йылда дини ойошмалар һаны 6 тапҡырға артҡан - 1991 йылда 671 булһа, 2009 йылға 4200-ҙән ашыу булып киткән. Әлеге ваҡытта 3200 тиерлек мәсет, сиркәү, ғибәҙәт йорто эшләгән булған
International Religious Freedom Report 2010 мәғлүмәттәренә ярашлы Ҡаҙағстанда ошондай дини ойошмалар бар:
Ҡаҙағстанда Ислам диндең төп институты булып тора, мосолмандар илдәге халыҡтың 70 % тәшкил итә. Ҡаҙаҡтар — сөнниҙәр, (ғәр. أهل السنة والجماعة), Ислам диненең хәнәфи мәҙһәбенә ҡарайҙар.
Ҡаҙағстандың хәҙерге биләмәләрендә Ислам таралыу бер нисә быуатҡа һуҙылған процесс була. Башлап ислам дине VIII быуатта хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләренең көньяғына үтеп инә. Халыҡ араһында исламдың нығыныуы. Х быуат аҙағында уҡ Ислам Етеһыу һәм Һырдаръя буйҙарында ултыраҡ тормош алып барған халыҡ араһында нығына
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ислам таралыуға беренсе этәргес булып 751-се йылдарҙағы Талас һуғышы тора. Ул ваҡытта Түргеш ҡағанлығы төркиҙәре Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге ғәскәре менән берләшеп, Ҡытай ғәскәре өҫтөнән еңеү яулай. Еңеү Тан династияһының баҫышыуын туҡтата һәм ултыраҡ халыҡ араһында ислам нығыныуына килтерә.
Ҡарахани төрки империяһында Ислам дине төп урын яулай. Урта быуат төрки яҙыусыларынан Йософ Баласағуниҙың (1015-1016) «Кудатгу Билиг» әҫәре шул осор ҡомартҡыһы, ислам идеологияһы сағылышы булып тора.
Ислам дине шулай уҡ уға тиклем Ҡаҙағстанда йәшәп килгән зороастризм һәм тәңреселек менән дә үрелеп үҫешә.
Ҡаҙағстанда төрки халыҡтар һәм кавказдар, шулай уҡ тажиктар ислам динен тота.
Данияр Наурыз фекеренсә, илдә мәғлүмәт йәһәтенән ғәмәлдә атеизм темаһы тыйылған тип әйтеп була Мәҫәлән, дин-ара дошманлыҡ тыуҙырыуҙа ғәйепләнеп, Александр Харламов ҡулға алынған булған. Уның христианлыҡ һәм төрлө диндәр тураһында мәҡәләләрендә атеизмды пропагандалауы дин тотоусыларҙың хистәрен мыҫҡыллау тип тапҡандар
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡаҙағстанда дин, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.