Черногорияла Дин

Черногорияла дин - (Черного́рия (черногор.

Црна Гора, Crna Gora), Монтенегро йәки Ҡаратау) - Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, халҡы серб телендә аралашҡан дәүләттәге дин.

Черногорияла дин
Дәүләт Черногорияла Дин Черногория
Черногорияла Дин Черногорияла дин Викимилектә

Илдәге диндәр

Черногорияла православие дине тота. Байтаҡ мосолман дини йәмәғәттәре бар. Шулай уҡ католиктар күп һанлылар иҫәбендә. Башҡа дин вәкилдәре һаны халыҡтың 0,1 процентынан артмай.

Дин тотоусылар һаны

Черногорияла Дин 
Будвалағы сиркәүле күренеш

2003 йылда халыҡ иҫәбен алғанда конфессиональ билдәләнеш тураһындағы пункт индерелгән. Уның йомғаҡтарына ярашлы, ил халҡы тотҡан дине буйынса ошо рәүешле бүленгән:

6 003 кеше (0,97 %) бер ниндәй ҙә дин тотмауын белдергән, 2 424 кеше (0,39 %) үҙен агностик тип атаған, 13 867 кеше (2,24 %) яуап биреүҙән баш тартҡан.

Православие

Черногорияла Дин 
Цетин монастыры — Серб правослау үҙәге

Черногорияла правослау христиандар күпселекте тәшкил итә - (ҡаратаулылар) (52,5 %) һәм сербтар (42,7 %). Православие диндарҙары илдең к Серб правослау сиркәүенә лә, Черногория правослау сиркәүенә (уныһын башҡа правослау сиркәүҙәр танымай) лә ҡарай. Серб правослау сиркәүе митрополия статусына эйә булған Черногория-Приморье епархияһына инә

Черногорияла Дин 
Которҙағы католик Соборы

Католицизм

Черногория католиктары иҫәбенә албандар (36,98 %), хорватар (31 %) һәм ҡаратауҙар (черногориялылар) (22,76 %) инә, улар башлыса диңгеҙ буйында йәшәй. Структураһы йәһәтенән илдә католик сиркәүе Бара Архиепархияһына һәм Котор епархияһына бүленгән. Бара Архиепархияһы бер ниндәй митрополиға ла буйһонмай һәм туранан-тура Рим папаһы идаралығында тора. Котор епархияһы Сплит-Макарска Архиепархия митрополияһына буйһона.

Ислам

Черногорияла Дин 
Плевлдәге мәсет

Черногорияның Ислам дине тотоусылары башлыса түбәндәге милли төркөмдәргә ҡарай: босниялылар (43,49 %), славян-мосолмандар (21,91 %), албандар (20,75 %) һәм ҡаратаулылар (10,64 %). Мосолмандар Төбәк башлыса Плав, Рожае һәм Улцинь ҡалаларына яҡын йәшәйҙәр һәм ундағы халыҡтарҙың күпселеген тәшкил итә.

Йәһүдилек

2011 йылдың 18 сентябрендә Черногорияның Премьер-министр ашкеназ израиль баш раввины Йона Мецгер менән әңгәмәһендә йәһүдилекте дәүләт дине тип таныуҙарын белдерҙе

Иҫкәрмәләр

Tags:

Черногорияла Дин Илдәге диндәрЧерногорияла Дин Дин тотоусылар һаныЧерногорияла Дин ПравославиеЧерногорияла Дин КатолицизмЧерногорияла Дин ИсламЧерногорияла Дин ЙәһүдилекЧерногорияла Дин ИҫкәрмәләрЧерногорияла ДинБалҡан ярымутрауыСерб телеЧерногория

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Бер туған МаркстарАмерика Ҡушма ШтаттарыЫрымбур өлкәһеТаиландХафиз ШиразиБутанПортугал телеУшанов Юлай Ғиниәт улыТыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (Өфө)КалийСтәрлетамаҡ өйәҙеБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреТымыҡ ДонСербияАлжирБашҡортостандағы фәнни мәктәптәрҠабарҙы-Балҡар Республикаһы1850 йылБелоруссияның ауыл хужалығыМөхәмәтғата МансуровСуданРус партияһы (Греция)2022 йылУкраинаҒинуарЙыназа намаҙы1829 йылАдольф ГитлерАтомМари телеОмск өлкәһеСербтарҺоло турғайыИртәнге намаҙИсмәғилев Рәйес Абдрахман улыСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыУрыҫтарБирмингемТура мөйөшлө координаталар системаһыБингьолПоляк телеКонсерватизмҮҫәргәнМәжит ҒафуриХалыҡ-ара баскетбол федерацияһыБашҡортостан мәҙәниәте/Халыҡ артистарыСоммаруга СимонеттаБарелиБаш битНью-ДжерсиНияҙғол (Әбйәлил районы)МинзәләЫрымбурПилотһыҙ осоу аппаратыРумыния татарҙарыИлеш районыҒәлин Венер Йәғәфәр улыКөньяҡ алтай телеУшанов Ғиниәт Ғабдулла улыЙоһанн Себастьян БахФункция (математика)26 ғинуарҠан тамырҙарыБөгә (Мата ҡушылдығы)Уильям ШекспирИосиф IIҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыИзраильАрНидерланд🡆 More