Туған Тел. Рәми Ғарипов: шиғыр

«Туған тел» — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғыры.

Туған тел. Рәми Ғарипов
Атамаһы Туған тел
Сәнғәт формаһы шиғыр[d]
Автор Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1957
Туған Тел. Рәми Ғарипов: Тарихы, Тәржемәләре, Баһалама
Рәми Ғарипов

Тарихы

Туған тел

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле минең — хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле минең — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғырын 1957 йылда яҙа.

XX быуаттың 60-сы йылдарында, йәмғиәттә башҡорт теленә генә түгел, барлыҡ милли телдәргә иғтибар кәмей барған осорҙа, Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры халыҡты уйланырға мәжбүр итә. Шуның өсөн уға хатта «милләтсе» мөһөрө лә баҫыла. Шағир вафат булғандан һуң, уның тормош иптәше Надежда Васильевна, милләте буйынса украин булһа ла, төрлө осрашыуҙарҙа үҙенең сығышын саф башҡорт телендә «Туған тел» шиғырын уҡыу менән тамамлай.

Ә үҙгәртеп ҡороу башланған йылдарҙа, Башҡортостан Республикаһының үҙаллығы өсөн көрәш барғанда, «Туған тел» шиғыры әйҙәүсе лозунг, девиз көсөнә эйә була. Бөгөн был шиғыр башҡорт халҡының иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе булып тора. Ул һәр концерт-сараларҙа тиерлек яңғырай. Хәҙер инде уны яттан уҡыу буйынса интернет селтәрендә флешмобтар ойошторола. Унда Башҡортостан халҡы ғына түгел, хатта сит ил вәкилдәре лә ҡатнаша.


Тәржемәләре

Шиғыр украин (Евген Букет), рус, саха һәм белорус (Юрась Баланчук) телдәренә тәржемә ителгән.

Баһалама

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев шиғырға ошолай баһа биргән:

«„Туған тел“ — һүҙ маһирлығының да, фекер үткерлегенең дә, сәйәси һиҙгерлектең дә үрнәге ул. Ша­ғир оҫталығының камиллашыуы, ҡараш­тарының киңәйеүе ошондай күренеш­тәр­ҙең тыуыуына килтерҙе, һәм был әҫәр тормоштағы хәүефле тенденциялар тура­һында беренселәрҙән булып иҫкәртте»

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Туған Тел. Рәми Ғарипов: Тарихы, Тәржемәләре, Баһалама 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар

Tags:

Туған Тел. Рәми Ғарипов ТарихыТуған Тел. Рәми Ғарипов ТәржемәләреТуған Тел. Рәми Ғарипов БаһаламаТуған Тел. Рәми Ғарипов Шулай уҡ ҡарағыҙТуған Тел. Рәми Ғарипов ИҫкәрмәләрТуған Тел. Рәми Ғарипов ҺылтанмаларТуған Тел. Рәми ҒариповБашҡортостандың халыҡ шағирыҒарипов Рәми Йәғәфәр улы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хәйбуллин Ишморат Нәзир улыАсыҡ контентҺуғышКаракасБашҡорттарНаполеон IРостов АренаХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыҠошсо кантоныЯпонияның милли парламент китапханаһыБиблияФашизмСифатҠарға бутҡаһы25 апрельБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыБеренсе донъя һуғышыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыГрецияАсылыкүлСәғитов Ирек Хаммат улыТаралған йондоҙҙар тупланмаһы2012 йылЕнси актӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанИр енес ағзаһыМакроиҡтисад20 апрельСүриә теле1922 йылЭрзә телеҺыуМоро ислам азат итеү фронтыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыТау эшеМәккәКонституцион монархияВашингтон МонументыБронза быуаты23 апрельШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыБейсболГазпром Нефтехим СалауатНоябрьДибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙыӨфө губернаһыМакедон телеФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыБашҡортостан РеспубликаһыБаязит БикбайҠораллы КөстәрЖурналистикаРәсәй ФедерацияһыТөньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)АрҡайымҒәйнә28 февральХрущёв Никита СергеевичЯпон телеҠаҙағстанСанкт-ПетербургБашҡорт телендә аффиксацияСыйырсыҡБеларусьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельЭнциклопедияИнглиз телеQIWI🡆 More