Тай теле (ภาษาไทย /pʰa:sa:tʰɑj/, пхас-тхай тойҙың дайла) төркөмөнә тай-кадай тел ғаиләһенең (башлыса, Ҡытай лингвистик мөхитендә таралған, тигән фекер ҙә йәшәй, ул син-тибет телдәре ғаиләһенә ҡарай) тай төркөмөнә ҡарай.
Тай теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | ภาษาไทย һәм ภาษาไทย |
---|---|
Классификация | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 | таи 645 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Таиландтың рәсми теле булып тора. Һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 60 миллион кеше.
Тай теле лаос теле менән ауазлаш.
Тай алфавиты тай телендә һәм Таиландтың аҙсылыҡты тәшкил иткән халыҡтар телендә ҡулланыла. Алфавитта 44 тартынҡы хәреф, төп алфавиттан тыш, 4 тартынҡы (уларҙың икәүһе әлеге ваҡытта ҡулланылмай); һәр хәлдә, тондарҙы тамғалар өсөн 28 һуҙынҡы форма һәм 4 диакритик тамға бар. Һуҙынҡылар горизонталь буйынса һулдан уңға яҙыла, шул уҡ ваҡытта, тартынҡылар тап килгән һуҙынҡыға ҡарата өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан йәки һул яҡтан урын ала.
Латиница һәм кириллицанан айырмалы рәүештә, тай алфавитында баҫма һәм яҙма хәрефтәр бер-береһенән айырылмай. Һүҙҙәр араһында ара ҡалдырылмай, күпселек тай һүҙҙәре ябай булғанлыҡтан, был уҡыуҙы еңелләштерә. Һөйләмдәр араһында буш урын ҡалдырыла.
Үҙенсәлекле тай цифрҙары (ตัวเลขไทย) бар, әммә, ғәҙәттә, һин-ғәрәп (ตัวเลขอารบิก) һандары ҡулланыла.
Ихтимал, тай алфавиты, бороғо кхмер (อักขระเขมร) яҙыуынан барлыҡҡа килгәндер, ул иһә «ваттелутта» тип йөрөтөлгән көньяҡ-брахм яҙыу стиле яҙмаһын барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ ваттелутта, Джордж Сед тигән тикшеренеүсегә «паллава» тигән исем аҫтында ла билдәле. Традицияға ярашлы, алфавит 1283 йылда король Бөйөк Рамакхамхаенг (พ่อขุนรามคำแหงมหาราช) тарафынан булдырылған.
Тай алфавитында 21 тартынҡы өндө билдәләгән 44 һуҙынҡы хәреф бар. Хәреф-дублеттар санскрит һәм палиҙан төрлө тартынҡыларҙы күҙ алдына баҫтыра, улар тай телендә бер төрлө әйтелә. Уларҙың һаман да ҡулланылыуы тай телендә омофондар булып торған төрлө мәғәнәле үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең барлығы менән аңлатыла. Тартынҡы өс синыфҡа бүленгән: аҫҡы, урта һәм юғары; уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенән һуң торған һуҙынҡының тонын билдәләй. Был 44 тартынҡынан тыш, тартынҡы + һуҙынҡы бәйләнешен белдергән тағы дүрт тамға бар.
Телде өйрәнгәндә ярҙам рәүешендә шуны иҫтә тотор кәрәк: ғәҙәттә, һәр тартынҡы тай һүҙе менән күҙаллана, улар йә ошо уҡ өндән башлана, йә һүҙҙә ошо өн бар. Мәҫәлән, ข хәреф атамаһы — «kho khai» (ข ไข่), «kho» — өн, уға, һәм «khai» (ไข่) — ошо уҡ өндән башлана һәм «йомортҡа» һүҙен белдерә.
Ике тартынҡы («kho khuat» һәм «kho khon») тай телендә ҡулланылыштан төшөп ҡалдырылған. Имеш-мимештәргә ярашлы, 1892 йылда Эдвин Хантер Макфарланд беренсе тай баҫма машинкаһын уйлап тапҡас, ул машинкала бөтә хәрефтәргә лә урын етмәй, шунлыҡтан тап бына ошо ике хәрефте төшөрөп ҡалдырырға ҡарар итәләр.
Түбәндәге таблицала латиница яҙмаһының эквиваленттары күрһәтелә. Тартынҡыларҙың күбеһе ижек башында һәм аҙағында төрлөсә әйтелә. Колонкаларҙа бындай тартынҡыларҙың ижектәге тотҡан урынына ҡарап, уларҙың инициаль һәм финал мәғәнәләре килтерелә. Тартынҡылар бәйләнешен яҙма ижек тамамлаһа, ул саҡта беренсеһе генә әйтелә; ижек аҙағында урын алыуы ихтимал булған тартынҡы өндәре — [k], [м], [н], [ng], [п] һәм [t].
Тай Короллек институты тарафынан латин яҙмаһының рәсми стандарты рәсми рәүештә раҫланыуына ҡарамаҫтан, төрлө баҫмаларҙа романизацияның күп ҡырлы системаһы ҡулланыла. Латин транскрипцияһы системаһының күп ҡырлылығы көндәлек тормошта ҙур ғына ҡатмарлыҡтар тыуҙыра: һүҙҙе дөрөҫ әйтеүҙе ҡатмарлаштыра һәм уҡығанда, карталарҙа, юл күрһәткестәрендә буталсыҡтар барлыҡҡа килтерә. Тулыраҡ мәғлүмәт Халыҡ-ара фонетик алфавиты эквивалентында килтерелә:
Символ | Атамаһы | Король Транскрипцияһы | МФА | Класс | ||
---|---|---|---|---|---|---|
Инициаль | Финаль | Инициаль | Финаль | Класс | ||
ก | ko kai («тауыҡ») | k | k | k | k | M |
ข | kho khai («йомортҡа») | kh | k | kʰ | k | H |
ฃ | kho khuat («шешә») [устар.] | kh | k | kʰ | k | H |
ค | kho khwai («буйвол») | kh | k | kʰ | k | L |
ฅ | kho khon («кеше») [устар.] | kh | k | kʰ | k | L |
ฆ | kho ra-khang («ҡыңғырау») | kh | k | kʰ | k | L |
ง | ngo ngu («йылан») | ng | ng | ŋ | ŋ | L |
จ | jo jan («тәрилкә») | j | t | tɕ | t | M |
ฉ | cho ching («цимбалдар») | ch | — | tɕʰ | — | H |
ช | cho chang («фил») | ch | t | tɕʰ | t | L |
ซ | so so («сынйыр») | s | t | s | t | L |
ฌ | cho ka-choe («ағас») [устар.] | ch | — | tɕʰ | — | L |
ญ | yo ying («ҡатын-ҡыҙ») | y | n | j | n | L |
ฎ | do cha-da («таж») | d | t | d | t | M |
ฏ | to pa-tak («юныу балтаһы») | t | t | t | t | M |
ฐ | tho than («база, аҫтаҡ») | th | t | tʰ | t | H |
ฑ | tho montho («якшас ҡатыны [мифолог.]») | th | t | tʰ | t | L |
ฒ | tho phu-thao («ҡарт кеше») | th | t | tʰ | t | L |
ณ | no nen («монах-самманер») | n | n | n | n | L |
ด | do dek («бала») | d | t | d | t | M |
ต | to tao («гөбөргәйел») | t | t | t | t | M |
ถ | tho thung («тоҡ») | th | t | tʰ | t | H |
ท | tho tha-han («яугир») | th | t | tʰ | t | L |
ธ | tho thong («байраҡ») | th | t | tʰ | t | L |
น | no nu («сысҡан») | n | n | n | n | L |
บ | bo bai-mai («япраҡ») | b | p | b | p | M |
ป | po plaa («балыҡ») | p | p | p | p | M |
ผ | pho phueng («бал ҡорто») | ph | — | pʰ | — | H |
ฝ | fo fa («ҡапҡас») | f | — | f | — | H |
พ | pho phan («батмус») | ph | p | pʰ | p | L |
ฟ | fo fan («тештәр») | f | p | f | p | L |
ภ | pho samphao («парус шлюпкаһы») | ph | p | pʰ | p | L |
ม | mo ma («ат») | m | m | m | m | L |
ย | yo yak («якшас») | y | y | j | j | L |
ร | ro ruea («кәмә, корабль») | r | n | r | n | L |
ฤ | ro rue * | rue | — | rɯ | — | - |
ฤๅ | ro rue * | rue | — | rɯː | — | - |
ล | lo ling («маймыл») | l | n | l | n | L |
ฦ | lo lue [устар.] * | lue | — | lɯ | — | - |
ฦๅ | lo lue [устар.] * | lue | — | lɯː | — | - |
ว | wo waen («дүңгәләк») | w | w | w | w | L |
ศ | so sa-la («сатыр») | s | t | s | t | H |
ษ | so rue-si («дәрүиш») | s | t | s | t | H |
ส | so suea («юлбарыҫ») | s | t | s | t | H |
ห | ho hip («йәшник») | h | — | h | — | H |
ฬ | lo ju-la (һауа йыланының төрө) | l | n | l | n | L |
อ | o ang («һауыт») | ** | — | ʔ | — | M |
ฮ | ho nok-huk («өкө») | h | — | h | — | L |
Тай теленең һуҙынҡы өндәре һәм дифтонгылары һуҙынҡы символдарҙың, тартынҡылар менән һуҙынҡылар символдарының ауаздашлығы бәйләнешендә яҙыла. Һәр һуҙынҡыны инициаль тартынҡыға ( «-» һыҙығы менән билдәләнә) ҡарата, шулай уҡ ҡайһы берҙә финал тартынҡыға (икенсе һыҙыҡ) ҡарата ла билдәле бер позицияла урынлаша. Һуҙынҡылар тартынҡынан өҫтә, аҫта, уңда һәм һулда йәки ошо урынлашыуҙың бәйләнешендә лә тора ала. Әгәр һуҙынҡы инициаль тартынҡының алдынан да, һуңынан да бүленеп бирелһә һәм ижек тартынҡылар кластеры менән тамамланһа, ул саҡта бүленеш бөтә кластерға ла ҡағыласаҡ.
Әйтелеше Халыҡ-ара фонетик алфавит һәм Тай Короллек институтының латиница менән яҙыу системаһына, шулай уҡ романизация системаһының йыш осраған бер нисә вариантына ярашлы билдәләнә. Иң яҡын торған төньяҡ-көнсығыш англия-америка эквиваленты бирелә:
Символ | Название | МФА | Король тамғаланышы | Варианты | Русса эквиваленты |
---|---|---|---|---|---|
— | a (асыҡ ижектә) | a | a | u | а |
— — | o (ябыҡ ижектә) | o | o | о | |
-รร- | ro han * | ɑ | a | u | атҡы аңҡау а |
-ว- | wo waen * | ua | ua | uar | уа |
-วย | sara uai | uɛj | uai | уай | |
-อ | sara o | ɔː | o | or, aw, ow | оо |
-อย | sara oi | ɔːj | oi | oy | оой |
-ะ | sara a | aʔ | a | u | ак |
-ั — | mai han-akat | ɑ | a | u | а |
-ัย | sara ai | ɑj | ai | ай | |
-ัว | sara ua | ua | ua | ewer | уа |
-ัวะ | sara ua | uaʔ | ua | ewer | уак |
-า | sara a | aː | a | ar, aa | аа |
-าย | sara ai | aːj | ai | aai, aay | аай |
-าว | sara ao | aːw | ao | аау | |
-ำ | sara am | ɑm | am | um | ам |
-ิ | sara i | i | i | и | |
-ิว | sara iu | iw | iu | иу | |
-ี | sara i | iː | i | ee, ii, y | ии |
-ึ | sara ue | ɯ | ue | eu, uh | ы |
-ื | sara ue | ɯː | ue | eu | ыы |
-ุ | sara u | u | u | oo | у |
-ู | sara u | uː | u | oo, uu | уу |
เ- | sara e | eː | e | ay, a, ae, ai | ээ |
เ-็ — | sara e | e | e | э | |
เ-ะ | sara e | eʔ | e | eh | эк |
เ-ย | sara oei | ɤːj | oei | ээй | |
เ-อ | sara oe | ɤː | oe | ur, eu, u | ээ |
เ-อะ | sara oe | ɤʔ | oe | eu, u | эк |
เ-ิ — | sara oe | ɤ | oe | eu, u | э |
เ-ว | sara eo | eːw | eo | eu, u | ээу |
เ-า | sara ao | aw | ao | aw, ow | ау |
เ-าะ | sara o | ɔʔ | o | orh, oh, or | ок |
เ-ีย | sara ia | iːa | ia | ear, ere | ииа |
เ-ียะ | sara ia | iaʔ | ia | iah, ear | иак |
เ-ียว | sara iao | io | iao | iow | ио |
เ-ือ | sara uea | ɯːa | uea | eua, ua | ыыа |
เ-ือะ | sara uea | ɯaʔ | uea | eua, ua | ыак |
แ- | sara ae | ɛː | ae | a, e | ээ |
แ-ะ | sara ae | ɛʔ | ae | aeh, a | эк |
แ-็ — | sara ae | ɛ | ae | aeh, a | э |
แ-ว | sara aeo | ɛːw | aeo | eo | ээу |
โ- | sara o | oː | o | or, oh | оо |
โ-ะ | sara o | oʔ | o | oh | ок |
ใ- | sara ai mai muan | ɑj | ai | ay, y | ай |
ไ- | sara ai mai malai | ɑj | ai | ay, y | ай |
Һәр билдәләнеш «kai kor» тартынҡыһына ҡарата билдәле бер позицияла тора. Тондарҙың атамаһы һинд телендәге «бер», «ике», «өс» һәм «дүрт» һандарынан барлыҡҡа килгән.
Символы | Исеме | Әһәмиәте |
---|---|---|
ก่ | mai ek | беренсе тонды билдәләү |
ก้ | mai tho | икенсе тонды билдәләү |
ก๊ | mai tri | өсөнсө тонды билдәләү |
ก๋ | mai jat-ta-wa | дүртенсе тонды билдәләү |
ก็ | mai tai-khu | һуҙынҡыны ҡыҫҡарта |
ก์ | mai thantakhat, ga-ran | тын хәрефете белдерә |
Символы | Исеме | Әһәмиәте |
---|---|---|
ฯ | pai-yan noi | үҙенән алдағы һүҙ ҡыҫҡартылған |
ฯลฯ | pai-yan yai | һәм башҡалар. |
ๆ | mai ya-mok | үҙенән алдағы һүҙ йәки фраза ҡабатлана |
Тай теленә тональ система хас. Тондың дөрөҫ әйтелеше синфи бүленеш яғынан хәрефтең ваннаюк диакритик тамғаланышының траянгы һәм тоны буйынса билдәләнә.
Типологик тай теле — изоляцияланған тел. Һүҙҙәр тәртибе: эйә — хәбәр — тултырыусы (эйә төшөп ҡалырға ла мөмкин). Тай телендә 7 һүҙ төркөмө бар.
Сифат менән рәүеш араһында морфологик айырмалыҡтар юҡ, йәғни бер үк һүҙ ике осраҡта ла берҙәй үк ҡулланыла. Аныҡлаусы үҙе асыҡлап килгән һүҙҙән һуң килә, ул исемдән, ҡылымдан йәки сифаттан, хатта рәүештән дә килә ала. Билдәнең көсөргәнешлеге аныҡлаусы һүҙҙең «бик» (был осраҡта икеләтә көс менән әйтелгәндең беренсе һүҙе иң юғары тон менән әйтелә) йәки «иң» (ике һүҙ ҙә бер үк тоналлек менән әйтелә) мәғәнәнең икеләтә арттырылыуы менән күрһәтелә .
Сағыштырыу дәрәжәһе «AХ กว่า В» (kwa, IPA: kwaː) конструкциялары ярҙамында барлыҡҡа килә, A — X B-ға ҡарағанда артығыраҡ.; артыҡлыҡ дәрәжәһе конструкцияһы — «X A ที่สุด» (thi sut, IPA: tʰiːsut), А X-ға ҡарата айырыусы өҫтөн.
Сифаттар хәбәр урынында ла ҡулланыла ала, заманды күрһәтеү өсөн ярҙамсы һүҙҙәр бар.
Ҡылымдар һан һәм зат менән үҙгәрмәй; заманды, йүнәлеште, һөйкәлеште билдәләү өсөн, нигеҙҙә, ярҙамсы һүҙҙәр ҡулланыла. Ҡылымдың икеләтелеүе хәрәкәттең көсөргәнешлеге артыуын аңлатыусы мәғәнәгә эйә.
Ҡылымдың замандары түбәндәге рәүешле барлыҡҡа килә.
Инҡар итеү ҡылым алдына ไม่ (mai, «түгел») өҫтәү ярҙамында белдерелә.
Исемдәрҙең килеш һәм енес (род) категорияһы юҡ. Артиклдәр ҙә булмай.
Күплекте билдәләү түбәндәгесә ҡулланыла:
Зат алмаштары (ҡара. кхамсапхан) һөйләшкәндә күпселек осраҡта төшөрөп ҡалдырыла, шул уҡ ваҡытта, иркәләү-кесерәйтеүҙе белдергән исемдәр бик йыш ҡулланыла. Король телендә һәм боронғо тай телендә үҙенсәлекле алмаштар ҙа бар. Түбәндә йәнле һөйләү телмәрендә ҡулланылған алмаштар күрһәтелә:
Һүҙ | RTGS | IPA | Мәғәнәһе |
---|---|---|---|
ผม | phom | [pʰǒm] | «мин» (ир-егет; рәсми) |
ดิฉัน | dichan | [dìːtɕʰán] | «мин» (ҡатын-ҡыҙ, рәсми) |
ฉัน | chan | [tɕʰǎn] | «мин» (ир-егет йәки ҡатын-ҡыҙ, рәсми) |
คุณ | khun | [kʰun] | «Һеҙ» (ихтирам билдәһе) |
ท่าน | than | [tʰâːn] | «Һеҙ» (юғары статуслы кешегә ҡарата ихтирам билгеһе) |
เธอ | thoe | [tʰɤː] | «һин, ул» (рәсми булмаған) |
เรา | rao | [raw] | «беҙ, мин» (формаль булмаған) |
เขา | khao | [kʰǎw] | «ул» (жен, муж. род) |
มัน | man | [mɑn] | «ул»(средний род) |
พวกเขา | phuak khao | [kʰǎw pʰûak] | «улар» |
พี่ | phi | [pʰîː] | «ағай, апай» (өлкәнерәк ике туған апаһына һәм ағаһына, туған булмағандарға өндәшеү өсөн ҡулланыла) |
น้อง | nong | [nɔːŋ] | «ҡусты, һеңле» (үҙенән кесе ике туғандарға, туған булмағандарға мөрәжәғәт итеү өсөн ҡулланыла) |
ลูกพี่ ลูกน้อง | һуған һуған phi nong | [luːk luːk nɔːŋ pʰiː] | «ике туған ағай, апай» |
Тамамлау киҫәксәләре — күпселек осраҡта тәржемә ителмәй торған һүҙ төркөмдәре, улар һөйләм аҙағында ҡулланылып, хөрмәтләүҙе, үтенесте, илһамланыуҙы йә һөйләүсенең кәйефен күрһәтә, ә рус телендә былар барыһы ла интонация ярҙамында тапшырыла. Яҙма телмәрҙә ҡулланылмай. Тамамлау киҫәксәләренең күбеһе, мәҫәлән ครับ (khrap, kʰráp, юғары тонда) ир-аттар өсөн, һәм ค่ะ (kha, [kʰâ], түбәнәйеүсе тонда) ҡатын-ҡыҙ өсөн ишеләре ихтирам билдәһен белдерә.
Һүҙ | RTGS | IPA | Мәғәнәһе |
---|---|---|---|
จ๊ะ | ja | [tɕaʔ] | үтенес |
จ้ะ, จ้า или จ๋า | ja | [tɕaː] | акцент |
ละ или ล่ะ | la | [laʔ] | акцент |
สิ | si | [siʔ] | акцент йәки бойороу |
นะ | na | [naʔ] | йомшаҡ үтенес |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Тай теле, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.