Сванидзе Екатерина Семёновна

Сванидзе Екатерина (Като) Семеновна (груз.

Сванидзе Екатерина Семёновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Сванидзе Екатерина Семёновна Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 2 (14) апрель 1885
Тыуған урыны Баджи[d], Кутаиси губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 ноябрь (5 декабрь) 1907 (22 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Тифлис губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз һәм Сабыртмалы тиф
Ерләнгән урыны Тбилиси
Атаһы Свимон Сванидзе[d]
Әсәһе Сепора Двали[d]
Бер туғандары Сванидзе, Александра Семёновна[d], Александр Семёнович Сванидзе[d] һәм Сванидзе, Мария Семёновна[d]
Хәләл ефете Сталин Иосиф Виссарионович
Балалары Джугашвили Яков Иосифович
Сванидзе Екатерина Семёновна Сванидзе Екатерина Семёновна Викимилектә

Биографияһы

Екатерина Сванидзе — азнаур (ваҡ грузин дворяны) нәҫеленән, атаһы Семен (Семион) һәм Сепора (Саппора) Двали-Сванидзе (1908 йылдан һуң вафат була). Ике апаһы — Мария (1888—1942) һәм Александра, ағалары — Александр (Алеша)(1886—1941) һәм Михаил (Миха) булған. Тбилиси ҡалаһында Фрейлинская урамы, 3 йорт адресы буйынса йәшәгәндәр, Като көнлөксө булып эшләгән: кер йыуған һәм теккән.

Уның ағаһы Иосиф Джугашвили менән бергә Тифлис дини семинарияһында уҡый.

Никахлашыу 1906 йылда Тифлистағы Изге давид храмында уҙғарыла. Миха Цхакая уның әйттерелгән атаһы була.

1907 йылдың 5 декабрендә, һигеҙ айлыҡ балаһын ҡалдырып, туберкулез йәки ҡорһаҡ тифынан (ҡара һырҡау) вафат була . Тбилисиҙа Кука зыяратында ерләнгән.

«Йәш Сталин» китабы авторы, британ тарихсыһы Саймон Монтефиоре Сталиндың Катоға ҡарата булған тойғоларында шикләнмәй: ҡатынының туғандары (улар бөтәһе лә 1930-сы йылдарҙа һәләк ителә) шаһитлығына таянып, ҡатынын ерләгән саҡта Сталин аҡылдан яҙыу хәленә барып етә, Като менән табутты ҡәбергә төшөргән саҡта Сталин соҡорға ырғый һәм уны ҡыйынлыҡ менән унан тартып сығаралар, тип яҙа. Сталиндың беренсе улы Яковты Катоның әсәһе тәрбиәләп үҫтерә.

Екатеринаның ағаһы Александр Семенович Сванидзе 1937 йылдың декабрендә ҡулға алына һәм 1941 йылдың 20 авгусында атып үлтерелә. Шулай уҡ уның ҡатыны Мария, Тбилиси опера театры йырсыһы, һәм уның Мария һеңлеһе репрессияға эләгәләр һәм 1942 йылда СССР НКВД Махсус бүлеге ҡарары буйынса атып үлтереләләр.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Вокруг Сталина: Историко-биографический справочник / Авторы-составители Торчинов В. А., Леонтюк А. М. — СПб.: «Филологический факультет Санкт-Петербургского университета», 2000. — 608 с. — 3000 экз. — ISBN 4-8465-0005-6.
  • Kotkin Stephen. Stalin, Volume I: Paradoxes of Power, 1878–1928. — Нью-Йорк: Penguin Press, 2014. — ISBN 978-1-59420-379-4.

Ҡалып:Шәжәрә (генеалогия ағасы)

Tags:

1885 йыл1907 йыл5 декабрьГрузин телеДжугашвили Яков ИосифовичСталин Иосиф Виссарионович

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Байдин Николай АнатольевичАнтипин Филипп ЛукьяновичГрецияТицианЕвгений МоросниковЗекерБикбаев Рауил Төхфәт улыМөсәт1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыУрта быуаттар1924 йылФәритов Айрат Тәбрис улыЯрлылыҡАреалБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеКоморҠәҙим АралбайНиғмәтуллаҠара гөбөргәйелКарл МарксИҫәкәй (Бишбүләк районы)Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыЮлъяҡшин Радик Мөхәрләм улыДжазАзимов АйзекДор ШабашевицҺунарсы башҡортТанзиматЕкатерина IIАфған һуғышыҺарытау өлкәһеЕнси актТатар дәүләт гуманитар-педагогия университетыСовет Социалистик Республикалар СоюзыТиҙләнешЭлвис ПреслиСәлимов Марсель Шәйнур улыБашҡорттарСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыБашҡортостан Республикаһының Юғары СудыБаш битЙәһүдилекБал ҡорттарыНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)Шығай (Силәбе өлкәһе)Йыланлы (утрау)Белоруссияла немец оккупацияһы (1941—1944)ЧегодаевМәскәү дәүләт университеты1965 йылТаралған йондоҙҙар тупланмаһы1934 йылБерлинВикимилекЙондоҙ дәүмәле2020 йылБоланИр енес ағзаһыЭстонияла исламСоветтар Союзы ГеройыАнамнияларШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыТөрки халыҡтарНатрий карбонатыҺүҙ төркөмдәре🡆 More