Болан

Викитөрҙәрсистематикаһы

?
Болан
Аҫыл болан
Аҫыл болан
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Инфракласс: Плаценталылар
Отряд: Ҡуш тояҡлылар
Подотряд: Көйшәүселәр
Ғаилә: Боландар
Латинса исеме
Cervus Linnaeus, 1758
ITIS 180695
NCBI 9860

Бола́н (лат. Cervus) — ҡуш тояҡлы, тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан. ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

Таралышы

Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ‑көнбайыш Африкала таралған. 19 быуаттың 1‑се яртыһына тиклем барлыҡ Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы буйлап таралған була, 1941—42 йылдарҙа «Башҡорт» ҡурсаулығы биләмәһенә Алтайҙан килтерелгән 39 хайуан ебәрелә, улар климат шарттарына уңышлы яраҡлаша. Ҡыраҡа һәм Уралтау һырттарының япраҡлы, ҡатнаш урмандарында һәм тау далаларында тереклек итә.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙә оҙонлоғо 240 см, мундаһының бейеклеге 155 см, ауырлығы 300 кг, инә зат вағыраҡ. Төҫө йәйен ерәнһыу‑көрән, ҡышын — һорғолт йәки көрән, өҫкө ирене, ҡорһағы, аяҡтары һәм ҡойроҡ эргәһе «көҙгөһө» аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, асығыраҡ төҫтә, ата М. тармаҡлы мөгөҙлө (9 тармаҡҡа тиклем), улар март—апрель һалына, яңылары июлгә үҫеп сыға. Ҡолаҡтары ҙур, овал формала. Муйыны ҡыҫҡа, аҫ яҡтан оҙон төк м‑н ҡапланған. Аяҡтары оҙон, тояҡтары киң. Ҡойроғо 15 см.

Үрсеүе

Полигам. Енси яҡтан 15—16 айҙа өлгөрә. Тимгелле 1, һирәк осраҡта 2 быҙау тыуҙыра. 15—16 (һирәк осраҡта 20) йыл йәшәй.

Йәшәйеше

Башлыса иртән һәм кисен туҡлана. Үлән һәм ағас‑ҡыуаҡ үҫемлектәр, лишайниктар, бәшмәктәр, ҡышын — ағас ҡабығы, бесән, имән сәтләүеге менән туҡлана. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Tags:

Болан ТаралышыБолан ҠылыҡһырламаБолан ҮрсеүеБолан ЙәшәйешеБолан Шулай уҡ ҡарағыҙБолан ИҫкәрмәләрБолан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хәмит Зөбәйер ҠушайПхеньянБерғаҙанИнфляция1740 йылИнтернетБайкалКомпьютер уйыны1832 йылҠылымБранденбург1843 йылМәҡәлдәр һәм әйтемдәр1852 йыл2023 йыл22 апрельКөньяҡ Африка Республикаһы1944 йылБодли китапханаһыЙәнгиров Йомаҙил Йәнгир улыҠолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙыИр енес ағзаһыМайкл ДжексонНью-ЙоркМалайзияСүриәДаурова Илита КирилловнаХәйретдин МөжәйШакирйәнов Мәғәнәүи Шакирйән улыХәсән НазарДотком1926 йылЗагросАғиҙел (хоккей клубы)Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙыВенгрияЭстонияла исламМиәкә районыСоветтар Союзы Коммунистар партияһыНазар НәжмиГликерия (йырсы)Саҡ-Суҡ (бәйет)Ғөләмә2003 йылЕнси актБашҡорт дәүләт педагогия институтыВизантия империяһыБишкәкРәшит НиғмәтиВикипедияУрамБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре1873 йылЛокусЙәһүд календарыЭгон ШилеЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыТөрки ҡағанлығыЗәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улыДивизияТеология🡆 More