Павлов Сергей Тимофеевич

Павлов Сергей Тимофеевич (6 июль 1897 ― 13 апрель 1971) ― медицина хеҙмәте генерал-майоры, совет ғалимы, дерматовенеролог, медицина фәндәре докторы, профессор, Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы мөдире (1940—1968 йй.).

Павлов Сергей Тимофеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Павлов Сергей Тимофеевич Рәсәй империяһы
Павлов Сергей Тимофеевич Совет Рәсәйе
Павлов Сергей Тимофеевич СССР
Тыуған көнө 6 июль 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дерматолог, ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]

Биографияһы

Павлов Сергей Тимофеевич 1897 йылдың 6 июлендә Санкт-Петербург ҡалаһында профессор, надворный советник Тимофей Павлович Павлов ғаиләһендә тыуған. 1909 йылда Сергей Карл Май гимназияһының өсөнсө класына уҡырға инә. 1915 йылда гимназияла уҡыуын тамамлап, Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә, уны 1919 йылда уңышлы тамамлай. 1919 йылдан 1922 йылға тиклем Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. 1922 йылда Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар клиникаһында ординатор булып эшләй башлай.

1924 йылда Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы уҡытыусыһы була. 1927 йылда Германияға командировкаға бара, унда профессорҙар А. Бушке һәм И. Ядассонда эшләй. 1934 йылда Хәрби-медицина академияһында эшләү менән бер үк ваҡытта И. И. Мечников исемендәге медицина университеты-дауаханаһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы мөдире итеп һайлана, кафедраны 1948 йылға тиклем етәкләй. 1937 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Экспериментальные данные по вопросу об иммунитете при сифилисе кроликов и влияние на него недостаточных доз сальварса новых препаратов» темаһына диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1940 йылдан профессор ғилми дәрәжәһенә эйә. 1940—1968 йылдарҙа Хәрби-медицина академияһының тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһы мөдире итеп һайлана һәм эшләй.

80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән экзема, нейродерматит, парапсориаз патогенезы һәм клиникаһын, сифилистың дөйөм патологияһын, хәрбиҙәр араһында дерматоз ауырыуының сәбәптәрен, дерматовенерологияны уҡытыу ысулдарын өйрәнеүгә арналған 2 монография авторы. Экземаның невроген патогенезын ентекләп өйрәнә. Уның етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет Армияһы хәрбиҙәре араһында тире һәм венерик ауырыуҙар менән ауырыусанлыҡҡа тәрән медицина анализы үткәрелә, уларҙың таралыуына юл ҡуймау саралары баһалана. Тире һәм венерик ауырыуҙар буйынса дәреслек авторы.

Медицина берләшмәһенең әүҙем ағзаһы. Бөтә Союз (1957—1965) һәм Ленинград (1958—1971) ғилми йәмғиәттәре рәйесе итеп һайлана, Ҙур медицина энциклопедияһының 2-се баҫмаһының «Дерматология һәм венереология» редакция бүлегенең яуаплы мөхәррире була.

1971 йылдың 13 апрелендә вафат була. Санкт-Петербургтың Богословский ҡала зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

Хеҙмәттәре, монографиялары:

  • К вопросу об иммуно-биологических реакциях при экспериментальном сифилисе кроликов, Труды Воен.-мед. акад., т. 1, Л., 1934, с. 117;
  • А. Г. Полотебнов, 1838—1907, Л., 1955;
  • О роли кожных рецепторов в процессе сенсибилизации кожи к некоторым химическим веществам, Вестн, вен. и дерм., № 1, с. 3, 1955;
  • О нейрогенном патогенезе экземы, Труды Воен.-мед. акад., т. 68, с. 12, Л., 1957;
  • Общая патология сифилиса, Многотомное, руководство по дерматовенерологии, под ред. О. Н. Подвысоцкой, т. 1, кн. 1, с. 81, Москва, 1959;
  • Кожные и венерические болезни, Москва, 1975.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хеҙмәте өсөн түбәндәге наградалар менән билдәләнгән:

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Архангельский С. П. Профессор Сергей Тимофеевич Павлов, Труды Воен.-мед. акад., т. 68, Л., 1957, с. 5;
  • Сергей Тимофеевич Павлов (К 70-летию со дня рождения), Вестни, дерматолога и венеролога, № 6, 1967, с. 89.
  • «Незабытые могилы. Российское зарубежье: некрологи 1917—1999 в шести томах», Составитель В. Н. Чуваков. М., 2004, том 5, стр.293.

Һылтанмалар

Tags:

Павлов Сергей Тимофеевич БиографияһыПавлов Сергей Тимофеевич Фәнни эшмәкәрлегеПавлов Сергей Тимофеевич Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреПавлов Сергей Тимофеевич ИҫкәрмәләрПавлов Сергей Тимофеевич ӘҙәбиәтПавлов Сергей Тимофеевич ҺылтанмаларПавлов Сергей Тимофеевич13 апрель1897 йыл1971 йыл6 июль

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

РифәғилекЕнси актҒаләмЦунамиОш (Ҡырғыҙстан ҡалаһы)ПлотинаХалыҡ иҫәбен алыуИшбирҙин Хәлил Әнүәр улыҠытаутамаҡДобролюбов тыҡрығы (Таганрог)Сәнәғәт инҡилабыКанадаАнри МатиссҠыуандыҡ районыҒәйнәКонькиҙа шыуыуИҡтисадҠорманSonyФинляндияСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыАналитик химияАкарологияФункция (математика)Сәлим IТемәс башҡорт педагогия училищеһыИзобреталь КомфортБоливияАҠШАсҡыс (йоҙаҡ асҡысы)Асыҡ контентАргентинаБасов Василий Александрович2023 йылИлеш районыПреторияКарел ҡайыныХанты-Манси автономиялы округы — ЮграБелоруссияСинт-МартенТеләүембәтов Иршат Әнүәр улыБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзыBonVentureБөйөк Кир IIТимерханов Илдус Хәмит улыБайрамғолов Юлай Ейәнғәле улыҒинуарКаспаров Гарри КимовичЦицеронҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыЕвропаЖанна д'АркПоляк телеБарелиЛеопард ере (милли парк)ӨлкәнМолукка утрауҙарыКонсерватизмХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыТуңғатарПортугал телеГәрәев Муса Ғайса улыИосиф II🡆 More