Литва Мосолмандары

Ислам — Литвалағы бик әҙ генә кеше тотҡан диндәрҙең береһе.

Литва мосолмандары
Дәүләт Литва Мосолмандары Литва
Литва Мосолмандары Литва мосолмандары Викимилектә
Литва Мосолмандары
Вильнюс янындағы Немежиста татар зыяратындағы мәсет, Литва

Тарихы

Мосолмандарҙың Литвала йәшәй башлауы

Литвала мосолмандар XIV быуаттан даими йәшәй башлайҙар, һәм был иң элек Польша-Литва татарҙары менән бәйле. Илдең территорияһында биш мәсет иҫәпләнә.

Мосолман литва халҡы — башлыса татарҙар тоҡомо, алты йөҙ йылдан ашыу элек бында йәшәй башлаған. Татарҙарҙы Литва кенәзе тәре йөрөтөүселәрҙең баҫып алыуынан һаҡлашырға саҡыра, ул татар һуғышсыларына ил сигендә, ҡалалар һәм ҡәлғәләр янында ер биргән.Мосолмандар Вильно янында ултырған Ваки йылғаһы уйһыулығына күпләп күсенеп ултыра, шулай уҡ Лид, Трок, Ошмян, Новогруд, Брест уездах һәм Волындә ерегәләр.

Кенәз татарҙарға дин тоторға ирек, төрлө өҫтөнлөктәр биреп, үҙенә тоғро яугирҙар туплап ала. Бөйөк Литва кенәзлеге ерҙәрендә мосолмандар икенсе тыуған илен таба. Татарҙар этник һыҙаттарын һыҙаттарын, тәртип-йолаларын һаҡлаған. Мосолмандарға мәсет төҙөргә рөхсәт бирелә, мырҙалар поляк һәм литва элитаһы менән тиң хоҡуҡлы тип таныла.

ХХ быуат аҙағы - яңы быуат башы

Литва татарҙары йәмғиәте рәйесе, мөфтөй Адас Якубаускас һүҙҙәре буйынса, Литвала ислам христиан дине менән бер үк ваҡытта — XIV быуатта килеп ингән. 1989 йылда Литвала 5 меңгә яҡын мосолман булған, XXI быуат башына иһә яҡынса 4 мең ҡалған, шуларҙың 25 - динде яңы ҡабул иткән.

Статистика буйынса, бөгөн Литвала өс меңдән ашыу мосолман йәшәй. Ысынында, мосолман һаны ун меңгә барып етә, ти мөфтөй. Литвала рәсми рәүештә 7 мосолман дини ойошмаһы теркәлгән һәм эшләп килә. Илдәге мосолмандар – төрлө милләт кешеләре, уларҙың күпмеһелер бында ваҡытлыса йәшәй.

«Baltijos tyrimai» компанияһы Литваның Юстиция Министрлығы тәҡдиме буйынса «Йәмғиәттә яңы дини төркөмдәргә мөнәсәбәт» тигән һораулама буйынса бирелгән яуаптарҙан күренеүенсә, 9,2 % литвалы ғына Исламды ыңғай баһалай, ә 34,2 проценты — кире ҡарашта, 30,8 % — нейтраль яуап биргән. Шулай итеп, был һораштырыу һөҙөмтәләре буйынса Литвала донъя дине булараҡ Исламдың иң негатив ҡабул ителеүе асыҡланған. Адас Якубаускас бындай һөҙөмтә Исламды насар белеүҙәре һәм стереотиптар йоғонтоһо менән аңлатҡан.

90-сы йылдар уртаһында берҙәм дини ойошмаға нигеҙ һалына, ә бер йыл үткәс — мөфтиәт, Литва мосолмандарының диниә назараты ойошторола..

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Литва Мосолмандары ТарихыЛитва Мосолмандары ИҫкәрмәләрЛитва Мосолмандары ҺылтанмаларЛитва МосолмандарыИсламЛитва

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

БурновкаАд-Духә сүрәһеВикикитапханаТуғай яраныБөйөк БританияЭякуляцияНеймар17 декабрьНикола ТеслаБөйөк Британия (утрау)ДоһаГамеланКолленьоКаннIcecastИкенсе донъя һуғышыМартин Лютер КингАстрономияИсламдың биш нигеҙеДавид Бен-ГурионКанадаСократБашҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларыХорватияла исламӘкиәтАрыҫлан күпере (Санкт-Петербург)Шарль де ГолльШумерСыйырсыҡТәүратАжмерМарс (Ауырғазы районы)ГерингсвальдеӘл-ҠаидәУрта быуаттарҠытай яҙыуыӘбүғәлисинаХәлит ибн әл-ВәлитСэмюэл МорзеБөтә донъя мираҫыҠояш системаһыИсем (һүҙ төркөмө)Ғәрәп теле14 сентябрьМайкл ДжексонВикимилекФутболГёрлицXX быуатИнтернетНартайлаков Мажит Ахметович🡆 More