Сербия Мосолмандары

Сербия мосолмандары — Сербиялағы, уның территорияһында күп быуаттар буйы йәшәп килгән традицион диндәрҙең береһе,Ислам динен тотоусы халыҡ төркөмө.

Сербия мосолмандары башлыса сөнни йүнәлешле Ислам динен тота.

Сербия мосолмандары
Сербия Мосолмандары
Призрендағы мәсет, Косово һәм Метохия

Исламдың таралыуы

2002 йылдың халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса Үҙәк Сербияла һәм Воеводинала 240 000 тирәһе мосолман йәшәй, йәғни, был биләмәләр халҡының 3,2 процентын тәшкил итә. Косовола мосолмандар күпкә күберәк йәшәй, әммә крайҙа тотороҡһоҙ хәл арҡаһында уларҙың һанын теүәл иҫәпләүе ауыр. Традицион рәүештә бошняктар һәм албандар Ислам дине тота.

Тарихы

Сербия Мосолмандары 
Байраҡлы мәсете (Белград)

Ислам Сербия ерҙәрендә Осман империяһының XIV—XV быуаттарҙа киңәйә барыуы менән бәйле килеп инә һәм тарала.

Урта быуаттарҙа Сербия Осман империяһына ҡушылғандан һуң Ислам дине иң ныҡ таралған дингә әйләнә. Бик күп славяндар Ислам динен ҡабул итә, (исламлашыу бара), шулай уҡ бында көнсығыштан төрөктәр һәм башҡа мосолман халыҡтар күсенеп ултыра.

Төрөк сәйәхәтсеһе Әүлиә Селәби (рус. Эвлия Челеби (ғосман. اوليا چلبى, төр. Evliya Çelebi) мәғлүмәттәргә ярашлы, 1660 йылда Белградта 98 000 халыҡтан 21 000 мосолман булмағандар, 77 000 мосолман йәшәгән

XIX быуат барышында Сербияның Төркиә хакимлығынан азат була барғанда мосолмандарҙы ҡыуалар, ә мәсеттәр емертелә.

Географияһы

Үҙәк Сербияла һәм Воеводинала 190-дан ашыу мәсет бар, шуларҙың 120-гә яҡыны урынлашҡан Санджакта, алтмышлабы — Көньяҡ Сербияла һәм берәр - Белградта (Байраҡлы мәсете), Мали-Зворникта һәм Суботицала. Шулай уҡ Нови-Пазарҙа һәм Белградта ике мәҙрәсә бар.

Сербия округтарында мосолмандар (2002 йәниҫәп)

Сербия Мосолмандары 
Сербия округтарында мосолмандар өлөшө (2002)
округтар Мосолмандар һаны, кеше. Халыҡ һанында өлөш, %
Белград округы 20366 1,29
Төньяҡ Бач округы 1180 0,59
Урта Банат округы 957 0,46
Төньяҡ Банат округы 273 0,16
Көньяҡ Банат округы 937 0,30
Төньяҡ Бач округы 268 0,13
Көньяҡ Бач округы 4074 0,69
Срем округы 384 0,11
Мачван округы 2255 0,68
Колубар округы 43 0,02
Подунай округы 1162 0,55
Браничев округы 1156 0,58
Шумадий округы 592 0,20
Поморав округы 177 0,08
Бор округы 885 0,60
Заечар округы 220 0,16
Златибор округы 46844 14,95
Моравич округы 103 0,05
Раш округы 96312 33,07
Расин округы 146 0,06
Нишав округы 1431 0,37
Топлич округы 191 0,19
Пирот округы 129 0,12
Ябланич округы 3239 1,34
Пчинь округы 56334 24,74
СЕРБИЯ ( Косовоһыҙ) 239658 3,20

Сербия общиналарында мосолмандар (2002 йәниҫәп)

Иң күп мосолман йәшәгән тиҫтә община (Косовоһыҙ)
Община округы Мосолмндар, кеше
1 Нови-Пазар Раш округы 67 366
2 Прешево Пчинь округы 30 507
3 Тутин Раш округы 28 558
4 Буяновац Пчинь округы 25 595
5 Сьеница Златибор округы 21 149
6 Приеполе Златибор округы 16 968
7 Прибой Златибор округы 6 997
8 Палилула Белград 4 722
9 Земун Белград 4 533
10 Нови-Београд Белград 3 177

Сербияның дүрт общинаһында 2002 йәниҫәптә мосолман берәү ҙә юҡ:

  • Любовия Мачван округы
  • Жагубица Браничев округы
  • Косьерич Златибор округы
  • Гаджин-Хан Нишав округы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Сербия Мосолмандары Исламдың таралыуыСербия Мосолмандары ТарихыСербия Мосолмандары ГеографияһыСербия Мосолмандары ИҫкәрмәләрСербия Мосолмандары ҺылтанмаларСербия МосолмандарыСербияСөнниҙәр

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Доминик ДженнингсУрта быуаттарЧилиОрхус27 мартСүплекАтлантик океанСәғитов Рәсүл Хәсән улыӘбү-ДәбиТатарстан РеспубликаһыТашбашЛуи де ФюнесКолумбияТаштамаҡУкраин алфавитыРамаҙан (ай)Бөйөк француз инҡилабыҠазан Император университетыҠытай юане2008 йылБелемГрек телеҺабансы (Ауырғазы районы)Забелина Алла ВладимировнаКарл МарксФиладельфияБеренсе донъя һуғышыРамаяна1862 йыл1820 йылРигведаЯва телеУҡҫынныЭске тулайым продуктСериков Иван ПавловичЛипецк өлкәһеБруевич Николай ГригорьевичАлтынАмазонкаБәшәр Әсәд1855 йылМәҙәниәтОкеан2011 йылАварҙар1839 йылБаб-әл-Мәндәб боғаҙыАнархизмНәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙыКарлин ДжорджСеберБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы2005 йылБухарин Николай ИвановичВики28 мартХалыҡ-ара стандарт серия номерыНидерландНАТО2010 йылСиғандарМәҙинәӘбү Мансур әл-МатуридиЕйәнсура районыЕлисей һарайыХөршидбаныу Натаван1884 йылИстанбулАшҡаҙар (гәзит)МөхәббәтМамин Асҡар Узакбай улыЛоҡманов Илнур Флүр улы🡆 More