Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы (ижади псевдонимы Фәтих Кәрим; 27 декабрь 1908 йыл (9 ғинуар 1909 йыл) — 19 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған татар шағиры.
1‑се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы | |
татар. Фатих Кәрим | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 27 декабрь 1908 (9 ғинуар 1909) |
Тыуған урыны | Айыт, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 февраль 1945 (36 йәш) |
Вафат булған урыны | Победа[d], Пройсиш-Айлау[d], Кёнигсберг[d], Көнсығыш Пруссия, Свободное государство Пруссия[d], Өсөнсө рейх |
Ерләнгән урыны | Багратионовск[d] |
Һөнәр төрө | шағир |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Фәтих Әхмәтвәли улы Кәримов Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Айыт ауылында 1908 йылдың 27 декабрендә тыуған. Үҙ ауылында башланғыс белем ала. Йәтим ҡалғанлыҡтан Ҡазанда бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925—1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый. Студент мәлендә үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.
Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә СССР һәм ТАССР яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлил, шағир Һаҙи Таҡташ, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов, Ҡәүи Нәжми, Мирсәй Әмир, Хәсән Туфан һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре («Шакир Шигаев»), ике повесть («Разведчик яҙмалары», «Яҙғы төндә») ижад итә. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» (1943), «Моң һәм көс» (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
1945 йылда яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән баһалана. Ялҡынлы шағир, взвод командиры 1945 йылдың 19 февралендә Кёнигсберг ҡалаһы эргәһендәге Каврен ауылы янында барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була — хәҙер Калинград өлкәһенең Еңеү (Победа) ҡасабаһы. Калининград өлкәһенең Багратионовск ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.