Косово Климаты

Өлөшләтә танылған Косово Республикаһы сағыштырмаса ҙур булмаған территорияны биләй.

Әммә уның географик урыны һәм рельефының ҡатмарлы структураһы арҡаһында климаты ярайһы уҡ күп төрлө. Косово төньяҡ ярымшарҙың урта киңлегенең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, уға йомшаҡ Урта диңгеҙ климаты һәм континенталь Европа климаты йоғонто яһай.

Косово Климаты
Йыллыҡ яуым төшөм картаһы

Косово төньяҡ ярымшарҙың урта киңлегенең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, уға йомшаҡ Урта диңгеҙ климаты һәм континенталь Европа климаты йоғонто яһай. Косоволағы климатҡа йоғонто яһаусы мөһим факторҙар: уның Евразияға һәм Африкаға ҡарата торошо, Атлантик океан һәм Урта диңгеҙ, һауа массалары (тропик, арктик һәм континенталь) һәм башҡалар. Рельефы, гидрографияһы, тигеҙлектәре һәм үҫемлектәр донъяһы мөһим булмаған факторҙар булып тора.

Климат өлкәләре

Ибар йылғаһы үҙәненең климатик өлкәһенә континенталь һауа массалары йоғонто яһай. Шуға күрә райондың был өлөшөндә ҡыш һалҡыныраҡ була: уртаса температура −10 °C тирәһе, ҡайһы берҙә −26 °C тиклем. Йәй бик эҫе, уртаса температура 20 градус, ҡайһы берҙә 37 градусҡа етә. Был райондың климаты ҡоро, ә йыллыҡ яуым-төшөм күләме йылына 600 миллиметр самаһы тәшкил итә. Аҡ Дрин йылғаһы бассейнын үҙ эсенә алған Метохияның климат өлкәһе Адриатик диңгеҙҙән килгән эҫе һауа массаларына ныҡ бәйле. Ҡышҡы уртаса температура 0,5 °C-тан ҡайһы берҙә 22,8 °C-ҡа тиклем тирбәлә. Был климат өлкәһендә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме яҡынса 700 мм. Ҡыш көнө ҡар күп яуа. Тау һәм урман төбәктәренең климат өлкәһе — типик урман климаты. Бында яуым-төшөм мул яуа (йылына 900-ҙән 1300 мм-ға тиклем), шулай уҡ йәй — бик ҡыҫҡа һәм һалҡын, ҡышҡыһын, башлыса һалҡын һәм күп ҡарлы. Шулай итеп, Косово территорияһында һауа температураһы һәм дымлылыҡ үҙгәреүсән, ҡояшлы.

Һауа температураһы

Косовола һауа температураһында һиҙелерлек айырмалар бар: көнсығыш яғы көнбайыш яғынан һалҡыныраҡ.

Бындаа уртаса йыллыҡ температура 9,5 °C тәшкил итә. Иң йылы ай — июль (19,2 °C), иң һалҡын ай — ғинуар — (−1,3 °C). Иң юғары уртаса йыллыҡ температура Призренда (12 градус), иң түбән температура Подуевола (9 градус) теркәлгән. Призрен һәм Истоктан тыш, башҡа бөтә метеостанциялар ғинуар айында уртаса температураның 0 °C-тан түбән булыуын билдәләй.

Уртаса температура ҡиммәттәренән тыш, Косовоның йылылыҡ характеристикаһы экстремаль ҡиммәттәрҙе анализлағанда яҡшыраҡ аңлашыла. Бөтә метеорологик станцияларҙағы максималь ҡиммәттәре 35 °C-тан юғарыраҡ. Абсолют минимум 1963 йылдың 6 июнендә Гниланела (−32,5 °C) теркәлә. Йыйылма мәғлүмәткә нигеҙләнеп, Косоволағы уртаса күрһәткестәрҙең уртаса амплитудаһы 20,5, ә экстремаль ҡиммәттәрҙең амплитудаһы 71,5 тәшкил итә. Уның тигеҙлек өлөштәрендә тропик көндәр ғәҙәттә 30 көн тирәһе дауам итә.

Ҡала Бейеклеге (диңгеҙ кимәле) Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь Йыл
Печ 523 0.1 1.3 5.9 11.5 15.4 19.5 22.2 20.9 17.7 12.6 7.9 0.8 11.3
Призрен 436 1.4 3.1 7.8 12.9 16.8 21.1 23.7 22.8 19.3 14 9.3 2.5 12.9
Митровица 521 −0.7 0.5 5.3 10.5 14.9 18.9 21.5 20.3 16.8 11.9 7.2 0.5 10.6
Приштина 630 −0.9 0.1 4.8 10.5 14.9 19.1 21.1 20 16.3 11.8 7.1 0.3 10.4
Косовола һауа температураһы °C

Яуым-төшөм

Косовола яуым-төшөмдөң бөтә төрҙәре күҙәтелә. Тауҙарҙа һәм үҙәндәрҙә яуым-төшөм, шулай уҡ Проклетие һәм Шар-Планина кеүек бейек таулы райондарҙа ҡарҙың күп яуыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Косовола боҙборсаҡ яуыуы күҙәтелә, был ауыл хужалығына кире йоғонто яһай. Яуым-төшөмдөң был формаһы башлыса июль һәм август айҙарына тура килә.

Косовоның сағыштырмаса ҙур булмаған территорияла урынлашыуына ҡарамаҫтан, уның райондары араһында яуым-төшөм айырмаһы һиҙелә. Косовола яуым’төшөмдөң ике режимы бар: диңгеҙ һәм уртаса континенталь. Көнбайышта диңгеҙ режимы өҫтөнлөк итә. Был төргә йыл дауамында яуым-төшөмдөң күп булыуы (700 мм-ҙан ашыу) хас. Максималь дәүмәл ноябрҙә, йәй дауамында була. Райондың көнсығыш өлөшөнә уртаса-континенталь яуым-төшөм режимы йоғонто яһай, ул йыл дауамында яуым-төшөм аҙ була (600 мм-ҙан ашыу), май айындағы максималь дәүмәл һәм ҡыштың минимумы менән билдәле. Яуым-төшөмдөң иң ҙур күләме Проклетие тауҙарының көнбайыш өлөшөнә тура килә (1750 мм ашыу), ә яуым-төшөмдөң иң түбән күләме көнсығыш өлөшөндә — Косовска-Каменицала (600 мм-ҙан кәмерәк) күҙәтелә. Һыуыҡ айҙарҙа ҡар яуыуы ғәҙәти күренеш булып тора. Косовтың тигеҙлектәрҙә ҡар — йылына уртаса 26 көн, ә таулы урындарҙа 100 көндән ашыу яуа. Ҡарлы көндәрҙең иҫәбе рельефҡа бәйле.

Елдәр

Косовола елдең уртаса тиҙлеге — 1,3 м/с, Печта 2,4 м/с тиклем. Елдең максималь тиҙлеге яҡынса 31 м/с, улар март һәм апрель айҙарында теркәлә һәм ғәҙәттә биналарға зыян килтерә.

Инсоляция

Косово Климаты 
Косовоның инсоляция графигы

Инсоляция — был билдәле бер ваҡыт арауығында ер өҫтөнә ҡояш яҡтылығы нурланышының үлсәме. Ул мөһим климат характеристикаһы булып тора. Инсоляция осоро астрономик, метеорологик һәм рельеф факторҙарына бәйле. Инсоляция тар үҙәндәрҙә, йылға үҙәндәрендә һәм тау һырттарында әҙерәк.

Косовола ҡояш йылына уртаса 2066 сәғәт, йәғни тәүлегенә яҡынса 5,7 сәғәт яҡтырта. Инсоляцияның иң юғары ҡиммәте — Приштинала, ул йылына 2140 сәғәт тәшкил итә, ә иң әҙе Печ (1958 сәғәт), Урошевац (2067 сәғәт) һәм Призрен (2099 сәғәт) ҡалаларында. Косовола максималь инсоляция июлдә, ә минималь декабрҙә була.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Çavolli, Riza (1993). Gjeografia e Kosovës. ETMMK.
  • Geographical Association of Kosova (2008). Geographical Exploration. SHOQATA E GJEOGRAFËVE TË KOSOVËS.
  • Group of authors (2004). 40 Vjetori i Departamentit të Gjeografisë. DEPARTAMENTI I GJEOGRAFISË. ISBN 9951-00-032-0

Tags:

Косово Климаты Климат өлкәләреКосово Климаты Һауа температураһыКосово Климаты Яуым-төшөмКосово Климаты ЕлдәрКосово Климаты ИнсоляцияКосово Климаты ИҫкәрмәләрКосово Климаты ӘҙәбиәтКосово КлиматыКлиматКосово РеспубликаһыУрта диңгеҙ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

26 ғинуарАнтикаLinuxҮрге ӨпәйлеНью-Йорк (штат)Урман15 ноябряНизами ГәнжәүиСанарБакуӘбүл-Хәсән әл-ӘшғариТөҙөлөшДеванагариХосе Рауль КапабланкаМосолман календарыИген культураларыКөнбайыш фәлсәфәһеҮрге АвстрияWorldCat (библиографик мәғлүмәт базаһы)Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЕнси актҠыҙыл Мәсет (Ырымбур өлкәһе)УраҙаКиевХалыҡ-ара стандарт китап номерыЕнси сәләмәтлекФинляндияЖюль ВернӘнәкТуңғатар1829 йылМаһисәрүәр (йыр)ЭминемҠарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусыларГрузин телеПсихологияМольерҺыуҠазан Император университетыАрБашҡорт телеQR-кодЙылға һикәлтәһеБанандарАлыҫ ТөньяҡНиццаШоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улыКонсерватизмМерәҫ ауыл Советы (Баймаҡ районы)ЙәлдәкSonyҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыМузыкаУолт ДиснейАгглютинатив телдәрХафиз ШиразиАҠШ-тың Виргин утрауҙарыПортугал телеБөгә (Мата ҡушылдығы)Белоруссияның ауыл хужалығыАллаһМагон Баркид30 август🡆 More