Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26 ғинуар 1965 йыл — 5 февраль 2011 йыл) — башҡорт шағиры.
Ғилман Ғирфан улы Ишкинин | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Иҙәш ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | шағир |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | башҡортса |
Ғилман Ғирфан улы Ишкинин 1965 йылдың 26 ғинуарында БАССР-ҙың Ейәнсура районында Иҙәш ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире булып эшләй.
2011 йылдын 5 февралендә Ейәнсура районына ҡайтып барғанда, Туйымбәт ауылы янында юл-транспорт фәжиғәһендә һәләк була.
Ейәнсура районында йәш шағир һәм сәсмә әҫәр оҫталары өсөн Ғилман Ишкинин исемендәге премия булдырылған.
Ғилман Ғирфан улы лирик шиғырҙар яҙа. Унын «Ямаулыҡтар» исемле поэма йыйынтығы беренсе булып баҫылып сыҡҡан.
1997 йылда «Ҡалҡаным бул!» шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.
Ғилман Ғирфан улы 2002 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән шиғриәт фестивалендә беренсе урынды яулай.
«Мин ҡомары ташҡан бер һунарсы» исемле шиғырҙары «Ағиҙел» журналында баҫтырыла (2004.- № 11).
Ғилман Ишкининдың шиғырҙары образлы сағыштырыу, тәрән фәлсәфә менән һуғарылған. Һәр бер һүҙе поэмаға торошло, ти ижадташ дуҫтары уның хаҡында. Уның афоризмдары башҡорт зыялылары араһында киң популярлыҡ яулай, уларҙы интернет ҡулланыусылар ҙа яратып уҡый.
Ғилман Ишкининдың тыуыуына 50 йыл тулыуға арнап бер төркөм йәштәр «Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ, аралар, ай, йыраҡ…» тип исемләнгән шиғри йыйынтыҡ баҫтырып сығарҙы. Әйткәндәй, ул «Сыңрау торна» исемле өр-яңы серияның тәүге баҫмаһы.
Ғилман Ғирфан улының шиғырҙарына йырҙар ижад ителеүе лә ижадсының исемен мәңгеләштереүгә ҡарата яһалған бәләкәй генә бер аҙым.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ишкинин Ғилман Ғирфан улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.