Ислам тарихы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Истихара (Истихәрә) намаҙы — бер оло эш башлар алдынан, уның хәйерле булыуын теләп уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
Эшләнәсәк бер эштең нәтижәһенә ҡәнәғәт булмағанда уҡыла. Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылына. Хәйерле булыуы беленгән эштәр өсөн истихәрә ҡылынмаҫ.
Әнәс ибн Мәликтән (радыаллаһү ғәнһү) килгән риүәйәттә Пәйғәмбәребеҙ уға: «Әй, Әнәс! Берәр эш эшләргә теләһәң, ете мәртәбә Раббыңа истихәрә ит, унан һуң, күңеленә нимә беренсе килһә, шуға иғтибар ит. Сөнки хәйерлеһе шундалыр», — тигән.
Жәбир ибн Ғабдуллаһ (радыаллаһү ғәнһү): «Пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә Ҡөрьән сүрәләрен өйрәткән кеүек, һәр эшебеҙҙең хәйерле булыуын һорарға өйрәтте», — тине.
"Әгәр берегеҙ берәй эш эшләргә йыйынһа, фарыз намаҙынан тыш ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһын да (түбәндәге доғаны уҡыһын): «Аллааһүммә иннии әсьәлүкә биғилмикә үә әстәҡдирукә биҡудратик, үә әсьәлүкә мин фадликәл-ғәҙыым, фә иннәкә тәҡдиру үә ләә әҡдир, үә тәғләмү үә ләә әғләм, үә әйтә ғәлләәмүл-ғуйүүб. Аллааһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл-әмр хайрун лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмри ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәҡдүрһү лии ҫүммә бәәрик лии фиһ, үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл- әмра шәрруи лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмрии ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәсрифһү ғәнни үәсрифни ғәнһү үәҡдүр лийәл-хайра хәйҫү кәәнә ҫүммә әрдынии биһ».
Мәғәнәһе:«Эй Аллаһ, мин һинән ғилемең менән хәйерлелек һорайым. Мин Һинең ҡөҙрәтеңә мохтажмын һәм Һинең бөйөк мәрхәмәтлегеңдән һорайым, дөрөҫлөктә, Һинен ҡөҙрәтең етә, ә минеке етмәй, Һин беләһең һәм мин белмәйем, Һин — йәшеренде Белеүсеһең. Эй Аллаһ, әгәр был эш миңә хәйерле икән, минең динемдә, тормошомда, эшемдең һөҙөмтәһендә йәки хәҙерге ваҡытта уны миңә насип ит һәм еңеләйт, шул эшемдә бәрәкәт бир. Әгәр ул эш миңә насар икән, минең динемдә, тормошомда, эшемдең һөҙөмтәһендә йәки хәҙерге ваҡытта, ул эште минән йыраҡлаштыр, мине лә ул эштән йыраҡлаштыр. Ҡайҙа ғына булһам да, миңә хәйерле нәмә насип ит һәм шуның менән мине риза ит».
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Истихара, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.