Гипотеза

Гипотеза (бор.

грек. ὑπόθεσις «фараз итеү» , ὑπό «аҫта, аҫҡы» + θέσις «тезис») тигәндән — самалау йәки тоҫмаллау; иҫбат талап итмәгән аксиомаларҙан, постулаттарҙан айырмалы, иҫбатлауҙы көткән раҫлама. Фәнни методҡа тап килһә, йәғни факттарҙы аңлатһа; логикаға ҡаршы килмәһә; принципиаль рәүештә тикшерелә алһа, йәғни сикке эксперимент менән тикшерелә алһа; йәшәп килгән факттарға ҡаршы килмәһә; киңерәк даирә күренештәргә ҡулланыла алһа, гипотеза фәнни тип табыла.

Гипотеза
Вики-проект Проект:Математика[d]
Гипотеза Гипотеза Викимилектә

Ул, өйрәнелеүсе күренештәрҙең уҙенсәлектәрен һәм сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тәҡдим ителгән нигеҙле фараз булып, белемдәрҙең үҫеш формаһы тип тә билдәләнә ала.

Ҡағиҙә булараҡ, гипотеза уны раҫлаған күҙәтеүҙәр (миҫалдар) нигеҙендә әйтелә һәм шунлыҡтан дөрөҫ булып тойола. Гипотезаны йә, иҫбатлап, асыҡланған фактҡа әйләндерәләр (ҡарағыҙ: теорема, теория), йә, ялған раҫламалар рәтенә күсереп, кире ҡағалар (мәҫәлән, ҡаршы төшкән миҫал килтереп).

Иҫбатланмаған һәм кире ҡағылмаған гипотеза асыҡ проблема тип атала.

Был — күҙәтеүҙәргә һәм билдәле законлылыҡтарға нигеҙләнгән берәй нәмәнең юғары ихтималлығы тураһындағы һығымта ул.

Фәлсәфәлә һәм башҡа фәндәрҙә гипотеза

Карл Поппер фән фәлсәфәһендә позитивизмдағы верификацияланыу принцибын фальсификацияланыу принцибы менән тулыландыра. Тәбиғәт фәне теорияһы тәжрибә аша тулыһынса раҫлана алмай. Тәжрибә уны кире ҡаға ала. Һәр бер фәнни белемгә сағыштырмалыҡ, гипотеза булыу хас. Фәнни белемдең үҫеше гипотезаларҙы тәҡдим итеү һәм кире ҡағыу (фальсификациялау) аша бара. Тикшерелә алған (потенциаль кире ҡағыла алған) раҫламалар ғына фәнни була ала. Хәҙерге Рәсәй фәлсәфәселәре лә хәҡиҡәттең һәм теләһә ҡайһы белемдең дә сағыштырмалығы тураһындағы марксистик постулат менән килешә.

Гипотезаның теориянан айырмаһы

Ҡайһы берҙә кешеләр «теория» һәм «гипотеза» терминдарын бутай. «Был ни бары теория...» тиеүселәр бар «глобаль йылыныу», «эволюция» һәм башҡа күренештәр тураһында һүҙ барғанда. Ғәмәлдә уларҙы айырған ярайһы уҡ аныҡ билдәләр бар. Мәҫәлән, киләһе таблицала әлеге терминдарға Ньютондың мөнәсәбәте күренә:

«Теория» һәм «гипотеза» терминдарын билдәләү
Теория Гипотеза
Раҫлама түбәндәге критерийҙарға яуап бирһә генә теория була: Раҫлама түбәндәге критерийҙарға яуап бирһә генә гипотеза була:
Т1. Был раҫлама хәҡиҡәт булып тора, сөнки ул эксперименттар менән дөрөҫләп сығарылған. Х1. Был раҫлама иң яҡшы хәлдә юғары ихтималлыҡ менән дөрөҫ булып тора.
Т2. Был раҫлама эксперименталь — йәғни ул эксперименталь һыналыусы эҙемтәләргә эйә. X2. Был тоҫмал йә фараз — ул эксперименталь шаһитламаларға нигеҙләнмәгән.
Т3. Был раҫлама әйберҙең үлсәнә һәм күҙәтелә торған үҙенсәлектәренә ҡарай, ә уның "тәбиғәтенә" түгел. X3. Был раҫлама әйберҙең "тәбиғәтенә" ҡарай, ә уның үлсәнә һәм күҙәтелә торған үҙенсәлектәренә түгел.

Ньютон үҙенең «универсаль гравитации теорияһын» нәҡ теория тип һанаған, сөнки ул эксперименттар менән раҫлана алған. Әммә, икенсе яҡтан, был феномендың аңлатмаларын, сәбәптәрен ул гипотезаларға индерә, сөнки былары инде гравитация күренешенең тәбиғәтен аңлатыуға ҡағыла, сөнки ул саҡта гравитация барлыҡҡа килеү сәбәптәрен раҫлаған иҫбаттарҙы эксперименталь юл менән үлсәү йә дөрөҫләү мөмкинлеге булмай. Йәғни гравитацияның тәбиғәте тураһындағы гипотеза: «Ни өсөн гравитация бар?» һәм «Гравитацияның сәбәбе ниҙә?» тигән һорауҙарға яуап бирергә тырыша, ә гравитация теорияһы: «Гравитация бармы, юҡмы?», «Гравитацияның көсө күпме?» «Гравитацияны нисек үлсәргә?» тигән һорауҙарға яуап бирә.

Оккам бәкеһе менән гипотезаларҙы тикшереү

  • Аксиома түгел, ә презумпция булған принциптар бар, мәҫәлән, Оккам бәкеһе. Ул принциптар күренештәргә ҡатмарлыраҡ аңлатма биреүҙе тыймай, ә гипотезаларҙы ҡарау тәртибен генә тәҡдим итә. Альберт Эйнштейн Оккам бәкеһе принцибын былай тип аңлата: «Бөтә нәмәне мөмкинлеккә ҡарап ябайлаштырырға кәрәк, әммә шунан артығынса түгел».

Фәнни гипотеза

Фәнни гипотеза тип һанала алған логик фараз түбәндәге критерийҙарға яуап бирергә тейеш:

  1. Гипотезаның предметлы өлкәһендә булған бөтә факттарҙы аңлатырға.
  2. Фәндең фундаменталь положениеларына ҡаршы төшмәҫкә.
  3. Принципиаль тикшерелә алырға.
  4. Элек асыҡланған һәм ул аңлатырға тейеш булмаған факттарға ҡаршы килмәҫкә.
  5. Мөмкин тиклем киңерәк күренештәр даирәһенә ҡарата ҡулланыла алырға.

Шулай уҡ ҡарағаҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Баженов Л. Б. Строение и функции естественнонаучной теории. — М.: Наука, 1978. — 233 с.
  • Меркулов И. П. Научная революция и метод гипотез. // Вопросы философии. — 1979. — № 8;
  • Меркулов И. П. Гипотетико-дедуктивная модель и развитие научного знания. — М.: Наука, 1980. — 188 с.
  • Меркулов И. П. Метод гипотез в истории научного познания / отв. ред. В. С. Швырёв. — М.: Наука, 1984. — 188 с.
  • Рузавин Г. И. Методы научного исследования. — М.: «Мысль», 1974. — 237 с.
  • Рузавин Г. И. Научная теория. Логико-методологический анализ. — М.: «Мысль», 1978. — 244 с.

Һылтанмалар

Tags:

Гипотеза Фәлсәфәлә һәм башҡа фәндәрҙә гипотезаГипотеза ның теориянан айырмаһыГипотеза Оккам бәкеһе менән гипотезаларҙы тикшереүГипотеза Фәнни гипотезаГипотеза Шулай уҡ ҡарағаҙГипотеза ИҫкәрмәләрГипотеза ӘҙәбиәтГипотеза ҺылтанмаларГипотезаАксиома

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Адольф ГитлерАд-Духә сүрәһе1884 йылСайт5 февральКәкүкБызина Нина ИвановнаФранц Петер ШубертГеорг Вильгельм Фридрих ГегельТәбиғәтТаралған йондоҙҙар тупланмаһы25 апрельСыуаштар25 мартТөркиәМайМуса ЙәлилМәжүсилекӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыТатарстан Республикаһы27 мартГерманияҠара гөбөргәйелАмерика Ҡушма ШтаттарыБиохимияТикеев Данис Солтан улыАвтомобильМәскәү өлкәһеTendenceҒарипов Рәми Йәғәфәр улыҠуштауГрецияЭтБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыҠылымБронза быуатыЫрыу (биология)ТверьЭлектроникаНефтьИнтернетДинамо2020 йылСыйырсыҡБатанов Бәхетғәлей НиколаевичОперацион системаМакроиҡтисадГлобаль йылыныуIKEAКорея РеспубликаһыКарфагенМакедон телеЛатин телеДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы14 ноябрьБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыБалыҡсы турғайТемператураУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыАйғыр🡆 More