Утрау, Канада Виктория: Канада Арктик архипелагындағы утрау

Викто́рия — Канада Арктик архипелагындағы утрау.

Ҙурлығы буйынса Канадала икенсе һәм донъяла туғыҙынсы урынды биләй. Административ яҡтан Канаданың ике төбәге: Нунавут һәм Төньяҡ-Көнбайыш биләмәләр араһында бүленгән.

Виктория
ингл. Victoria Island
Спутниктан фотография
Спутниктан фотография
Характеристики
Майҙаны217 291 км²
Иң бейек нөктәһе665 м
Халҡы2015 чел. (2016)
Урынлашыуы
HGЯO
АкваторияТөньяҡ Боҙло океан
ПровинцияларНунавут, Төньяҡ-Көнбайыш территориялар
Канада
Красная точка
Виктория
Утрау, Канада Виктория: Географияһы, Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, Тарихы Виктория Викимилектә

Географияһы

Утрау, Канада Виктория: Географияһы, Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, Тарихы 
Виктория утрауҙары картаһы

Виктория Канада Арктик архипелагының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Административ яҡтан төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш яртыһының күпселек өлөшө, көньяҡ яр буйҙарын иҫәпкә алмағанда) һәм Нанавут биләмәләре араһында бүленгән.

Утрау континенталь Канаданан көньяҡта Долфин-энд-Юнион боғаҙы, Коронейшен ҡултығы, Дис боғаҙы һәм Куин-Мод ҡултығы менән айырыла. Уэльс принцы һәм Кинг-Вильям утрауҙарынан көнсығышта уны Мак-Клинток һәм Виктория боғаҙҙары айыра. Төньяҡ-көнбайышта тар Уэльс принцы боғаҙы Банкс утрауын Викториянан айыра. Көнбайыштан утрауҙы Амундсен ҡултығы, ә төньяҡта Вайккунт Мелвилл боғаҙы йыуа. Викториянан төньяҡта Мелвилл утрауы ята, көньяҡта — кеше йәшәмәгән Эдинбург утрауы.

Виктория 68° һәм 73° төньяҡ киңлек араһында һәм 101° һәм 119° көнбайыш оҙонлоҡ араһында ята. Утрауҙың оҙонлоғо 515 км-ға етә, киңлеге 270—600 км, майҙаны 217 291 км² (Ҙур Рәсәй энциклопедияһында дәүмәле бәләкәйерәк күрһәтелә — 213,8 мең мең км²).

Виктория Канадала майҙаны буйынса икенсе һәм донъяла туғыҙынсы урынды биләй. Яр буйы һыҙығы дөрөҫ булмаған формала, күпселек йәһәттән ҡултыҡтарҙан һәм ярымутрауҙарҙан тора.

Иң эре ҡултыҡтар һәм бухталар: Принс-Альберт, Минто, Ричард-Коллинсон, Хедли һәм Альберт-Эдвард.

Төп ярымутрауҙары: төньяҡ-көнбайышта —Принс-Альберт, көньяҡ-көнбайышта —Уолластон, көнсығышта— Коллинсон, шулай уҡ Хедли ҡултығынан көнсығыштараҡ исемһеҙ ҙур ярымутрау бар.

Виктория ярҙарынан алыҫлыҡ түгел бер нисә ҙур булмаған утрау, шул иҫәптән төньяҡта Стефанссон утрауы бар. Яр буйы һыҙатының дөйөм оҙонлоғо — 7091 км.

Топографик яҡтан утрау өс өлөштән — уйһыулыҡтан, ҡалҡыулыҡтан һәм яйланан тора. Викторияның күпселек өлөшөн көньяҡ-көнсығыштағы уйһыулыҡ биләй. Утрауҙың был өлөшөндәге иң юғары нөктә — Кеймбридж ҡултығынан төньяҡ-көнсығыштараҡ Маунт-Пелли убаһы (675 фут (206 метр). Принц Альберт ҡултығынан оҙон һәм киң үҙән һуҙылған. Уның уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 100 метрҙан артмай. Әммә ҡултыҡтың төньяғына һәм көньяғына бейеклеге әкренләп арта бара һәм 300 метрға етә. Ландшафты төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай Шейлер тауҙары) күтәрелә бара һәм 655 метр бейеклеккә етә.

Викторияның төньяҡ-көнбайыш осондағы Принц Альберт ярымутрауының күпселек өлөшөн (Уокер һәм Гленельг ҡултыҡтарын тоташтырыусы ғәҙәти тура һыҙыҡтан ситтә) диңгеҙ кимәленән 300—500 метр бейеклектәге яҫытаулыҡ биләй. Уны Ричард Коллинсон ҡултығына ҡойған ике йылға киҫеп үтә.

Утрауҙың иң ҙур йылғаһы, Кууджуа, Шейлер тауҙарынан башлана һәм Минто ҡултығына ҡоя. Утрауҙың тигеҙ өлөшө йылға һәм күлдәр менән тулы, уларҙың иң ҙурҙары — Тахирьюак, Тахо, Уошберн, Экаллукток. Викторияның Мак-Клинток боғаҙы йыуған көнсығыш яры буйында һаҙлыҡтар һыҙаты урынлашҡан.

Геологик йәһәттән утрау башлыса ултырма тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң күпселек участкалары друмлиндар һәм эскерҙар барлыҡҡа килтереүсе боҙ ҡатламдары менән ҡапланған эзбизташтарҙан тора.

Утрауҙың таулы өлөшөндә ултырма, шулай уҡ вулканик тоҡомдар осрай. Нигеҙен куэстар барлыҡҡа килтергән габбро интрузиялары булған протерозойҙың һуңғы осоро ҡатламдары тәшкил итә.

Көнбайыш һәм көньяҡ яр буйында баҡыр мәғдәне юлаҡтары булған кембрий алды тоҡомдары бүлкәте бар. Ошо ятҡылыҡтарҙан файҙаланыу арҡаһында халыҡҡа «баҡыр инуиттары» тигән атама бирелгән.

1990-сы йылдар аҙағында Кеймбридж-Бейҙән 250 саҡрым төньяҡ-көнбайыштараҡ утрауҙа алмаслы кимберлит көпшәләре табыла. Әммә быраулап ҡарау ятҡылыҡтың ярлы булыуын күрһәтә. Шуға 2005 йылдан һуң районда был юҫыҡта эштәр алып барылмай.

Климаты поляр континенталь. Тигеҙлектәрҙә уртаса йыллыҡ температура —14 градус тирәһе. Йәйге айҙарҙа уртаса температура −1,5…2 , ҡышҡы айҙарҙа −28…29 градус. Шейлер тауҙарында уртаса температура 1—2 градусҡа түбәнерәк. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ нормаһы 100—200 мм.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

Виктория утрауы Канада арктик архипелагының күпселек өлөшө менән бергә Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тарафынан поляр тундра булараҡ билдәләнгән Төньяҡ Америка экологик төбәгенә инә. Арктик тупраҡтың өҫкө ҡатламы аҫтында боҙ миҡдары уртаса һәм юғары булған мәңгелек туңлыҡ ята. Утрауҙың уйһыу өлөшөндәге үҫемлектәр япмаһы, нигеҙҙә, арктик тал, дриада һәм ожика кеүектәрҙән тора. Дымлы райондарҙа таштишәрҙән, мамыҡбаш күрәндән, күрәнлеләрҙән һәм мүктәрҙән торған тотош япма күҙәтелә. Көньяҡ-көнсығыштағы ҡалҡыу төбәктәрҙә үҫемлектәр юҡ тиерлек. Утрауҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә кәрлә тундра үҫемлектәре (кәрлә ҡайын, арктик тал, һаҙанаҡ, вакцинаиум һәм дриадалар, йылы урындарҙа — ерек, дымлы урындарҙа күрән) тотош япма барлыҡҡа килтерә. Шейлер тауҙарында үҫемлектәр (таштишәр, төлкөҡойроҡ, көйөлдө, арктик тал, дриадалар) 40 — 60 процент майҙанды яланғас ҡая менән аралаштырып ҡаплай.

Хайуандар донъяһына һарыҡ-үгеҙ, төньяҡ боланы, аҡ айыу, арктик ҡуян, аҡ төлкө кеүек төрҙәр инә. Һыуҙа йөҙөүсе һәм диңгеҙ ҡоштары таралған, йыртҡыстарҙан поляр өкө бар Утрауҙы йыуыусы һыуҙарҙа киттар һәм тюлень тереклек итә.

Тарихы

Утрауҙа элек-электән инуиттар йәшәгән.

Тәүге тапҡыр был утрауҙы 1826 йылдың авгусында Европа диңгеҙ йөҙөүселәренән Джон Ричардсон күреп ҡала. Ул Джон Франклиндың икенсе арктик экспедицияһында ҡатнашыусы була. Хәҙерге ваҡытта Долфин-энд-Юнион исемен йөрөткән боғаҙ яғынан үткәндә утрауҙың көньяҡ-көнбайыш яры күренеп торған була. Ричардсон был ерҙе Британия ғалимы У. Х. Уолластон хөрмәтенә Уолластон Ере тип атай.

Шулай уҡ, 1838 йылда утрауҙың көньяҡ-көнсығыш яры Томас Симпсон тарафынан да күҙәтелгән. Киләһе йылында Симпсон менән Питер Уоррен Диз яр буйының был өлөшө буйлап үткән. Тикшерелгән ҡоро ерҙең Уолластон Еренең бер өлөшө булыуын белмәйенсә, Симпсон уны яңыраҡ тәхеткә ултырған королева Виктория хөрмәтенә Виктория Ере тип атай. Һуңыраҡ был ерҙең төньяҡ-көнбайыш ярымутрауы королеваның ире, принц Альберт хөрмәтенә аталған.

Күпмелер ваҡыт Виктория һәм Уолластон Ерен боғаҙ менән айырылған айырым утрауҙар тип иҫәпләү дауам ителә. Ошо боғаҙ аша Франклиндың юғалған экспедицияһы үткән тип фараз ителә. Уны эҙләгәндә утрауҙың бөтә яры тиерлек тикшерелә.

Гудзон ҡултығы компанияһы вәкиле Джон Рэй 1851 йылда санала Принс-Альберт бухтаһынан алып Пелли-Пойнт моронона тиклем Викторияның яр буйын тикшереп сыға. 1851 йылдан 1854 йылға тиклем тикшереү эштәрен Мак-Клур һәм Коллинсон экспедицияларының саналы партиялары алып бара, һәм ул ике тапҡыр Викторияла ҡышлай.

Викторияның көнсығыш яры буйының көньяғын тәүге тапҡыр 1905 йылда Амундсен экспедицияһында ҡатнашыусы Хансен Годфрей тикшерә. 1910 йылда утрауға Вильяльмур Стефанссон килә. Һуңынан ул уны 1915 һәм 1917 йылдарҙа Канада арктик экспедицияһының тикшеренеү программаһына индерә. Был экспедицияла ҡатнашыусы Даймонд Дженнесс «баҡыр инуиттар» булараҡ билдәле булған урындағы халыҡты этнографик яҡтан өйрәнә.

1915 һәм 1917 йылдарҙа Викторияның төньяҡ яр буйҙарын ошо уҡ экспедиция ағзаһы Сторкер Сторкерсон тикшергән. 1954 йылда АҠШ-тың Яр буйы һағы боҙватҡысы Нортвинд Уэльс принцы боғаҙынан төньяҡ-көнсығыш ярымутрауҙағы Элвир моронона тиклем бөтә яр буйы буйлап йөҙөүсе беренсе судно була.

Утрауҙағы аҡ төлкөләрҙең күплеге ҡиммәтле тире менән сауҙа итеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә, һәм 1920-се йылдарҙа Викторияла Гудзон ҡултығы компанияһының Кембридж-Бей һәм Пойнт-Брабант сауҙа постары (1939 йылда ябылған) асылған.

1926 йылда Кеймбридж-Бей ҡалаһында шулай уҡ Канаданың Король атлы полицияһы посы булдырыла. 1939 йылда Пойнт-Брабанттан 18 саҡрым алыҫлыҡта католик миссияһы асыла, ә киләһе йылда — Холмандың яңы сауҙа посы. Факториялар һәм постар янында даими инуит торамалары барлыҡҡа килә.

1962 йылға тиклем Виктория эргәһендә, Симпсон ҡултығындағы Рид утрауында, Гудзон ҡултығы компанияһының тағы бер сауҙа посы эшләй. Әммә 2010 йылдар уртаһында утрауҙа тик ике даими торама пункт була: Кеймбридж-Бей (йәки Икалуктутиак, Нонавуттың өлөшөндә) һәм Улукхакток (Холман, төньяҡ-көнбайыш биләмәләргә ҡараған өлөшөндә).

2016 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, был тораҡ пункттарҙа 1619 һәм 396 кеше йәшәгән.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Утрау, Канада Виктория ГеографияһыУтрау, Канада Виктория Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһыУтрау, Канада Виктория ТарихыУтрау, Канада Виктория ИҫкәрмәләрУтрау, Канада ВикторияКанада

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

МуйылБашҡорт халыҡ йырҙарыТуңғатарАҠШЭлектротехникаАлғы АзияПилотһыҙ осоу аппаратыБашҡорт фольклорыКПРФКанадаАйранҺултантимерИспан телеМакедон телеШарль де ГолльТренерҮрге Арыҫлан һыуһаҡлағысыФигуралы шыуыуБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреАгглютинатив телдәрБелоруссияның рельефыСура Әл-БәҡараЮғары кимәлдәге милли доменТолстой Лев НиколаевичИртәк (Яйыҡ ҡушылдығы)Соммаруга СимонеттаОктябрь революцияһыИшбирҙин Хәлил Әнүәр улыЛенин Владимир ИльичБингьолАфинаСуданТимерханов Илдус Хәмит улыБанандарМәкәшУрал (йылға)Стравинский Игорь ФёдоровичLinuxКолумбияИндигиркаЕйәнсураЛюдвиг ван БетховенСәғәт бүлкәтеУҡытыусыҮрге АвстрияSonyДжованни Пьерлуиджи ПалестринаИран таулығыАнтониу ГутеррешУкраинаҠуштауИнглиз теле26 ғинуар8 мартЯбалаҡ һымаҡтар1873 йылДонъя телдәреКарловы ВарыКарл Фридрих ГауссАксаков Анатолий ГеннадьевичБеларусьҠытаутамаҡБайғаҙы (Силәбе өлкәһе)21 апрельНобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге🡆 More