Буркина Фасола Ислам

Буркина Фасола (1984 йылға тиклем — Үрге Вольта) ислам (франц. Islam au Burkina Faso, ғәр.

Ил халҡының (21 млн кеше, 2020 йылға) 61,5 % — ы ― мосолмандар (күпселеге Мәлики мәҙһәбе сөнниҙәре, әҙселеге шиғыйҙар, әхмәдиәләр), шулай уҡ Тижания суфый тәриҡәте тарафдарҙары, сәләфиҙәр бар. Пью тикшеренеү үҙәге баһалауынса, 2020 йылға халыҡтың 62,7 % — ы Ислам динен тота.

Буркина Фасола ислам
Дәүләт Буркина Фасола Ислам Буркина-Фасо
Буркина Фасола Ислам Буркина Фасола ислам Викимилектә
Буркина Фасола Ислам
Буркина Фасо дәүләт флагы
Буркина Фасола Ислам
Ил баш ҡалаһы Уагадугу Бөйөк мәсете
Буркина Фасола Ислам
Илдең икенсе ҙур ҡалаһы Бобо-Диуласо Бөйөк мәсете

Тарихы

Буркина Фасо Конституцияһы дин иркен күҙҙә тота. Дәүләт сәйәсәте, ғөмүмән алғанда, дини йолаларҙың ирекле рәүештә үтәлеүенә ярҙам итә.

XV быуатта Үрге Вольта мосолман төбәге сәүҙәгәрҙәрен һәм мосолман халҡын Акан алтын ятҡылыҡтары асылыу, алтын, кола сәтләүеге һәм тоҙ менән сауҙа итеү мөмкинлеге йәлеп иткән. Улар Бобо-Диуласо, Конг, Бундуку ҡалаларында һәм алтын ятҡылыҡтарына яҡын башҡа урындарҙа урынлашҡан. Мосолмандар урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнгән. Был никахтарҙан тыуған вариҫтар йыш ҡына башлыҡ титулын мираҫ итеп алған һәм урындағы халыҡтарҙы ислам диненә күндергән. Һөҙөмтәлә, регионда мосолмандар айырым төркөм булмаған, үҙҙәрен Моси батшалығының бер өлөшө тип һанаған. Мосолман ғаиләләре үҙҙәренең ҡайһы бер улдарына мосолман белеме бирергә тырышҡан. Шулай итеп, ғөләмәләр синыфы барлыҡҡа килгән. Улар, үҙ сиратында, ауылдарҙа мосолман йәмғиәттәре ойошторған. Маба Дбяху Ба (1809—1867) етәкселегендәге Бөйөк Сенегам йыһаты ваҡытында ислам Үрге Вольта, Фил Һөйәге Яры (1986 йылдан Кот-д’Ивуар) һәм Гвинеяла тарала.

1919 йылда Үрге Вольта Франция колонияһына әйләнә. Колониаль администрация Ислам таралышына туранан-тура ярҙам итә. Улар шулай уҡ мосолмандарҙы, мосолман булмаған африкалылар менән сағыштырғанда, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә алға киткән тип һанаған һәм мосолман юлбашсыларын һәм клерктарын мосолман булмаған райондарҙа администраторҙар итеп тәғәйенләргә тырышҡан.

XIX быуат аҙағында Үрге Вольтала барлығы 30 000 мосолман иҫәпләнгән, 1959 йылда улар 800 000 булған, был халыҡтың яҡынса 20 % — ын тәшкил иткән.

1984 йылда Үрге Вольта Буркина Фасо итеп үҙгәртелә. 1991 йылда хәрби түңкәрелештән һуң конституцион республика төҙөлә. Буркина Фасола ислам хәрәкәте илдең мосолман халҡын тәшкил итеүсе төрлө этник төркөмдәрҙе интеграциялау ысулы булараҡ ҡарала.

Мосолман халҡының яртыһы Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң уҡ башланған мәҙрәсәлә белем алыу менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ Ислам мәсеттәр төҙөү, милли телевидение буйынса вәғәздәр һөйләү, мосолман байрамдарын рәсми таныу һәм ғәрәп дөньяһы яғынан ярҙам алыу менән нығытыла.

2006 йылғы халыҡ һанын алыу мғлүмәттәре буйынса, ил халҡының 23 % — ы ― христиандар (19 % — ы католиктар, 4 % — ы протестанттар). Халыҡтың 15 % — ы урындағы традицион диндәргә ышана.

Таралыуы

Мосолмандар күбеһенсә илдең төньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш төбәктәрендә, христиандар ― үҙәк райондарҙа күпселекте тәшкил итә.

Ил баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы булған Уагадугу халҡы тигеҙ өлөштәрҙә христиандар һәм мосолмандарҙан тора, ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы булған Бобо-Диуласо халҡы тулыһынса тиерлек ислам динен тота.

Фотогалерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Буркина Фасола Ислам ТарихыБуркина Фасола Ислам ТаралыуыБуркина Фасола Ислам ФотогалереяБуркина Фасола Ислам Шулай уҡ ҡарағыҙБуркина Фасола Ислам ИҫкәрмәләрБуркина Фасола Ислам ҺылтанмаларБуркина Фасола Ислам2020 йылБуркина-ФасоДинИсламМосолмандарМәлики мәҙһәбСуфыйлыҡСәләфилекСөнниҙәрТәриҡәтФранцуз телеШиғыйҙарҒәрәп телеӘхмәдилек

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

КофеРангылар тураһында табель25 ноябрьСанкт-ПетербургVisaҺарттарИҫке Собханғол (Бөрйән районы)Әл-Фатиха сүрәһеБМО-ның Халыҡ-ара судыГрузияҮрге АвстрияБерберҙарЕнес (биология)ЙылЙәһүдилекУралВислаНью-ДжерсиҠыҙыл Мәсет (Ырымбур өлкәһе)1847 йылХалиҡов Муллайән Дәүләтша улыГрадирняАхилл1812 йылМәскәү тау академияһыСүстәрТарихАллаһКорея РеспубликаһыКоммерцияға ҡарамаған ойошмаМаһисәрүәр (йыр)QR-кодХоккейӘгержеҠаты дискЙәстү намаҙыМейәсҠушыуДондағы Ростовта Собор майҙаныҒәскәров Фәйзи Әҙһәм улыҠыҫалаИшбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улыУкраинаУйын киноһыСыуашстанПермь крайыИран таулығыФранцуз телеҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыФигуралы шыуыуТүбәнге ЛәмәҙТулыланыусы энергияҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыДэн СяопинИсландияСкульптураКоклеҠорманМузыкаЖуңғар ханлығыВикимилекСтәрлетамаҡ өйәҙеТип (биология)Яҫы селәүсендәрҺөтимәрҙәрПоляк теле🡆 More