Боливияла ислам (исп.
Ил халҡының (11 млн 428 мең кеше, 2019 йылға) 0,017 % — ы — (2 мең кеше) — мосолмандар. 2008 йыл башында El Nuevo Dia көндәлек газетаһы: «илдәге мосолман халҡының дөйөм һаны 1000 кеше, улар күбеһенсә Санта-Крус һәм Ла-Паста йәшәй», тип белдергән. 2014 йылда Боливияла 2 мең мосолман йәшәгән.
Боливияла ислам | |
Дәүләт | Боливия |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Боливияла Ислам XX быуат аҙағында Яҡын Көнсығыш илдәренән (Фәләстин, Иран, Сүриә һәм Ливан) килгән мөһәжир-мосолмандар менән бергә тарала башлаған. Боливия ҡалаларында (Сукре, Санта-Крус, Кочабамба, Ла-Пас) йәшәүсе мосолман халҡы, нигеҙҙә, Бангладеш, Пакистан, Фәләстин, Сүриә һәм Ливандан килгән мөһәжирҙәрҙән тора.
Боливия, Конституцияһы буйынса, донъяуи дәүләт булып тора, дәүләт дин иркен һәм хөкүмәттең диндән бойондороҡһоҙлоғон гарантиялай. 2010 йылда халыҡтың 92 % — ы — христиандар (78 % — ы — католиктар, 19 % — ы — протестанттар, шулай уҡ православие динендәгеләр бар); 3 % — ы — дин тотмаусылар, 2,2 % — ы — баһаиҙар, 0,1 % — ы — ҡалған диндәрҙең барыһы ла.
Илдәге мосолман ойошмалары Санта-Крус, Сукре һәм Кочабамбала Боливия Ислам үҙәген (Centro Islámico Boliviano, CIB), шулай уҡ Сукрелағы Мосолман төркөмөн (Muslim Group) һ. б. ойошмаларҙы үҙ эсенә ала.
1992 йылда Боливияла беренсе мәсет төҙөлөшө буйынса комиссия раҫлана һәм беренсе мәсет 1994 йылдың сентябрендә Санта-Крус ҡалаһында төҙөлә. Унда йома намаҙҙарына 50 мосолман йөрөй.
2004 йылда Ла-Паста беренсе рәсми сөнни мәсете — Жәбәл Ән-Нур мәсете (Mezquita Yebel An Nur) асыла. Быға тиклем ислам башҡалала сағыштырмаса һирәк күренеш булған, һәм мосолман йәмғиәте намаҙ уҡыу өсөн үҙ йорттарында ғына осрашҡан бер нисә мосолмандан торған. Жәбәл Ән-Нур мәсете Санта-Рустағы сөнни Боливия ислам үҙәге менән тығыҙ элемтәлә тора, үҙен-үҙе финанслай, шул уҡ ваҡытта Ла-Пас Боливия Ислам йәмғиәте ассоциацияһы ҡаршыһындағы Әс-Сәләм мәсетенә (Mezquita As-Salam)сөнни һәм шиғый мосолмандар ҙа йөрөй.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Боливияла ислам, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.