Башҡан

Башҡан (башҡ.

«башлыҡ») — Гагаузия Республикаһы — Гагауз Ерендә юғары вазифа биләүсенең атамаһы.

Башҡан
гаг. ATB Gagauz Yeri başkanı
рум. Guvernatorul UTA Găgăuzia
Герб
Башҡан
Нигеҙләү датаһы 23 декабрь 1994
Дәүләт Башҡан Молдова
Юрисдикция таралышы Гагауз Ери
Рәсми сайт gov.gov.md/en/start/
Изображение памятной доски

Тарих

Вазифа 1994 йылдың 23 декабрендәге Гагаузия республикаһы статусы тураһындағы закондың 344-XIII-се статьяһына ярашлы раҫланған. Уға Ғағаузиялағы дәүләт власының бөтә органдары ла буйһона. Башҡан альтернатив нигеҙендәге дөйөм, тиң, тура, йәшерен һәм ирекле тауыш биреү һөҙөмтәһендә дүрт йыл мөҙҙәтенә һайлана. Бер үк кеше ике мөҙҙәттән ары башҡан була алмай. Ул 35 йәштән олораҡ Молдова гражданы булырға һәм гагауз телен белергә тейеш. Ғағаузия башҡаны Молдова хөкүмәте ағзаһы булараҡ Молдова президенты декретына ярашлы раҫлана. Башҡан Ғағаузия территорияһында ғәмәлгә инеүсе ҡарарҙар һәм указдар сығара ала.

Гагауз Ере Башҡандары

Мөҙҙәт Исем-шәрифе
19 июнь 1995 — 24 сентябрь 1999 Табунщик Георгий Дмитриевич
24 сентябрь 1999 — 21 июнь 2002 Кройтор Дмитрий Васильевич
21 июнь 2002 — 10 июль 2002 Яниогло Валерий Фёдорович (в.в.б.)
10 июль 2002 — 29 июль 2002 Кристиогло Иван Петрович (в.в.б)
29 июль 2002 — 9 ноябрь 2002 Молла Георгий Ильич (в.в.б.)
9 ноябрь 2002 — 29 декабрь 2006 Табунщик Георгий Дмитриевич
29 декабрь 2006 — 15 апрель 2015 Формузал Михаил Макарович
15 апрель 2015 — хәҙерге ваҡыт Влах Ирина Фёдоровна

Гагаузия Башҡаны статусы һәм вәкәләттәре

Гагаузия Башҡанының хоҡуҡи статусы Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 58-се, 59-сы, 60-сы статьяларҙа нығытылған.

  • Гагаузия Башҡанын һайлау Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 61-се, 62-се, 63-сө статьяларында нығытылған.
  • Гагаузия Башҡанының вазифаға инеү тәртибе Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 64-се, 65-се статьяларында нығытылған.
  • Гагаузия Башҡанының Молдова Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы итеп раҫланыуы Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 66-сы, 67-се статьяларында нығытылған.
    66-сы статья
  • Гагаузия башлығы Молдова республикаһы Президенты указы менән Молдова республикаһы Хөкүмәте ағзаһы итеп раҫлана.

Тейелгеһеҙлек

    67-се статья
  • Гагаузия Башҡаны тейелгеһеҙлеккә эйә һәм вәкәләттәрен башҡарған саҡта әйткән фекерҙәре өсөн юридик яуаплылыҡҡа тарттырыла алмай.

Вәкәләттәре

    68-се статья

Гагаузия Башҡаны:

  • 1) Молдова Республикаһының эске һәм тышҡы сәйәсәтендә мәьәләләрҙе хәл иткәндә Гагаузия халҡы мәнфәғәттәрен яҡлай;
  • 2) Законға ярашлы Гагаузия Башҡарма Комитетын етәкләй;
  • 3) Гагаузия Халыҡ Йыйылышына раҫлау өсөн Башҡарма Комитеты структураһын тәҡдим итә;
  • 4) Гагаузия Башҡаны хакимиәтен булдыра;
  • 5) урындағы закондарға ҡул ҡуя;
  • 6) Гагаузия территорияһында мотлаҡ үтәлергә тейеш ҡарар һәм бойороҡтар сығара;
  • 7) Гагаузияла идара итеүсе органдары менән етәкселек итә һәм үҙ-ара эште тәьмин итә;
  • 8) Гагаузия халыҡ йыйылышы менән килешеп, Гагаузия райондары хакимиәттәре башлыҡтарын тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата;
  • 9)Гагаузия законы тәртибенә ярашлы урындағы референдум үткәреү буйынса мәсьәләне ҡуя ала;
  • 10) Гагаузия Башҡарма Комитеты составы тураһында индерелгән тәҡдим 45 көн дауамында хәл ителмәһә йәки Гагаузия бюджеты тураһында проект ике ай дауамында блокланған осраҡта, фракциялар һәм Халыҡ Йыйылышы Президиумы менән консультациялар үткәргәндән һуң, Халыҡ Йыйылышын ваҡытынан алда таратырға хоҡуҡлы. Халыҡ Йыйылышы Башҡан тәҡдимен ике тапҡыр кире ҡаҡҡандан һуң ғына таратыла;
  • 11) закон ярашлы енәйәтселек менән көрәш буйынса Гагаузия Координацион советын булдыра һәм уны етәкләй;
  • 12) Гагаузия халҡы мөрәжәғәтнамәләр менән сығыш яһай;
  • 13)Гагаузия Халыҡ Йыйылышына идара итеү органдарының эшмәкәрлеге тураһында йыл һайын мәғлүмәттәрҙе еткерә;
  • 14) Гагаузия почетлы исемдәрен бирә һәм бүләкләй;
  • 15) Гагаузия Халыҡ Йыйылышында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына эйә;
  • 16) Гагаузия Эске эштәр идаралығының муниципаль полицияһы начальнигын тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата.
  • Гагаузия Башҡаны урындарҙа ҡабул ителгән закон менән риза булмаған осраҡта 10 көн эсендә ҡабаттан ҡарау өсөн уны Халыҡ Йыйылышына ебәрә ала. Әгәр Халыҡ йыйылышы өстән ике өлөшө менән тауыш бирһә, закон ҡабул ителде тип һанала һәм Гагаузия башҡаны уға ҡул ҡуя.
    70 -се статья
  • Гагаузия Башҡаны вәкәләттәре Молдова Республикаһы Конституцияһын, «Гагаузияның (Гагауз ере) айырым хоҡуҡи статусы тураһында»ғы Законды үтәмәү осрағында ваҡытынан алда туҡтатыла ала.
  • Гагаузия Башҡанын вазифаһынан ситләтеү буйынса тәҡдим Халыҡ йыйылышы депутаттарының өстән бер өлөшөнән дә кәм булырға тейеш түгел һәм Гагаузия Башҡанына аңлатмалар алыу өсөн еткерелергә тейеш
  • Әгәр Халыҡ Йыйылышы Башҡанды ситләтеү тураһында ҡарар ҡабул итһә, 30 көн эсендә ошо мәсьәлә буйынса референдум үткәрелә.

Вазифа бурыстарын башҡарыу

    71-се статья
  • Гагаузия Башҡаны һаулыҡ торошойәки башҡа объектив сәбәптәр буйынса үҙ бурыстарын башҡара алмаһа, уның бурыстарын ваҡытлыса үтәү Гагаузия Башҡарма Комитеты Рәйесенәнең беренсе урынбаҫарына йөкмәтелә. .
  • Гагаузия Башҡаны һайлауҙары вакансия барлыҡҡа килгәндән һуң 3 айҙан да һуңға ҡалмай үткәрелә.

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (1995)

Гагаузия автономиялы территориаль округы башлағын һайлауҙар Молдова Республикаһы хөкүмәте 1995 йылдың 11 июнендә раҫлаған ваҡытлыса регламент базаһында ткәрелә. Һайлауҙарҙа 4 кандидат көс һынашты. Икенсе тур һөҙөмтәһендә Гагаузия башҡаны итеп Георгий табунщик һайлана, уның өсөн һайлаусыларҙың 64,1 % тауыш бирә.

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (1999)

Икенсе һайлауҙар 1999 йылдың 22 авгусында һәм 5 сентябрендә үткәрелә. Һайлау бюллетенендә 6 кандидат теркәлгән була. Икенсе тур һөҙөмтәһендә Дмитрий Кройтор Гагаузия башлығы итеп һайлана.

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2002)

Гагаузия башлығы һайлауҙары Дмитрий Кройкрҙың ваҡытынан алда отставкаға киткәндән һуң 2002 йылдың 6 һәм 20 октябрҙә үтә, әммә 6 октябрҙәге һайлауҙар ғәмәлдгә индерелмәй, сөнки уларҙа һайлаусыларҙың 41,4 ғына ҡатнаша (50 % урынына). Ҡабаттан үткәрелгән һайлауҙарҙа республика башҡаны итеп Георгий Табунщик һайлана.

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2006)

Дүртенсе һайлауҙар 20016 йылдың 3 һәм 17 декабрендә үтә. Гагаузия башлығы итеп Чадыр-Лунга Михаил Макарович Формузал һайлана, ә ғәмәлдәге башлыҡ Табунщик 3-сө урынды биләй.

Кандидат I тур II тур
Михаил Макарович Формузал

(бойондороҡһоҙ)

33,89 %

19297

56,23 %

32890

Николай Дудогло

(бойондороҡһоҙ)

31,40 %

17880

43,77 %

25603

Георгий Табунщик

(бойондороҡһоҙ)

24,14 %

13745

Александр Стояногло

(бойондороҡһоҙ)

10,58 %

6025

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2010)

2010 йылдың 12 һәм 26 декабрендә бишенсе һайлауҙар үтә. Икенсе турҙан һуң Михаил Формузал икенсе срокка һайлана. Һайлауҙарҙа Ирин Влах ҡатнаша, ул 3-сө урын биләй.

Кандидат I тур II тур
Михаил Макарович Формузал

(бойондороҡһоҙ)

37,19 %

22484

51,38 %

31576

Николай Дудогло

(бойондороҡһоҙ)

31,84 %

19252

48,62 %

29874

Ирина Влах

(ПКРМ)

30,96 %

18720

Һөҙәмтәләре 56,95 % 56,83 %

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2015)

2015 йылдың 22 мартында алтынсы һайлауҙар үтә. Һайлауҙарҙа 10 кандидат ҡатнаша, күбеһенсә улар үҙ-үҙҙәрен күрһәткән, бары тик ҡайһы берҙәренә сәйәси партиялар теләктәшлек күрһәтә. был һайлауҙар берҙән-бер бер турҙа үткән һайлауҙар була, уларҙа Ирина Влах еңеп сыға (51,11 %).

Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2019)

Сираттағы һайлауҙар 2019 йылдың 30 июнендә үткәрелә. Һайлауҙарҙа 4 кеше ҡатнаша, Ирина Влах, 91,27 % (49742 тауыш) менән еңеп сыға.

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Башка

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Башҡан ТарихБашҡан Гагауз Ере дарыБашҡан Гагаузия ы статусы һәм вәкәләттәреБашҡан Гагаузия ы һайлауҙарыБашҡан Шулай уҡ ҡарағыҙБашҡан ИҫкәрмәләрБашҡан ҺылтанмаларБашҡанГагауз Ери

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡушма һөйләм2003 йылДиего МарадонаДостоевский Фёдор МихайловичБеренсе донъя һуғышыНамазова Адилия Аваз ҡыҙыКамбоджаАҠШ Дәүләт департаментыЛитосфераКитапСовет Социалистик Республикалар СоюзыВикиКарел-Фин Совет Социалистик РеспубликаһыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыСоциализмТокугава Иэясу1949 йылКалифорнияЙоһанн Вольфганг фон ГётеХалыҡ-ара стандарт китап номерыНельсон МанделаҒарипов Рәми Йәғәфәр улыБашҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларыАкулаАрафур диңгеҙеГрек ашамлыҡтарыҠораллы КөстәрҺанлы ысулдарБоронғо МысырМария ТерезияӨсөнсө рейхБеренштайн (Мәғдән тауҙары)СиғандарТауыҡЛавров Кирилл ЮрьевичИо (юлдаш)Токио фонд биржаһыДауытов Нияз Ҡурамша улыМаргарет ТэтчерБөйөк Моголдар империяһыДөгөБашҡорт алфавитыБайтЖюль ВернXX быуатБашҡорт милли кейемеТуғай яраны1838 йылСевильяСатьяджит РайТарихКеплер ИоганнҠырҡҡоласКиев Русе2 декабрьНанотехнологияӘл-Мүлк сүрәһеМилләтселек2002 йылИсламдың биш нигеҙе17 декабрьЯңы йылДәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙыДНК🡆 More