Лавров Кирилл Юрьевич (15 сентябрь 1925 йыл — 27 апрель 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй актеры, театр һәм кино артисы, йәмәғәтсе.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). СССР-ҙың халыҡ артисы (1972). Украинаның халыҡ артисы (2003). Ленин премияһы(1982), СССР-ҙың дәүләт премияһы (1978), РСФСР-ҙың Васильевтар исемендәге дәүләт премияһы (1974) һәм РФ Президенты премияһы (1997) лауреаты.Ленин ордены кавалеры (1985).
Кирилл Лавров | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Исеме: | Кирилл Юрьевич Лавров | ||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Һөнәре: | актёр театра и кино | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Әүҙем йылдары: | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Театр: | Театр имени Л. Украинки; | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Наградалары: |
|
1925 йылдың 15 сентябрендә Ленинградта тыуған.. Уның олатаһы, Сергей Лавров Васильевич (1873—1944), Санкт-Петербург Император гуманитар йәмғиәте гимназияһы директоры булып эшләй. 1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң Белградҡа китә, шунда 1944 йылда вафат була. 1934 йылға тиклем Юрий Лавров (1905—1980) атаһы менән бәйләнеш тота. «Тереләр һәм үлеләр» спектакле менән гастролдә Белградта булғанда Кирилл Лавров олатаһының ҡәберен таба «1873-1944».
Өләсәһе Елизавета Акимовна Лаврова эмиграциянан баш тарта һәм Петроградта балалары менән ҡала, улы Юрий Лавровҡа Ҙур драма театрында (БДТ) артист карьераһын башларға ярҙам итә. Юрий Лавров 1919 йылдан 1937 йылға тиклем БДТ һәм башҡа театрҙарҙа хеҙмәт итә. Кирилл Юрьевичтың әсәһе — Ольга Ивановна Гудим-Левкович (1903—1967) — актриса, театрҙа һәм радиола эшләй.
Лавровтар Ленинградта 1930 йылдар уртаһына тиклем йәшәй. Кирилл Володарский районындағы икенсе тулы урта мәктәптә уҡый (1940 йылдан — Смольнинский), хәҙерге Үҙәк райондың 155-се гимназияһы. С М. Киров үлтерелгәндән һуң Ленинград интеллигенцияһын эҙәрлекләү башлана. Шул уҡ ваҡытта Кирилл өләсәһе менән ҡала, ата-әсәһе Киевҡа күсенә, бер аҙҙан Юрий Лавров Киев Леся Украинка исемендәге рус драма театры художество етәксеһе булып китә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кирилл Лавров Киров өлкәһендә һәм Новосибирскиҙа эвакуацияла була, совхозда эшләй, 352-се наркоматы боеприпастар заводында токарь булып эшләй. 1943 йыл башында 17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1950 йылға тиклем армияла хеҙмәт итә: в Әстерхан хәрби авиация мәктәбен тамамлай, һуңынан биш йыл бомбардировка полкында техник була(Курил утрауҙарында (Итуруп), «Пе-2» бомбардировщиктарын осошҡа әҙерләй). Армияла үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнаша, һәүәҫкәрҙәр спектаклдәрҙә уйнай.
Ул һуғыш арҡаһында хатта мәктәпте тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты алып өлөрмәй, шуға күрә Мәскәү театр училищеларына уҡырға инә алмай. Демобилизациянан һуң, 1950 йылда Киевҡаатаһы янына бара һәм Леся Украинка исемендәге театрҙа артист-стажёр булып эш башлай . Атаһы етәкселегендә биш йыл дауамында актерлыҡ оҫталығын үҙләштерә, уның менән бер нисә спектаклдә бергә сәхнәгә сыға. Актер булараҡ үҫешенә театр етәксеһе Константин Хохлов ныҡ ярҙам итә..
1955 йылда М.Горький исемендәге театр художество етәксеһе итеп тәғәйнеләнгәс,Константин Хохлов Кирилл Лавровты эшкә саҡыра.1956 йылдан театр менән Георгий Товстоногов етәкселек итә, 1956 йылдан 1989 йылға тиклем Лавров уның ҡулы аҫтында эшләй, бер нисә тиҫтә роль уйнай, шул иҫәптән Молчалин («Горе от ума»), Солёный («Өс ҡәрендәш»), Нил («Мещандар»), Городничий («Ревизор»), Астров («Ваня ағай»).
1989 йылдан, А. Товстоногов үлгәс, театрҙың художество етәксеһе булып китә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уның етәксеһе булып ҡала .
Кииноға беренсе тапҡыр 1955 йылда «Васек Трубачев һәм уның иптәштәре» фильмында төшә. «Лукаштағы бәхәс» фильмында тәү тапҡыр төп ролде уйнай (1959, «Ленфильм»).
«Мин ышанам, кеше» (1964), «Тереләр һәм үлеләр», «Карамазовтар», «Нейтраль һыу», «Утты ауыҙлыҡлау», «Ышаныс», «Мой ласковый и нежный зверь», «Бер стакан һыу», «Шарлотта муйынсағы», «Бандитский Петербург. 1 Фильм. Барон» (телесериал), «Мастер һәм Маргарита» фильмдарында төп ролдәрҙе башҡара.
Режиссёр булараҡ А. Ульянов менән берлектә «Карамазовтар» фильмының өсөнсө серияһын төшөрә (тәүге икеһен И. А. Пырьев төшөрә, тик фильм төшөргәндә вафат була).
СССР һәм Рәсәй сәйәси тормошонда күренекле кеше була . Ленинградтан 10-11 саҡырылыш СССР Юғары Советы (1979-89 йй.) депутаты . Театр эшмәкәрҙәре союзынан СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), СССР театр эшмәкәрҙәре союзы. 1946—1991 йылдарҙа КПСС ағзаһы.
1993 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының халыҡ депутаттары съезын таратыҙы хуплай.
Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең (1980) һәм СССР театр эшмәкәрҙәре союзының (1986—1991 йылдарҙа О. Н. Ефремов менән бергә) Ленинград бүлексәһе етәксеһе. 1992 йылдан Халыҡ-ара театр союзы конфедерацияһы (вице-президент — О. Н. Ефремов) президенты. Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы дәүләт премиялары буйынса комитет ағзаһы һ.б.
«Ника» Рәсәй милли кинематография сәнғәте һәм фәндәре академияһының һәм Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының академигы. 2000 йылдың декабрендә Александров музыкаһына яҙылған совет гимнын ҡабул итеүгә ҡаршы сыҡҡан мәҙәниәт эшмәкәрҙәре араһында була.
Спорт менән бала саҡтан мауыға. Гимнастика буйынса 1-се үҫмерҙәр разрядына эйә була, саңғыла яҡшы йөрөй, йәш сағынан фехтованиены белә. «Зенит» футбол командаһы көйәрмәне, күп йылдар БДТ футбол командаһы капитаны. Өйөндә Рәсәй , Санкт-Петербург тарихы буйынса ҙур китапхана туплаған.
2006 йылдың 27 сентябрендә С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының клиникаһына ята, Лавровҡа ашығыс операция яһала ..
2007 йылдың 27 апрелендә 82 йәше менән барған Лавров Мстислав Ростропович менән бер көндө Санкт-Петербургта лейкемиянан вафат була..
Вафатын дүрт көн алда ул Б. Н. Ельциндың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша.
Ғүмеренең һуңғы көндәрендә ул интервью бирә, ул «Семнадцать мгновений Ефима Копеляна» (2007) документаль фильмына инә.
Алексей Баталов, Михаил Ульянов, Кирилл Лавров, Владимир Путин 2000 йылдың 1 мартына. | В. В. Путин һәм К. Ю. Лавров 2000 йылда 26 июлендә. | В. В. Путин һәм К. Ю. Лавров 2005 йылдың 7 октябрендә. | В. В. Путин һәм К. Ю. Лавров 2006 йылдың 14 апреле. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Лавров Кирилл Юрьевич, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.