Amazon.com, Inc.
Штаб-фатиры Сиэтлда (Вашингтон штаты) урынлашҡан.
Amazon.com 1994 йылда Америка эшҡыуары Джефф Безос тарафынан ойошторола, ә 1995 йылда сайты эшләй башлай. Компанияға атама донъялағы иң күп һыулы Амазонка йылғаһы хөрмәтенә бирелә. Тәүҙә сайтта китаптар ғына һатыла. Магазин 1998 йылдың июнендә — музыкаль дисктар, ноябрҙә видеопродукция һата башлай. Унан һуң ассортиментҡа бер-бер артлы MP3-яҙмалар, программа тәьминәте тауарҙары, видеоуйындар, электроника, кейем, мебель, аҙыҡ-түлек һәм уйынсыҡтар индерелә.
Тәүге эш өҫтәлен Amazon.com хужаһы иҫке ишектәрҙән яһап алған, тигән легенда йәшәй. Бөгөн дә компанияла ишектәрҙән эшләнгән өҫтәлдәр бар, әммә аҡсаһыҙлыҡтан түгел, ә хужалыҡсан булыу кәрәклеген иҫкә төшөрөп торһон өсөн ҡуйылғандар.
Amazon.com тәү башлап акцияларын 1997 йылдың 15 майында NASDAQ-ҡа урынлашыра.
2006 йылда Аmazon Shopbop компанияһын һатып ала .
2010 йылда Amazon 545 миллион долларға Quidsi (Diapers.com) компанияһын ала.
2011 йылда Amazon.com компанияһында 30 мең хеҙмәткәр эшләй.
2012 йылда корпорация келәт роботтары етештереүсе Kiva Systems (әлеге ваҡытта — Amazon Robotics) компанияһын ала. Был роботтар тауарҙар менән эште автоматлаштырыу өсөн кәрәк була. Уолл-стрит аналитиктары баһалауынса, келәт операцияларын автоматлаштырыу өсөн роботтар ҡулланыу Amazon'ға заказдарҙы әҙерләү сығымдарын 40 процентҡа кәметә.
2014 йылдың 9 октябрендә Amazon Манхэттенда (Нью-Йорк) үҙенең тәүге офлайн-магазинын асыуы тураһында хәбәр итә. Бер аҙҙан Сан-Францискола кибет аса.
2016 йылдың 7 декабрендә Джефф Безос Amazon'дың заказды тәүге тапҡыр пилотһыҙ осҡос аппарат менән илтеүе тураһында белдерә.
2016 йыл аҙағына компанияла 180 мең кеше эшләй.
2017 йылда Амазон 14 миллиард долларға Whole Foods компанияһын һатып ала.
Әлеге ваҡытта Amazon.com тауарҙарҙың 34 категорияһы менән эшләй, улар араһында электрон китаптар, көнкүреш электроникаһы, балалар уйынсыҡтары, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары, спорт тауарҙары һәм башҡа күп төрлө әйберҙәр бар.
Компанияның АҠШ-тан тыш Бразилияла, Канадала, Бөйөк Британияла, Германияла, Японияла, Францияла, Италияла, Испанияла, Һиндостанда һәм Ҡытайҙа филиалдары бар.
Amazon.com беренсе булып Интернеттың ҡәҙимге магазиндан айырмалы бик күп клиенттар менән эшләү, келәттә булған тауарҙарҙан күпкә артыҡ тауар күләме менән эш итеү кеүек мөмкинлектәрен файҙалана.
Интернет-магазин уңайлыҡтарының береһе — һатып алыусыларҙың һатып алған тауарҙар тураһында фекер яҙыуы, уларҙы баһалауы. Был башҡаларға сифатлы әйберҙәр һайларға ярҙам итә.
2011 йылдың 18 октябрендә Amazon.com иң билдәле комикстар нәшриәте DC Comics менән уртаҡсылыҡ төҙөүе тураһында белдерә. Килешеүгә ярашлы, Amazon иң популяр комикстарға, шул иҫәптән «Супермен», «Бэтмен», «Йәшел Фонарь», «Ҡом кеше» һәм «Һаҡлаусылар»ҙың электрон версияларына эксклюзив хоҡуҡ ала. Яңы уртаҡсылыҡҡа ярашлы, Amazon'дың төп конкуренты Barnes & Noble был комикстарҙың электрон версияларын үҙенең интернет-магазинынан алып ташларға тейеш була. Ә комикстарҙы был ваҡиғанан өс көн элек Amazon компанияһы тарафынан һатыла башлаған Kindle Fire планшеты ярҙамында ғына һатып алып була.
Amazon иҫ киткес ҡаты (хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, «фашистарса») эш шарттары менән дан тота. Компания метрикалар системаһын, хеҙмәткәрҙәр араһында ярыш һәм негатив һайлау алымдарын ҡуллана, һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр «мөмкинлектәренең сигенән сығырға» йә эштә «янырға» мәжбүр.
2016 йылдың 5 апрелендә Amazon'дың тауар һаҡлау һәм һатыуҙың дирижаблдәр һәм пилотһыҙ аппараттар файҙаланған системаһын патентлау ғаризаһы теркәлә.
Джефф Безос (1996 йылдан компанияның директоры) — иң күп акция тотоусы. Томас Шкутек 2002—2015 йылдарҙа финанс директоры була, әле был вазифаны Брайен Олсавацки биләй.
2017 йылдың майына ҡарата Джефф Безос акцияларҙың 16 процентына (79,896,638) эйә.
Amazon.com акцияларын тотоусылар реестры (2016 йылдың 31 декабренә ҡарата)
Акционер | Акциялар һаны | Процент |
---|---|---|
The Vanguard Group, Inc. | 25,136,813 | 5.27 |
T. Rowe Price Associates, Inc. | 20,919,431 | 4.38 |
FMR Co., Inc. | 19,330,079 | 4.05 |
Capital World Investors | 16,942,267 | 3.55 |
State Street Global Advisors, Inc. | 16,357,782 | 3.43 |
Capital Research Global Investors | 10,725,819 | 2.25 |
BlackRock Institutional Trust Company, N.A. | 10,490,760 | 2.20 |
Baillie Gifford Overseas Limited | 7,442,632 | 1.56 |
BlackRock Fund Advisors | 5,219,225 | 1.09 |
Invesco Advisers, Inc. | 4,885,742 | 1.02 |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Amazon (компания), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.