16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се: музей

112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы  — дәүләт бюджет мәҙәни учреждениеһы.

 

112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Башҡортостан Республикаһы Президенты Бойороғо менән Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгән йылда 2005 йылдың 8 майында асыла. Ул Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика Хәрби Дан музейының филиалы булып тора.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы
Нигеҙләү датаһы 10 декабрь 2002
Дәүләт 16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ҡыҫҡаса, Музей эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары, Коллекцияһы Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Баш компания (ойошма, предприятие) Республика Хәрби Дан музейы
Асыу датаһы 8 май 2005
Майҙан 104,7 квадрат метр

Республика Хәрби Дан музейы Өфөлә 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү мемориаль комплексының бер өлөшө булараҡ 2000 йылдың 8 майында асыла. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 27 майындағы «Республика Хәрби Дан музейын булдырыу буйынса саралар тураһында» исемле 508-Р ҡарарына ярашлы ойошторола.

Файл:Музей 112-й Башкирской кавалерийской дивизии.jpg
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы. Өфө ҡалаһы, Дим биҫтәһе

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ҡыҫҡаса

112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы СССР Дәүләт Оборона Комитеты Постановлениеһына ярашлы, ВКП (б)-ның Башҡорт өлкә комитеты бюроһы һәм БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советының «Урындағы милләт кешеләренән ике кавалерия дивизияһы формалаштырыу тураһында» 1941 йылдың 17 ноябре Постановлениеһы нигеҙендә булдырыла һәм тулыһынса республиканың кеше һәм матди ресурстары иҫәбенә йыйыла.

Дивизия яу һәм поход юлдары буйлап Дон йылғаһынан алып Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан артыҡ юл үтте һәм почётлы Чернигов исемен алды, уның байрағын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Кутузов ордендары биҙәй. Хәрби хәрәкәттәр осоронда дивизияның 4 меңгә яҡын яугире орден һәм миҙалдарға лайыҡ булды, 78 батырына Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.

Музейҙа, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһын формалаштыра башлағандан алып бөгөнгө көнгә тиклемге халыҡ хәтерендә һаҡланып килеүенә бағышланған бай һәм уникаль экспозиция эшләнгән.

Дивизияны формалаштырыуға һәм уның хәрби берәмеккә әйләнеүенә ҙур көс түккән тәүге командиры Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улына айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелгән. Уның ҡыйыу һәм тәүәккәл етәкселеге арҡаһында, Брянск фронтында дивизия тәүге һуғышына инә һәм яугирҙәренең ҡыйыулығы, саялығы менән айырыла, һәм артабан 8-се кавалерия корпусы составында барлыҡ эре әһәмиәтле операцияларҙа ҡатнаша. Кадровый офицер, тәжрибәле хәрби начальник булараҡ, ул яугирҙәр һәм командалыҡ итеүсе состав араһында ҙур абруй менән файҙаланған.

Музей эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары

112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының 2-се ҡатында легендар командир Миңлеғәле Минһажетдин улының 2009 йылда билдәләнгән 110 йәшенә арналған «Данлыҡлы атлылар юлынан» акцияһы материалдарына таянып төҙөлгән фотокүргәҙмә ҡуйылған, был акция сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Украинала, генерал Шайморатов һәләк булған Петровское ҡалаһында булып ҡайтҡайны, шул саҡта «Башҡорт атлылары скверы»на нигеҙ һалынды.

Лекция залында «Ағиҙелдән Эльбағаса» тигән күргәҙмә эшләй, бында дивизияның хәрби үҙ фотокорреспонденты Л. И. Якубов материалдары буйынса дивизия яугирҙәренең көндәлек хәрби тормош-көнкүреше сағыла.

Диорамаларҙа рәссамдар, максималь рәүештә ысынбарлыҡҡа яҡын итеп, Белая Калитва ҡалаһы эргәһендәге 30 һуғышсының, ғүмерҙәрен аямай алышҡанын, һәм айырыуса батырлыҡ күрһәткәне өсөн 54 яугире Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған «Днепраҙы аша сығыу» күренештәрен уларҙың «ҡатып ҡалған торошон һүрәтләүсе эпизодтар» ярҙамында еткерә.

Шулай уҡ бай фото-, документаль материал, ҡорал, наградалар, хәрби форма, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре, һуғыш осоро көнкүреш әйберҙәре, өс полк байраҡтарының күсермәләре, шулай уҡ дивизия байрағы ҡуйылған. Һуғышсыларҙың туғандары арҡаһында музей архивы даими рәүештә яңы экспонаттар менән тулыландырыла, һәм улар витриналарҙа лайыҡлы урынын биләй.

Әлеге ваҡытта музейҙа 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының алыштары тарихына бағышланған өс экспозиция эшләй. Дивизия командиры үҙенең тәжрибәлелеге һәм абруйы менән яугирҙәрен ойоштороуға һәм үҫтереүгә алыштырғыһыҙ өлөш индерә.

    Төп экскурсиялары

Килеүселәрҙең иғтибарына ҙур диорамалар, бай фото һәм документаль материал, ҡоралдар, наградалар, хәрби форма, һуғыш заманына хас шәхси әйберҙәр, көнкүреш предметтары тәҡдим ителә.

Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тылда хеҙмәт иткән Дим районы яугирҙәре һәм хеҙмәтсәндәренең һуғыш һәм хеҙмәт батырлығын һөйләүсе бай фотоматериал күрһәтелгән. Музейҙың лекция залы бар, һәм унда семинарҙар, күп халыҡ ҡатнашҡан саралар, һуғыш һәм тыл хеҙмәте ветерандарының уҡыусылар менән осрашыу кисәләре уҙғарыла, хәрби теманы яҡтыртҡан документаль фильмдар күрһәтелә.

Музейҙың икенсе экспозиция залы Өфө ҡалаһы Дим районының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылары һәм тыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған. Шул уҡ залда совет ғәскәрҙәрен Афғанстан территорияһынан сығарыуға 20 йыл тулыу айҡанлы «Хәрби бурысҡа һәм антҡа тоғролоҡ» тип аталған экспозиция асылды.

Музей хеҙмәткәрҙәре 2019 йылда 13-сө модель китапханаһында 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командирҙарының береһе Күсимов Таһир Тайып улының 110 йәшенә арнап сара үткәрҙе. Осрашыуға 104-се урта мәктәптең 8 һәм 10 класс уҡыусылары, шулай уҡ педагог-китапханасы Цибрина О. Ю., класс етәкселәре килде.

Музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре генерал Т. Т. Күсимовтың биографияһы менән таныштырҙы, дивизияның башҡа легендар батырҙары ла телгә алынды. «Көмөш инеш» микрорайонының бер урамы Таһир Күсимов исемен йөрөтә.

Танып-белеү программаһы сиктәрендә, балалар «Күкрәп үткән һуғыш батыры» тигән күргәҙмә менән танышты, яугир-кавалеристың хәрби кейемдәрен кейеп ҡаранылар.

Артабан беҙҙең батыр яҡташтарҙың фиҙаҡәрлегенә бағышланған «Днепр өсөн ҡаты алыш» тип аталған ҡыҫҡа метражлы документаль фильм ҡараны.

Музей хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Өфө ҡалаһы Үҙәк ҡала китапханаһына ла барҙы. Был юлы сараға Өфө ҡалаһы Октябрь районының 97-се мәктәбенең 6 кадет класы һәм Өфө Тармаҡ технологиялары колледжының 1 курс студенттары килгәйне. Таһир Күсимов һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының Днепр өсөн көрәшен тағы ла йөкмәткелерәк итеп аңлатты лекторҙар.

Кавалерист хәрби формаһын кейеп сығыш яһаусы Өфө Тармаҡ технологиялары колледжының I курс студенты Фурсеев Максим ярҙамында тыңлаусылар 1943 йылғы өлгө буйынса тегелгән хәрби форма менән таныштылар.

    Иҫтәлекле даталар һәм музейҙа йыл һайын үткәрелгән саралар

Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бағышланған лекциялар: — «Т. Т. Күсимов» (112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се (58-се гвардия) кавалерия полкы командиры, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы тураһында)

  • «Дан өсөн тыуған генерал Шайморатов» (112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе командиры тураһында)
  • «Партизандар дошман тылында»
  • «Александр Матросов»
  • «Атаевсылар батырлығы»
  • «Ленинград блокадаһы»
  • «Дим ҡасабаһының тарихы»
  • «Сәйәси репрессиялар ҡорбандары»
  • «Сталинград ҡаты алышы»
  • «Дошман тылында һуғыш»
  • «Маршал Жуковтың хәрби сәнғәте»
  • «Мәскәү өсөн ҡаты алыш»
  • «Хәтерләүе лә аяныс, оноторға ла ярамай»
  • «Яугир-интернационалистар».
    Шайморатов генералдың 120 йәшен билдәләгәндә

2019 йылда Башҡортостан йәмәғәтселеге легендар батырыбыҙ Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улының 120 йәше тулыу айҡанлы, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы Музейы «Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы» тигән онлайн-викторина ойошторҙо.

112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Дим биҫтәһе халҡына китаптар, көнкүреш әйберҙәре һорап мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, «Дим: кисә һәм бөгөн» экспозицияһы өсөн.

Мәҙәни-ағартыу һәм экскурсион эш музейҙың иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Уҡыусылар, ветерандар менән осрашыуҙар үткәрелә, семинарҙар, батырлыҡ дәрестәр, тематик лекциялар үткәрелә. Йыл һайын балалар ижады конкурстары, Республика Хәрби һәм Хеҙмәт Даны музейҙарының смотр-конкурстары, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыла. Әүҙем күргәҙмә эшмәкәрлеге алып барыла, даими рәүештә яңы экспонаттар менән музей коллекциялары тулыландырылып тора.

Музей эшмәкәрлеге рәсәй кимәлендә лайыҡлы баһа ала. Үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләү буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Республика Хәрби Дан музейы 2007 йылда «Рәсәй федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү буйынса әүҙем эше өсөн» почетлы билдә менән бүләкләнә. 2010 йылда музейға ветерандар менән әүҙем эшләгән өсөн, граждандарҙың патриотик тәрбиәләүендә ҡатнашҡан һәм Еңеү юбилейын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә өлөш индергән өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65-йыллығы» иҫтәлекле миҙал менән, ә шулай уҡ Д. Д. Медведев ҡултамғаһы менән «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитеты дипломы менән бүләкләнә.

Коллекцияһы

Музей фонды 500-ҙән ашыу һаҡлау берәмеген тәшкил итә. Улар иҫәбенә һалҡын ҡорал коллекциялары, шәхси әйберҙәре 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәхси әйберҙәре, хәрби наградалары, трофейҙар, фронт көндәлектәре һәм хаттар һәм башҡа бик күп әйберҙәр.

  • Музейҙың экспозиция-күргәҙмә майҙаны — м² тәшкил итә; м² майҙан коллекцияларҙы һаҡлау фондына бирелгән.

Ҡайҙа урынлашҡан

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27-се йорт) Директоры: Үтәев Илшат Ислам улы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ҡыҫҡаса, Музей эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары, Коллекцияһы 
  • Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн» Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән юғары исем бирелде.
  • 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Башҡортостандың Шайморатов ордены булдырылды һәм уның статусы раҫланды.
  • 2020 йылдың май айында Өфө ҡалаһы Совет майҙанында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен ҡороу буйынса әҙерлек эштәре башланды.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Нигматуллина З. Республиканский музей Боевой Славы // Ватандаш. — 2001. — № 2. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

Tags:

16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ҡыҫҡаса16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Музей эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Коллекцияһы16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Ҡайҙа урынлашҡан16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Шулай уҡ ҡарағыҙ16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Сығанаҡтар16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Һылтанмалар16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Иҫкәрмәләр16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Әҙәбиәт16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се Һылтанмалар16-Сы Гвардия Башҡорт Кавалерия Дивизияһы Музейы 112-Се112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыБашҡортостан Республикаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Корея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыСәғәт бүлкәте1978 йылҠаҙағстанИсхаҡов Ришат Сәлмән улыАмерика футболыҠара үлемВоля Павел АлексеевичБаш ҡалаСербия1992 йылВикингтарТапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улыВольтерМәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улыМөхәмәтғата МансуровМартин Лютер КингБакиров Урал Насир улы25 ноябрьОкеанХань (халыҡ)ҺөтимәрҙәрXiaomiМонреаль22 мартЛенин Владимир Ильич18 августҺиндостан тарихыКалининград өлкәһеҺолоВелосипедWindowsКөстөғолТөркмәнстанГамбургИҙел (мифология)Мария Монтессори9 ноябрьҠалтасы районыСловакия27 мартМарсБалҠырымWhat is A Dscr Loan?Титан (юлдаш)ҺүҙбәйләнешБароккоБалыҡтарОҙатыу (йыр)КабулФарсы телеКәбисә йыл1717 йылБөйөк Ебәк юлыТиррен диңгеҙеДеникин Антон ИвановичБөрйән районында мәғарифтың үҫешеӨлкөндөРигведа1910 йылПлацебоХәүзаАятВикипедияБохараАмазонка🡆 More