Өлкөндө (рус. Улькунды) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл.
Өлкөндө ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1255 кеше. Почта индексы — 452533, ОКАТО коды — 80223840001.
Ауыл | |
Улькунды Өлкөндө | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | ↘1255 кеше (2010) |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы | 452533 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Өлкөндө ауылы район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 25 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Өлкөндө ойконимы этимологияһы «Ҙур ҡаласыҡ» тигәнде аңлатыуы ихтимал, йәғни, Оло һәм кәнде (ҡала, ҡәлғә). Оло һүҙе кәнде тигәнгә эйәреп йомшаҡ әйтелешкә күсә, ә кәнде үҙ сиратында, лабиалләшеп, көндө тигәнгә әүерелә. Быға тарихи табыштар ҙа дәлил булып тора:
Например, в «Списках населенных мест Российской империи…» говорится о том, что в Златоустовстом уезде, близъ башкирской деревни Улькунды (1769) лежат два городища, называемая башкирами Чудскими и Шайтан (т. е. Чортовы) городищами. Первое из них в 4 верстах от деревни известно под именем Чукурь городища (Соҡор «рытвина» – З. Ш.); другое Улькунды или Птичье городище лежит в 3 верстах к востоку от первого, далее говорится о том, что они оба расположены на вершинах гор. Чукур гора имеет пещеру; городище представляет круглый вал на пространстве 34 сажени с выходами на восток и запад; окружность вала Улькунды простирается на 43 и 1/2½ сажени. |
Өлкөндө ауылына 1781 йылда Өфө өйәҙе Дыуан улусы аҫаба башҡорттарының мишәрҙәр менән керҙәшлек килешеүе нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Дыуан ырыуы башҡорттары биләмәләрендә тәүге мишәр ауылдарының береһе.
Баҫылып сыҡҡан сығанаҡта ауылдың нигеҙләнеүе тураһында:
«1762, 1787, 1805 йылдарҙағы килешеүҙәр буйынса Мырҙалар һәм Дыуан улустары башҡорттарынан мәңгелеккә һатып алынған ерҙәре бар». Архив материалдарында әйтелеүенсә, XIX быуаттың 1-се яртыһында Өфө өйәҙендә 3-сө мишәр кантонының 15-се йортона ҡараған Өлкөндө ауылы мишәрҙәренең ата-бабалары «башҡорт еренә тәүгеләрҙән булып 1762 йылда башҡорттар менән төҙөлгән килешеү буйынса Ҡыҙылъяр ауылында, Мырҙалар улусы дачаларында килеп урынлаша, һуңынан 1781 йылда Дыуан улусы башҡорттары менән килешеү төҙөй һәм 1864 йылдан шунда йәшәй. Бында 27 типтәр ҙә йәшәй, ләкин рәүиз иҫәбе буйынса Ҡыҙылъяр ауылында тип күрһәтелгән». Ысынлап та, рәүиздәр буйынса мишәрҙәр Өлкөндө ауылында, ә типтәрҙәр — Ҡыҙылъяр ауылында иҫәпләнә. 9-сы команда составындағы типтәрҙәрҙең ер хоҡуҡтары түбәндәгесә: «Ерҙе Мырҙалар улусы аҫаба башҡорттарынан, ихатанан йылына 50 тин һалым (оброк) түләү шарты менән, 1762 йылда һатып алғандар; Өлкөндө ауылы мишәрҙәре менән берлектә шул уҡ шарттарҙа ер биләйҙәр». Уларға ер һатылмаған, типтәрҙәр ҙә, мишәрҙәр ҙә керҙәш итеп индерелгән; аҫаба хужа башҡорттарға ҡуртымға бирелгән ер өсөн һәр йорттан йылына 50-шәр тин (мишәрҙәр — 20 тин) түләнә. Һуңыраҡ Өлкөндө ауылы Ҡыҙылъяр («Улькунды тож») тип тә аталған. Ауыл ике, Мырҙалар һәм Дыуан, улустарының аҫабалыҡ сигендә урынлашҡан була. Килешеүҙәрҙән күренеүенсә, мишәрҙәр 1762 йылдан алып — Ҡыҙылъяр ауылында, ә 1781 йылдан Өлкөндөлә йәшәгән. Өлкөндө ауылы кешеләре ике улус керҙәштәре була. Һәм 1875 йылда уларҙың ҡуртымға алған ерҙәренең бер өлөшөн тәбиғи ориентир буйынса Таҙтүбә ауылы крәҫтиәне А. Н. Бунаков һатып ала. Ул саҡта ер майҙаны яҡынса 15 мең дисәтинә тип баһалана (ысынында иһә Бунаков ҡулында 45 мең дисәтинә була). 1889 йылда Н. В. Ремезов үҙенең китабында халыҡтың мофталаға тарыуын, фажиғәһен, күрһәткән.Оригинал текст (рус.)«Землю имеют купленную в вечное владение у башкирцев Мурзаларской и Дуван ской волостей по договорам от 1762, 1787, 1805 гг.». Архивный материал гласит, что предки мишарей д. Улькунды, относившейся в первой половине XIX в. к 15-й юрте 3-го мишарского кантона в Уфимском уезде, «поселились на башкирской земле первоначально в д. Кызылярово в дачах Мурзаларской волости по выданному от башкир в 1762 г. договору, затем в 1781 г. заключили договор с башкирами Дуванской волости. Где теперь (1864 г.) и живут. Здесь живут и 27 тептярей, но по ревизиям показаны в д. Кызыляровой». И действительно, мишари по ревизиям числятся по д. Улькунды, а тептяри — по д. Кызылярово («Улькунды тож»). Поземельные права тептярей в составе 9-й команды выглядят следующим образом. «Земля приобретена покупкою у башкир-вотчинников Мурзаларской волости по договору 1762 г. с платежом оброка по 50 коп. в год со двора; владеют совместно с мещеряками д. Улькунды по тому же условию». Здесь продажи земли не было, поскольку тептяри были припущены, как, между прочим, и мишари; владельцам земли платили за аренду земли по 50 коп. (мишари - 20 коп.) с двора в год. Впоследствии д. Улькунды называли Кызылярово (в скобках). Деревня находилась на границе вотчин двух волостей (Мурзаларской и Дуванской). Из договоров видно, что мишари с 1762 г. жили в д. Кызылярово, затем с 1781 г. — в Улькунды. Жители д. Улькунды были припущенниками двух волостей. И вот в 1875 г. часть их арендуемых земель была куплена крестьянином с. Тастуба А. Н. Бунаковым по естественным ориентирам. Тогда оценивали их площадь примерно в 15 тыс. десятин (фактически в его руках оказалось 45 тыс. десятин). Все перипетии этой народной трагедии были показаны Н. В. Ремезовым еще в 1889 г. Интересующихся историей своего села отсылаю к его книге.
.
Өлкөндө мишәрҙәре элегерәк Таҙтүбә, Ярославка, Һикәяҙ ауылдарында йәшәгән тигән мәғлүмәт тә бар.
Златоуст өйәҙе буйынса 1898 йылда баҫылған статистик мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Йылантөп ауылы Өлкөндөнән бүленеп сыҡҡан. Халыҡ һаны 1859 йылғы X рәүиз йомғағы буйынса — 59 йортта 85 мишәр ир-ат теркәлгән. Йылантөп Дыуан ауылынан 6 саҡрымда, Кошелевка йылғаһы башында урынлашҡан. Билдәләп китер кәрәк, бүлендек ауыл булһа ла, халыҡ иҫәбе төп ауыл кешеләре менән бергә бирелгән. 1870 йылда был бүлендек ауылдар араһында теркәлмәгән. XX быуат башында ғына ул үҙ аллы ауылға әйләнгән. 1920 йылда Йылантөп ауылындағы 150 йортта 753 кеше йәшәгән
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 15-се йорт | 3-сө мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 15-се йорт | 3-сө мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 15-се йорт | 3-сө мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 15-се йорт | 3-сө мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Дыуан улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Дыуан-Мәсетле улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Өлкөндө ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Өлкөндө ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Өлкөндө ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Өлкөндө ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
1816 йылда Өлкөндө ауылында 230 йән ир-ат мишәр һәм 12 йән типтәр йәшәгән. 1834 йылда 284 йортта йәшәүсе 775 мишәр, 58 типтәр иҫәпкә алынған.
1842 йылда 775 мишәргә 280 сирек ужым һәм 723 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Картуф тураһында әле белмәгәндәр. Игенселек системаһыҙ. Тиреҫ ашлама булараҡ ҡулланған. Ауылда бер нисә һуҡҡыс һәм елгәргес була. Йәшелсә баҡсалары булған. Урындағы тоҡом малын үрсеткәндәр. Үҙҙәре етерлек бесән әҙерләгән. Урман ауылдан 7 саҡрым алыҫлыҡта, өлөшләтә ауыл эргәһендә. Мәнфәғәттәренә ярашлы, йыл һайын 20 дисәтинә биләмәлә урман йыҡҡандар.
1859 йылда ауылда 786 ир-ат йәшәгән. 1865 йылда 273 йортта 1657 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда 2 мәсет, ат тирмәне була.
1870 йылда 273 йортта 853 ир-ат һәм 804 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1897 йылда ауылда 7 кибет, тирмән, 2 мәсет булған.
1906 йылда Өлкөндө ауылында 2 мәсет, мәҙрәсә, 5 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған.
1920 йылда Өлкөндө ауылындағы 456 йортта 2472 мишәр йәшәгән.
Өлкөндө халҡы «Урал Сервис» ЯСЙ-ндә, «Ударсы» крәҫтиән (фермер) хужалығында хеҙмәт итә. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Өлкөндө ауылында татарҙар йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2472 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1744 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1726 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1425 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1464 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1255 | 601 | 654 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар, күлдәр:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Тәбиғәт һәйкәле — ерек һәм тал күпләп үҫкән
Тарихи һәйкәл — ике боронғо ҡаласыҡ: Соҡортауҙа Чудский һәм Өлкөндө йәки Ҡош ҡаласығы (Шайтан — Чёртово)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Өлкөндө, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.