Әбү Хәмит Әл-Ғазали (ғәр.
Сығышы менән фарсы Хөрәсән өлкәһенән. Иң абруйлы мөғәллимдәрҙең береһе, суфыйсылыҡ ағымына нигеҙ һалыусы. 1091 йыл Селжут солтаны уға Бағдад ҡалаһындағы мәктәпкә имам булырға тәҡдим итә. Әл-Ғазалиҙың барлыҡ эшмәкәрлеге суфизм тәғлимәтен нығытыу һәм ул суфизмдың теоритик нигеҙен төҙөй.
Әбү Хәмит Әл-Ғазали | |
ғәр. ابو حامد محمد بن محمد الغزالى | |
Тыуған көнө | 1058 |
---|---|
Тыуған урыны | Тус, Иран |
Вафат көнө | 19.12.1111 |
Вафат булған урыны | Тус |
Мәктәп/традиция | Суфыйсылыҡ, ашаризм, шафиғи мәзхәбе |
Йүнәлеше | Сөнни ислам, Әхел әл-Хәҙис |
Осор | |
Основные интересы | |
Испытавшие влияние | Баха ад-Дин Валад |
Әбү Хәмит Әл-Ғазали 1058 йылда ярлы ғаиләлә тыуған, бик иртә атаһын юғалта. Атаһы үлер алдынана суйый дуҙына балаларын тәрбиәгә алыуын һәм уҡытыуын үтенә. Атаһының дуҫы уларҙы уҡыта, аҙаҡ мәҙрәсәгә уҡырға бирә.
Уның Тустағы мөғәллиме имам Әхмәд ар-Разиҡани булған. Уҡыуын дауам итеү өсөн ул Джурджан һәм Нишапурға йүнәлә. Унда мөғәллиме Әбдел-Хәсән әл-Ашариҙың эҙенән барыусы имам әл-Харамайн әл-Джувайни (1085 йыл вафат) була.
Йәш Әл Ғаззалиҙы сельджук вәзире Низам әл-Мөлөк иғтибарға ала, һәм Бағдад ҡалаһында хан һарайында ҙур вазифа ала, тора-бара абруйлы ғалим һәм дин белгесенә әүерелә. 1091 йылдан алып 1095 йылғаса әл-Низами мәҙрәсәһендә уҡыта. Уның уҡыусылары араһында — Әбү Бәкер Ибн әл-Ғәрәби.
1092 йылда Низам әл-Мөлөк ассасин ҡатилы ҡулынан үлеп ҡала.
1095 йыл Әл Ғаззали бар булған мөмкинселектәрен карьера йылһының сәскә атҡан ваҡытында хаж ҡылырға йүнәлә Бағдадты ҡалдыра. 11 йыл 1106 йылғаса дәрүиш- суфый булып йөрөй. Ул был ҡылығын диндә тарҡалыш башланыуын, һәм ул тамуҡ ғазабынан ҡурҡыуына бәйләй. Ул изге ерҙәрҙә — Мәккәлә, Мәҙинәлә була, шулай уҡ Иерусәлимгә, Дәмәшкегә(Дамаск), Бағдадҡа бара. Ғүмерен суфый хәлендә Туста уҙғара, ошо йылдарында байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә.
1106 йыл Фәхр әл-Мөлк Ғазалиҙы уҡытыуға ҡайтырға мәжбүр итә. Яңынан Нишапурҙағы әл-Низамиә мәҙрәсәһендә уҡыта башлай.
Үлеменә хәтле бер нисә йыл ҡалғас, яңынан уҡытыуын ҡалдырып, Тусҡа ҡайта. Ул унда йәштәрҙе суфыйсылыҡ тормошона әйҙәй.
Әл-Ғаззали 1111 йылдың декабрендә 55 йәштә вафат була.
Әл-Ғазали ортодоксаль сөнни Әш-Шәфиғи мәктәбенда һаналған.
Үҙен суфыйсылыҡтың фикх бегесе тип иҫәпләгән. Ул был йүнәлештә теортитик база булдырған
Фәндәрҙе ентекләп өйрәнә (ҡәлам, фәлсәфә, исмәғилселек, сөнниҙәр догматикаһы) башлаған саҡта ул шундай һөҙөмтә яһай: рациональ барлыҡҡа килтерелгән ышаныс ғүмерһеҙ. Һәм ул суфыйсылыҡҡа етди мөрәжәғәт итә. Ул, әхләҡи ышаныуҙар Аллаһ менән аралшыу аша барырға тейеш, икәнлеген аңлай һәм шәхси тәжрибәһендә өйрәнә. Бының өсөн Аллаһтың сауаптары аша таҙарынырға, яһалмалыҡтан ҡотолорға кәрәк була.
Әл-Ғазали йәшәйеште өс кимәлгә бүлә.
Әл-Ғазали Ҡөрьәндәге (4, 95) Джихадтың яңы төшөнсәһен индерә. Бында һүҙ яу яланындағы һуғыш тураһында түгел, ә үҙеңдең мин-минлегең (нәфсең) менән көрәшеү.
Әл-Ғазали исламда юғары баһалана. Уға Шәрәф-әл-Ғимма (ғәр. شرف الائمة), Зәйн әд-дин (ғәр. زین الدین), Худжжат-әл-Ислам, (ғәр. حجة الاسلام) исемдәре бирелгән.
Шәйех Хәмзә Йософ уның тураһында «исламды ҡотҡарыусы» кеше булараҡ яҙа..Әл-Ғазалиҙы шулай уҡ ашарит ҡаләмдең вәкиле һәм суфыйсылыҡ теологияһын нигеҙләүсе тип иҫәпләйҙәр.
Әл-Ғазали шунда уҡ башҡа телдәргә лә тәржемә ителә башлай. Европала христиан динендә лә танылыу таба. Шулай уҡ йәһүд общиналары ла таный.
Уның әҫәрҙәре менән Фома Аквинский ҙа таныш булған, уларҙы бик юғары баһалаған.
XII быуат аҙаҡтарында «философтарҙфң ниәттәре» йыйынтыҡтары латин теленә тәржемә ителә һәм киң тарала."Logica et philosophia Algazelis" ты Толедонан Доминик Гундиссалин йәһүд ғалимы Авендаут менән берлектә тәржемә итә.Был тәржемә Европала ғәрәп фәлсәфәһен өйрәнеү сығанағы булып торған. Ул Әбүғәлисинаның артынан эйәреүсе тип яңғылыш иҫәпләнгән.
XII — XIII быуаттарҙа Испанияның йәһүд халҡы ғәрәп телен бик әүҙем белгән. Йәһүд фекерләүселәре ғәрәп әҙәбиәтен шикләнеүһеҙ ҡабул итә алырға мөмкинселектәре булған. Иехуда Галеви үҙенең полемик эштәрендә Аристотелгә ҡаршы сығып, фәлсәфәһен, математикаһын, логикаһын асыҡ булмауҙа ҡаршылыҡҡа ҡуйып, Әл-Ғазалиҙың позицияһын алған. Абрахам Ибн-Дауд (Abraham ibn Daud) үҙенең Эмунах Рамах әҫәрҙәрендә киреһенсә Әбүғәлисинаны һәм Әл-Ғазали.
Бынан ары Әл-Ғазали әҫәрҙәре күп тапҡырҙар йәһүд теленә тәржемә ителә. Иң беренсе тәржемәсе Исаак Альбалаг (en:Isaac Albalag) булған. Уның тәржемәһе ҙур резонанс тотҡан, унан һуң тағы ла ике тәржемә эшләгнән..
Әл-Ғазалиҙың «Философтар ниәте» йәһүдсә тәржемәһе «De’ôt ha-Fîlôsôfîm» или «Kavvanôt ha-Fîlôsôfîm» исеме аҫтында Европа йәһүдтәре араһында иң киң таралған фәлсәфәүи текстар булған
Рационализм Газали, попытки подвергнуть сомнению причинность и разорвать связи между причинами и следствиями, которые могут оказаться ни чем иным как простой последоватльностью событий — комментируется многими авторами как предверие современного скептицизма.
См. подробно Сочинения Имама Аль Газали
Абу Хамид Аль-Газали Викиөҙөмтәлә | |
Әбү Хәмит Әл-Ғазали Викимилектә |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Әбү Хәмит Әл-Ғазали, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.