Һыубаҫар Туғай

Һыубаҫар туғай (рус. пойма) — йылға үҙәненең йырҙанан бейегерәк урынлашҡан һәм яҙғы һыу күтәрелгәндә йәки ташҡын ваҡытында һыу аҫтында ҡала торған бер өлөшө.

Һыубаҫар Туғай
Ағиҙел йылғаһында яҙғы ташҡын
Һыубаҫар туғай
Рәсем
Һыубаҫар Туғай Һыубаҫар туғай Викимилектә

Тасуирламаһы

Тигеҙлектәге йылғаларҙың һыубаҫар туғайы киңлеге йырҙаның киңлегенә тиң булыуы ла, ҡайһы ваҡыт хатта 40 км-ға тиклем барып етеүе лә мөмкин. Элек һыу баҫҡан, әммә хәҙер яҙғы һыу йәки ташҡын бейеклегенән юғарыраҡ булып ҡалған урындар терраса тип атала. Ҡайһы ваҡыт улар бер нисә кимәл, мәҫәлән, түбән һәм юғары булыуы ихтимал.

Һыубаҫар Туғай 
Морава туғайындағы таша торған күл

Һыу ҡайтҡанда ташҡын ваҡытында килеп тулған нәмәләр туғай өҫтөнә әкренләп йыйыла һәм ерҙе күтәрә бара. Бер үк ваҡытта йылға ярҙарының бер өлөшөн ташҡын ашай, икенсе урында ләм яғып пляждарҙы киңәйтә, шуның һөҙөмтәһендә туғай һыҙаттары өҙлөкһеҙ үҙгәреп тора.

Ташҡында йылға менән килгән ләм тупраҡты бик уңдырышлы итә. Үҫемлектәр туғайҙар өҫтөн нығытыуҙа ифрат ҙур роль уйнай, улар ләм туплауға ярҙам итә. Һыу баҫа торған туғайҙарҙың күп өлөшөн болондар биләй, тейешенсә үҙләштерелгән шарттарҙа мал аҙығы өсөн улар бик ҡулай. Һыу баҫҡанда балыҡтар ҙа үрсеп ҡала, балыҡсылыҡ хужалыҡтары өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә.

Башҡортостанда һыу баҫыу

Башҡортостанда ташҡындар, һыу баҫыуҙар йәйге һәм көҙгө осорҙарҙа була. Республиканың Урал алды йылғаларында һыу баҫыу оҙайлығы дала яҡтарында 10 көндән ашыу, тау‑урманлы төбәктәрҙә — 25 көнгә тиклем етә, Урал аръяғында уртаса 8—14 көн тәшкил итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Соболев С. С. Учение о пойме как основа изучения морфологии речных долин и стратиграфии речных террас // Почвоведение, 1935, № 5—6, с. 815—826.
  • Еленевский Р. А. Вопросы изучения и освоения пойм. М., Изд. ВАСХНИЛ, 1936, 100 с.
  • Чалов Р. С. К типологии пойм равнинных рек // Известия ВГО. Том 98. 1966. № 1. с. 54—57.
  • Попов И. В. Типы речных пойм и их связи с типами руслового процесса // Труды ГГИ, вып. 155, 1968, с. 39—55.
  • Петров И. Б. Обь-Иртышская пойма. Типизация и качественная оценка земель. Новосибирск, Наука, 1979, 136 с.
  • Барышников Н. Б. Речные поймы (морфология и гидравлика). Л., Гидрометеоиздат, 1978, 152 с.
  • Чернов А. В. Геоморфология пойм равнинных рек / Под ред. д.г.н. Чалова Р. С. М., Изд-во МГУ, 1983. 198 с.

Tags:

Һыубаҫар Туғай ТасуирламаһыҺыубаҫар Туғай Башҡортостанда һыу баҫыуҺыубаҫар Туғай Шулай уҡ ҡарағыҙҺыубаҫар Туғай ИҫкәрмәләрҺыубаҫар Туғай ӘҙәбиәтҺыубаҫар ТуғайЙырҙаРус телеТашҡынҮҙән

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

БолгарУрал батырМәскәүБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреМәжит ҒафуриБашҡорт балыДжо БайденАҠШ-тың Виргин утрауҙарыНамаҙНилБельгияБалтырғанҒәлин Венер Йәғәфәр улыАндреев Кирилл ДементьевичГеологияЙылға һикәлтәһеСинтаксисСимон БоливарАҫҡар мәктәбе (Бөрйән районы)Грузин телеБүреБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһыНуриев Дамир Әхмәт улы1920 йылЯҫы селәүсендәрИсмәғилев Рәйес Абдрахман улыБөгә (Мата ҡушылдығы)КөмөшПилотһыҙ осоу аппаратыКорея РеспубликаһыИероним БосхӨфөАкарологияӨҫтәмә ҡиммәткә һалымПермь крайыФутболСаха РеспубликаһыТашландыҡ һыуҙы таҙартыуТырҡышСәлләИсландияНидерландҮрге АвстрияМузыкаКонькиҙа шыуыуМолдова аш-һыуы1872 йылБыуатГрецияҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүТемәс башҡорт педагогия училищеһыТель-АвивМең дә бер кисәИшәй (Ишембай районы)Өфө губернаһыКолумбия29 апрельПетипа Мариус ИвановичТултырыусыКарловы ВарыШафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙыАнтонов Алексей Иннокентьевич1812 йылБадминтонТәһранАс-Сафф сүрәһеСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыИлеш районы🡆 More