Башҡортостан Үҙән: Белорет районындағы ауыл, Башҡортостан

Үҙән (рус. Узян) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл.

Үҙән ауыл советының үҙәге.

Ауыл
Үҙән
рус. Узян
Башҡортостан Үҙән: Тарихы, Этимологияһы, Халыҡ һаны
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл советы

Үҙән

Координаталар

HGЯO

Халҡы

1140 кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453522

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 211 852 001

Код ОКТМО

80 611 452 101

Номер в ГКГН

0523971

Үҙән (Рәсәй)
Үҙән
Үҙән
Үҙән (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Үҙән

2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1140 кеше.

Почта индексы — 453522, ОКАТО коды — 80211852001.

Тарихы

1773 йылдың декабрендә Үҙән йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән һәм баш күтәреүселәр тарафынан яндырылған Кухтур заводы урынында Үрге Үҙән йылғаһында Е. Н. Демидов яңы завод төҙөй. Үрге Үҙән заводы 1777 йылдың 10 июнендә сафҡа индерелә. Уның 2 домна мейесе, 4 крица сүкеше була. 1807 йылда завод — 95 433 бот, 1851 йылда 88 575 бот суйын иретә, һәм уға ярашлы 27 082 һәм 26 267 бот тимер сүкей. 1816 йылда Үҙәндә 96 йортта 240 ир-ат крәҫтиән йәшәй. 1866 йылда 2955 кеше һәм 414 йорт иҫәпләнә. Ауылда завод тимер юлы була, баҙар көндәре үткәрелә.

1755 йылдан алып 1918 йылға тиклем ауылда Вогау һәм Ко компанияһына ҡараған Үҙән заводы эшләй.

Этимологияһы

Ауылдың исеме Үҙән йылғаһы атамаһынан.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1140 548 592 48,1 51,9
    Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (76 %).


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

    1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
    1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Милли составы: Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдары буйынса (2010), ауыл халҡының милләте — рустар (76%).

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 52 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 52 км
  • Ағиҙелдең һул ярында урынлашҡан.

Транспорт

Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Билдәле кешеләре

  • Артамонов, Владимир Иванович (1906—1944) — лётчик, Халхин-Голдағы һуғышта һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы.
  • Жеребин, Борис Николаевич (1907—2005) — Кузнецк металлургия комбинаты директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, профессор.
  • Немкова Татьяна Ивановна (22.11.1937—9.03.2012) — 1956—1981 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты канатсыһы. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм өс дәрәжә (1-се дәрәжә — 1986, 2-се дәрәжә — 1981, 3-сө дәрәжә — 1975) Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
  • Туленков, Константин Иванович (1908—1978) — инженер-металлург, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1952), Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы.

Кинематограф

Үҙән ауылында «Вечный зов», «Тени исчезают в полдень», «Золотая речка», «Пропавшая экспедиция» тигән кинофильмдар һәм телесериалдар төшөрөлгән.

Киң мәғлүмәт сараларында

Видеояҙмаларҙа

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Башҡортостан Үҙән ТарихыБашҡортостан Үҙән ЭтимологияһыБашҡортостан Үҙән Халыҡ һаныБашҡортостан Үҙән Географик урыныБашҡортостан Үҙән ТранспортБашҡортостан Үҙән Билдәле кешеләреБашҡортостан Үҙән КинематографБашҡортостан Үҙән Киң мәғлүмәт сараларындаБашҡортостан Үҙән ВидеояҙмаларҙаБашҡортостан Үҙән ИҫкәрмәләрБашҡортостан Үҙән ҺылтанмаларБашҡортостан ҮҙәнБашҡортостан РеспубликаһыБелорет районыРус телеҮҙән ауыл советы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ерҙе өйрәнеүсе фәндәрУралКорея РеспубликаһыҮлем язаһыМорат IIВекуа Илья НесторовичНатрий карбонатыПанасюк Раиса ВасильевнаТель-АвивХимик элементтарҙың периодик системаһы2 сентябрьПеру28 июньҒәйнәМолдоваАдольф Гитлер26 февральДижонТермодинамикаҒафуров Ренат Зәйтүн улыПермь хореография колледжыЯңы Сафар (Шишмә районы)Енси сәләмәтлекКливлендЯһалма интеллект29 мартХәбиров Фәрит Барый улыМетаболизмБеренсе донъя һуғышыӨҫтәмә ҡиммәткә һалымҺөтимәрҙәрҺыйырБакуАфинаБөйөк француз инҡилабыИран таулығы25 апрельЕвропаБасов Василий АлександровичСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыКаспий диңгеҙеНефть эшкәртеү заводыҠара упҡынКатолик сиркәүеШвейцарияВикипедияҘур шартлауТаулы Ҡарабах (регион)Заико Александр ИвановичҠаҙаҡ телеУҡытыусыХалыҡ-ара стандарт китап номерыКофеАкарологияОш (Ҡырғыҙстан ҡалаһы)Урта КөнсығышХоҡуҡҺултантимерЭрнест РезерфордҠытай🡆 More