Ҡушылдыҡ

Ҡушылдыҡ (рус. Приток) — башҡа ағымға ҡушылған һыу ағымы.

Ҡушылдыҡ
Ҡалын күк һыҙат — төп ағымы, нәҙек һыҙыҡтар — йылға
Ҡушылдыҡ
Кана әлифбаһында исеме しりゅう һәм しせん
Ҡапма-ҡаршыһы Йылға тармағы
Ҡушылдыҡ Ҡушылдыҡ Викимилектә

Тасуирламаһы

Ғәҙәттә, ҡушылдыҡ тип ҡыҫҡарағы һәм һайырағы һанала, ләкин кире миҫалдар ҙа бар: йылғаларында һыу һиҙелерлек күберәк Ока һәм Кама Волга йылғаһы ҡушылдыҡтары тип иҫәпләнә; Йәнәсәй йылғаһының ҡушылдығы тип тамағында һыуы ике тапҡыр артығыраҡ Ангараны һанайҙар; һыуға байыраҡ Очаковка йылғаһы Раменкаға ҡушыла тип иҫәпләнә һәм башҡалар. Ғәҙәттә, шулай уҡ ҡушылдыҡтарҙың үҙәне башҡа йүнәлештә булыуы менән айырыла.

Бүленештәре

Ниндәй ярҙан ҡушылыуына ҡарап уң һәм һул ҡушылдыҡтарға бүленеш бар. Ҡайһы берҙә күлдәр һәм башҡа эске һыу ятҡылыҡтарына ҡойған йылғаларҙы ла ҡушылдыҡ тип атайҙар.

Ҡушылдыҡтарҙың төрлө дәрәжә бүленеше лә бар, был уларҙың туранан-тура төп йылғағамы йәки уның ҡушылдыҡтарынамы ҡойоуы менән билдәләнә. Беренсе дәрәжә ҡушылдыҡ тип аталғаны төп йылғаға туранан-тура ҡушыла, икенсе дәрәжә — беренсе ҡушылдыҡтарҙың ҡушылдыҡтары, һәм артабан шулай дауам итә. Ҙур йылға системаларына ҡушылыусы йылғаларҙың дәрәжәһе 20-гә тиклем еткерелгән. Шулай уҡ ҡапма-ҡаршы — ҡушылдыҡтарҙы ваҡтан ҙурыраҡҡа табан иҫәпләү тәртибе бар.

Ҡушылдыҡ йылға оҙонлоғо бер нисә мең километрҙан арта ала. Мәҫәлән, Иртыш, Миссури, Журуа һәм Пурус, ҡушылдыҡтар булһа ла, донъяла үҙҙәре иң ҙур йылғаһлар иҫәбенә инә.

Башҡортостандағы ҡушылдыҡтар

Башҡортостан йылғалары

Ҡушылдыҡ 
Инйәр — Эҫем йылғаһы ҡушылдығы

Башҡортостанда иң ҙур төп йылға Ағиҙел, әммә ул үҙе Кама йылғаһы ҡушылдығы булып тора. Яйыҡ йылғаһы Каспий дигеҙенә ҡойған төп йылға, мәгәр ул Учалы районының Буранғол ауылы янында башлана ла Башҡортостан биләмәләренән шул уҡ райондың Мәҫкәү ауылы янында Силәбе өлкәһенә сығып китә.

Башҡортостан Республикаһының йылғалары башлыса ике йылға бассейны — Волга (Кама) һәм Яйыҡ бассейндары ҡушылдыҡтары булып тора. Бары көнсығыштағы бәләкәй йылғалар өлөшләтә — Уй үрге ҡушылдыҡтары менән, Мейәс һәм башҡалар — Обь бассейнына ҡарай

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Гидрографик селтәр
  • Йылға
  • Йылға системаһы
  • Бәләкәй йылға тармағы
  • Тамағына
  • Стрелка

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Маккавеев Н. И. Русло реки и эрозия в её бассейне. — М.: Изд-во АН СССР, 1955. — 346 с.
  • Чеботарёв А. И. Гидрологический словарь. — 3-е изд., перераб. и доп. — Л.: Гидрометеоиздат, 1978. — 308 с.

Tags:

Ҡушылдыҡ ТасуирламаһыҠушылдыҡ БүленештәреҠушылдыҡ Башҡортостандағы ҡушылдыҡтарҠушылдыҡ Шулай уҡ ҡарағыҙҠушылдыҡ ИҫкәрмәләрҠушылдыҡ ӘҙәбиәтҠушылдыҡРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Викимедиа фондыРәсәйҙә Граждандар һуғышыАбдуллин Азат Хаммат улыЗәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы районы)Мусин Ноғман Сөләймән улыБикбов Юныс Юлбарыҫ улыИенаШәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙыБаймаҡ районыЛуи АрмстронгЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)Байыҡ сәсәнФинанстар2020 йылХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улыЯмалетдинов Мәүлит Байгилде улыАвстралияҠобайырЭдгар ПоБатицкий Павел ФёдоровичАрыҫлан петроглифтарыӘл-Бәҡара сүрәһеСиләбе өлкәһеБөйөк БританияМәмбәт (Хәйбулла районы)2012 йылПутин Владимир ВладимировичАсы (шифахана)Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙыИвритШиғриәтХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЭлектр тогыЭволюцияДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыЯрмуллин Азат Шакирйән улыТауыҡРәшит НиғмәтиISO 3166-1ЖурналистикаӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыҺүҙ составы15 апрельЕнси актИр енес ағзаһыФранцияҮлемШвецияҠудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙыБөйөк Ватан һуғышыСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Хәйбуллин Ишморат Нәзир улыБашҡорт энциклопедияһыТормошБашҡорт балыБерлинИльясов Спартак Мөжәүир улыБүләков Динис Мөҙәрис улы13 октябрь🡆 More