Чанышева Фәниә Ғәбделғафар Ҡыҙы

Чанышева Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы (1 сентябрь 1926 йыл — 14 апрель 2018 йыл) — уҡытыусы, журналист һәм шағир, йыр текстары авторы.

1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан китап нәшриәтенең элекке мөхәррире һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының элекке хеҙмәткәре. Ғилемдар Рамазанов исемендәге премия лауреаты (2006).

Фәниә Чанышева
Тыуған көнө:

1 сентябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (97 йәш)

Тыуған урыны:

Бүздәк районы Күҙәй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

шағир

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Биографияһы

Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы Чанышева 1926 йылдың 1 сентябрендә Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған. Ауылдарында урта мәктәп тамамлай. Артабан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (бөгөн Башҡорт дәүләт университеты) уҡырға керә.

1949 йылда Ҡыйғы районы Абзай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Институтта бергә уҡыған һабаҡташы — яугир-шағир Ғилемдар Рамазанов менән ғаилә ҡороп, Өфөгә ҡайтҡас, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең дәреслектәр бүлегендә мөхәррир, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында әҙәби хеҙмәткәр вазифаларын башҡара.

Ғаиләһендә өлгөлө әсәй, уңған хужабикә булараҡ, тормош иптәше менән бына тигән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлшат — журналист, Гөлназ — ғалим, педагогия университетында уҡыта, улдары Илдар — инженер-технолог.

Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы — ун китап авторы (арала шиғыр, проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары ла бар). «Иҫтә, һаман да иҫтә», «Боҙ һәм ялҡын», «Һаумы, яҡты көн», «Мөхәббәт менән осрашыу», «Һағышлы һуҡмаҡтар», «Ғүмерҙең яҡты миҙгелдәре» кеүек был рухи хазиналарҙы төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр бик яратып ҡабул итте.

Ижадсы һәм уның китаптары тураһында

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

Tags:

Чанышева Фәниә Ғәбделғафар Ҡыҙы БиографияһыЧанышева Фәниә Ғәбделғафар Ҡыҙы Ижадсы һәм уның китаптары тураһындаЧанышева Фәниә Ғәбделғафар Ҡыҙы ИҫкәрмәләрЧанышева Фәниә Ғәбделғафар Ҡыҙы СығанаҡтарЧанышева Фәниә Ғәбделғафар Ҡыҙы ҺылтанмаларЧанышева Фәниә Ғәбделғафар Ҡыҙы1 сентябрь14 апрель1926 йыл2018 йыл«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналыБашҡортостан китап нәшриәтеЖурналистикаЙырСССР Яҙыусылар союзыУҡытыусыШиғриәтҒилемдар Рамазанов

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Бикбаев Рауил Төхфәт улыОло Алаҡай күленең таш палаткаларыМиланТанзанияШвейцарияҒәрәп телеБашҡорттарӨфө «Нур» татар дәүләт театрыСалауат Юлаев (хоккей клубы)Сыуаш телеҠәҙим АралбайЕрәнсә сәсәнИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыМамыҡ ҡанатлыларАһалтәкә атыХәйбуллин Ишморат Нәзир улыҠош юлыТверьСыйырсыҡӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыБиохимияXMLГеорг Вильгельм Фридрих ГегельБашҡортостан байрамдарыТәбиғәтИстанбулСүриә телеАвстралияКаракасҺүҙ төркөмдәреНемецтарАпрель (Алағарай)ЙондоҙҙарБатицкий Павел ФёдоровичДонъя илдәре һәм территорияларыДжордано БруноБашҡортостан РеспубликаһыКарл ЛиннейЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыКомиксЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыТикеев Данис Солтан улыБилл ГейтсОрёл өлкәһеҠаҙағстан9 июль1809 йылАуылSkypeКаспаров Гарри КимовичШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыАсылыкүлӨлкән сержантМоро ислам азат итеү фронтыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы3 октябрьБашҡорт телеҠадир ДаянМария Чеботарь🡆 More