Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы, ИСО (International Organization for Standardization, ISO) — стандарттар эшләү һәм сығарыу менән шөғөлләнеүсе халыҡ-ара ойошма.
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 23 февраль 1947 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ISO |
Рәсми тел | инглизсә, Француз теле һәм урыҫ теле |
Ойошма ағзаһы | Joint Committee for Guides in Metrology[d] |
Ағзалар һаны | 165 Ил |
Бойһонған ойошма (филиал) | ISO/IEC JTC1[d] һәм SPRING SG[d] |
В партнёрстве с | Международная организация гражданской авиации[d] һәм ЮНЕСКО |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Женева, Швейцария |
Алыштырған | International Federation of the National Standardizing Associations[d] |
Электронная почта | [email protected] [email protected] [email protected] |
Рәсми сайт | iso.org iso.org/fr/ iso.org/ru/ |
Cтатус официального наблюдателя в организации | Всемирная организация интеллектуальной собственности[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 69 880 һәм 23 300 ± 99 |
Уставный URL | iso.org/files/live/sites… |
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы Викимилектә |
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы 1946 йылда егерме биш милли стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Ул 1926 йылда Нью-Йоркта асылып, 1942 йылда ябылған ISA (International Federation of the National Standardizing Associations) менән 1944 йылда ойошторолған UNSCC (United Nations Standards Coordinating Committee) ойошмалары нигеҙендә хасил була. Эше ғәмәлдә 1947 йылда башлана. СССР ойошманы нигеҙләүселәрҙең береһе, етәксе органдарының даими ағзаһы була; Госстандарт вәкиле ике тапҡыр ойошманың рәйесе итеп һайлана. Рәсәй СССР-ҙың вариҫы булараҡ ИСО ағзаһы ителә. 2005 йылдың 23 сентябрендә Рәсәй ИСО Советына инә.
Ойошманы төҙөгәндә һәм уға атама һайлағанда аббревиатураның бөтә телдәрҙә лә бер төрлө яңғырарға тейешлеге күҙҙә тотола. Тиң мәғәнәһен биргән ίσος (исос) тигән грек һүҙе алына, шунлыҡтан Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы «ИСО» тигән ҡыҫҡа атама йөрөтә.
ИСО-ның эшмәкәрлек даирәһе, электротехника менән электрониканан башҡа, бөтә өлкәләргә лә ҡағыла. Ә электротехника менән электроника Халыҡ-ара электротехника комиссияһы (МЭК, IEC) ҡарамағына инә. Ҡайһы бер эштәрҙе был ойошмалар бергә башҡара. Стандартлаштырыуҙан тыш, ИСО сертификатлау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә.
ИСО-ның бурыстары: донъяла тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән алмашыуҙы тәьмин итеү, интеллектуаль, фәнни-техник һәм иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында стандартлаштырыуҙы һәм төрҙәш эшмәкәрлек тармаҡтарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Рәсми телдәре: инглиз теле, француз теле һәм рус теле.
Милли стандартлаштырыу органдары ойошманың ағзалары булып тора, улар ИСО-ла үҙ илдәренең мәнфәғәттәрен кәүҙәләндерә, ә үҙ илендә ИСО вәкиле булып тора. Әлеге ваҡытта ИСО-ға 164 ил вәкиле инә
Ағзалыҡтың өс категорияһы бар. Улар ИСО-ның электрон ресурстарына инеү кимәле һәм эшләнеүсе документтарға йоғонто яһау дәрәжәһе менән айырыла. Был һәр милли стандартлаштырыу органының ихтыяждарын һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға ярҙам итә. Шулай итеп, ресурстары сикләнгән йә милли стандартлаштырыу системаһы етерлек үҫмәгән илдәр халыҡ-ара стандартлаштырыу буйынса көнүҙәк мәғлүмәтте ваҡытында ала.
ИСО-ла Рәсәйҙән Федераль техник көйләү һәм метрология агентлығы тулы хоҡуҡлы ағза сифатында вәкәләтлек итә.
ИСО-ның етәксе һәм эш органдары бар. Етәксе органдары: Генераль ассамблея (юғарғы орган), ИСО Советы, Техник етәксе бюро. Эш органдары — техник комитеттар (ТК), аҫкомитеттар (АК), техник консультатив төркөмдәр (ТКТ).
Генераль ассамблея — ағза комитеттар тарафынан тәғәйенләнгән вазифалы кешеләр һәм делегаттар йыйыны. Һәр ағза комитет өскә тиклем делегат ебәрергә хоҡуҡлы, уларҙы күҙәтеүселәр оҙатып йөрөй ала. Мөхбир ағзалар һәм яҙылған ағзалар күҙәтеүсе сифтатында ҡатнаша. 2013 йылғы Генераль ассамблея Санкт-Петербургта үтте.
Совет ИСО эшмәкәрлегенә Генераль ассамблея сессиялары араһында етәкселек итә. Совет Генераль ассамблеяны саҡырып тормайынса ағза комитеттарға консультация өсөн һорауҙар ебәрергә йә уларҙы хәл итергә ҡушырға хоҡуҡлы. Совет ултырыштарында ҡарарҙар унда ҡатнашҡан ағза комитеттарҙың күпселек тауышы менән ҡабул ителә. Ултырыштар араһында һәм ихтыяж килеп тыуғанда Совет ҡарарҙарҙы хатлашыу аша ҡабул итә ала.
ИСО Советы идара итеүгә бәйле күп һорауҙарҙы үҙе хәл итә. Совет ултырыштары йылына ике тапҡыр үтә. Совет составына ИСО ағзаһы булған илдәрҙән 20 вәкил инә. Совет ҡарамағында аныҡ һорауҙар буйынса етәкселекте башҡарған органдар бар.
ИСО Советына ете комитет буйһона: ПЛАКО (техник бюро), ПРОФКО (методик һәм мәғлүмәти ярҙам); КАСКО (ярашлылыҡты баһалау комитеты); ИНФКО (фәнни-техник мәғлүмәт комитеты); ДЕВКО (үҫеүсе илдәргә ярҙам итеү комитеты); КОПОЛКО (ҡулланыусылар мәнфәғәттәрен яҡлау комитеты); РЕМКО (стандарт үрнәктәре комитеты).
Техник етәксе бюро техник комитеттарға һәм техник мәсьәләләр буйынса асылған башҡа стратегик консультатив органдарға дөйөм етәкселекте тормошҡа ашыра.
Халыҡ-ара стандартты ИСО ойошмаһы ағзалары үҙ-ара килешеп ҡабул итә. Халыҡ-ара стандарт туранан-тура йә төрлө илдәрҙең милли стандарттарына индереү юлы менән файҙаланыла башлай.
Халыҡ-ара стандарттарҙы ИСО-ның техник комитеттары (ТК) һәм аҫкомитеттары (АК) алты баҫҡыслы эш барышында төҙөй:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.