Суй Династияһы

Суй династияһы (ҡыт.

, пиньин: Suí; 581—618) — оҙаҡ ваҡыт дауам иткән ғауға, бола-сыуалыштар һәм талаш-тартыш осоронан һуң илде берләштергән ҡытай династияһы. Ул байтаҡ ижтимағи-иҡтисади һәм эре төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашыра.

Суй
隋朝

Суй Династияһы

← Суй Династияһы
Суй Династияһы 
581 — 618
Баш ҡала

Чанъань

Телдәр

ҡытай теле

Дин

буддизм,даосизм,конфуцианлыҡ

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Суй

Суй Династияһы Суй династияһы Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнбайыш Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Ляо
Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун
Бэйян хөкүмәте

Династияның башланғысы

III—VI быуаттар Ҡытай тарихында иң ҡатмарлы һәм ауыр дәүерҙәрҙең береһе була. Хань династияһы ҡолатылып (220 йыл), империя тарҡалғандан һуң дәүләт иҡтисады киҫкен рәүештә бөлгөнлөккә төшә. Күп кенә боронғо ҡалалар емерелә, илдең төньяғында алға киткән игенселек ташландыҡҡа хәлгә килә.

Ваҡыт үтеү менән табгачтарҙың Төньяҡ Вэй «варвар» династияһы хәтһеҙ генә ҡытайлаша, уның хәрби көс-ҡеүәте кәмей. Төрки ҡағанаты илбаҫарҙарының Ҡытайға бәреп инеү ҡурҡынысы килеп тыуа. VI быуат аҙағында Вэй династияһын алмаштырған Төньяҡ Чжоу дәүләтендә Ян Цзянь (Суй Вэнь-ди) етәкселегендәге ҡытай һәм ҡытайлашҡан төрки аҡһөйәктәре (аристократтары) власҡа килә. Ҡытайҙарҙың күпселегенең феодаль тарҡаулыҡҡа кире ҡарашта булыуы, аристократияның тышҡы дошмандарға һәм эске иҡтисад проблемаларына ҡаршы бергә тупланыуға ынтылышы һөҙөмтәһендә Ян һәм уның яҡлылар сағыштырмаса еңел генә илде берләштереүгә өлгәшә. 581 йылда Ян Цзянь яңы Суй династияһының Вэнь-ди исемле императоры итеп иғлан ителә. Ул һуңғы 300 йыл эсендә вәҡәләттәре барлыҡ Ҡытай биләмәләренә таралған тәүге хаким була.

Ижтимағи һәм иҡтисад реформалары

Көньяҡты яулап алыу ҡан ҡойошһоҙ һәм емереүҙәрһеҙ генә тормошҡа ашырыла. Бындағы аҡсаға ҡоролған иҡтисад империяның артабанғы үҫешенә мөһим ыңғай йоғонто яһай. Тотороҡлоҡ шарттарында ҡалаларҙа сауҙа алға китә, сауҙагәрҙәр һәм һөнәрселәр берлектәре барлыҡҡа килә башлай. Һалымдарҙы кәметеү һәм дәүләттең ҡайһы бер монополияларын бөтөрөү аша Ян Цзянь сауҙа һәм игенселектең артабан йылдам алға китеүенә өлгәшә. 583 йылда быға тиклем йәшәп килгән ҡануниәтте хәтһеҙ ябайлаштырған һәм камиллаштырған яңы ҡанундар йыйынтығы ҡабул ителә.

Әммә 604 йылда улы Ян Гуан императорҙы үлтерә һәм Ян-ди исеме менән тәхеткә ултыра. Яңы хаким ауыл хужалығы сәйәсәтен киҫкен ҡатыландыра. Крәҫтиәндәрҙең ер бүлемдәре ҡыҫҡартыла, ә һалымдар һәм йән башына төшкән башҡа йыйымдар арттырыла. Уларҙың күп өлөшө ҡаҙнаға тупланып, урындағы ихтыяждар бөтөнләй иҫәпкә алынмай. «Император каналы» кеүек дәүер проекттарын тормошҡа ашырыу сәбәпле хеҙмәт йөкләмәләре лә күбәйтелә. Ян Гуан Ҡытайҙағы барлыҡ власты тағы ла нығыраҡ үҙәкләштерергә ынтыла: бының менән ул илдең төрлө урындарындағы үҙенең сәйәсәте менән килешмәгән айырым төркөмдәрҙең иң яҡшы вәкилдәренең (оппозицион төркөмдәрҙең) ҡалған йоғонтоһон да бөтөнләй юҡҡа сығарырға ынтыла. Икенсе яҡтан, Ян Гуан фән менән мәҙәниәтте яҡлап, уларҙың артабан үҫешенә булышлыҡ итә. Дәүләт вазифаларына тәғәйенләнеүселәр өсөн имтихандар индерә һәм граждан хеҙмәтендәге төрлө кимәл түрәләрҙең хәрбиҙәр алдындағы абруй-дәрәжәһен (позицияһын) күтәрә.

Эре проекттар

Суй Династияһы 
Аньцзи таш күпере — Суй династияһы заманынан һаҡланып ҡалған төҙөлөш ҡомартҡыһы.

Әллә ни оҙаҡ ваҡыт хакимлек итмәһә лә, Суй династияһы үҙенән һуң етәрлек мөһәбәт ҡоролмалар ҡалдыра — улар Ҡытайға файҙа ғына түгел, арыу ғына дан да килтерә. Бындайҙар иҫәбендә: ул ваҡытҡа яртылаш емерек хәлгә килгән Бөйөк Ҡытай диуарын яңынан ҡороу; Бөйөк Ҡытай каналын үткәреү — ул XIX быуатҡа тиклем донъялағы иң ҙур яһалма һыу юлы булып ҡала; империяның яңы баш ҡалаһы Лояндағы үҙенең күркәмлеге, гүзәллеге һәм зиннәтлеге менән таң ҡалдырған һарай архитектура ансамблен төҙөү.

Императорҙың баш ҡалалағы һарай комплексын сафҡа индереүгә ике миллионға тиклем, Бөйөк Ҡытай диуарын тергеҙеүгә һәм Император каналын үткәреүгә — берәр миллион кеше йәлеп ителә. Тулыһынса бөлгөнлөккә төшкән крәҫтиәндәрҙең яртылаш ҡол кимәлендәге хеҙмәте киң ҡулланыла.

Бөйөк Император Каналы Янцзы һәм Хуанхэ йылғаларын тоташтырып, бай һәм уңдырышлы Көньяҡты илбаҫарҙар һөжүме дәүерҙәренән һуң ныҡлап аяҡҡа баҫып, үҫеш йәһәтенән күтәрелеп килгән Төньяҡ менән бәйләй. Был канал Ҡытайҙың эске биләмәләрендә ул замандарға ғына түгел, ә алдағы йөҙ йыллыҡтарға ла иң мөһим сауҙа юлына әүерелә, һәм илгә иген культуралары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа бик күп төрлө көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙары ташыу өсөн төп транспорт артерияһы булып хеҙмәт итә.

Тышҡы сәйәсәт

Суй династияһының тышҡы сәйәсәте күп һанлы һуғыштар менән билдәләнә. Ҡытай хакимдәре башлыса Корея ярымутрауы дәүләттәренә һәм төньяҡтағы ҡәбиләләргә ҡаршы көрәшә, Төрки ҡағанлығы менән ҡапма-ҡаршылыҡта (конфронтацияла) көн күрә.

Аҙ халыҡлы Ляонин ярымутрауын яулап алып, Ҡытай 612 йылда Силла короллеге менән берлектә Корея дәүләттәре Пэкче менән Когурёға һуғыш аса. Ике йылдан, ҡаҙнаны шаҡтай бушатып, был яу бер ниндәй һөҙөмтәһеҙ тамамлана.

Был дәүерҙәрҙә Ҡытай өсөн бигерәк тә етди ҡурҡыныс Төрки ҡағанлығынан була. Күсмә халыҡтар империяһын тулыһынса ҡыйратыу түгел, уларҙың һөжүмдәрен кире ҡағыу өсөн дә етерлек хәрби көсө булмағанлыҡтан, Суй династияһы үҙенә тынғылыҡ бирмәгән күршеһе менән мөнәсәбәттәрҙе күп йәһәттән оҫта дипломатия нигеҙҙәрендә ҡорорға мәжбүр була.

Династияның һуңғы осоро

Саманан тыш юғары һалымдар һәм йөкләмәләр, Империяның бөйөк төҙөлөштәрендәге күпселек осраҡтағы кеше хәленән килмәҫлек ауыр эш шарттары Кореялағы хәрби уңышһыҙлыҡтар менән бергә ябай халыҡтың ризаһыҙлығы артыуына килтерә. Шаньдун һәм Хэнань провинцияларында тоҡанған баш күтәреүҙәр барышында боласылар үҙ батшалыҡтарын иғлан итә. Бынан тыш дәүләттең юғары ҡатлам вәкилдәре араһында ла сыуалыштар башлана. 617 йылда Ян Гуандың туғандарының береһе булған Ли Юань (Тан Гао-цзу) Империяның ҙурлығы һәм мөһимлеге яғынан өсөнсө булған Тайюань ҡалаһында түңкәрелеш ойоштора. Тиҙҙән аҡһөйәктәр үҙҙәре яҡлы төрки ҡәбиләләре ярҙамында боронға баш ҡала Чанъаньде баҫып ала. Ян Гуан илдең көньяҡ биләмәләренә ҡаса һәм унда үҙ һаҡсылары тарафынан үлтерелә. Ли Юань яңы Тан династияһы нигеҙләнеүен иғлан итә. Суй династияһы дәүерендәге Ҡытайҙы ҡолатыуҙа шулай уҡ Көнсығыш төрки ҡағанлығы һиҙелерлек роль уйнай.

Һөҙөмтәләр

Дүрт быуаттан артыҡ ваҡыт арауығында бөлгөнлөккә төшкән һәм тарҡалған Ҡытайҙы берләштереү йәһәтенән Суй династияһы оло әһәмиәткә эйә.

Суй императорҙары

Суй Династияһы 
Император Ян Ди
Үлгәндән һуң исеме Үҙ исеме Хакимлек йылдары Дәүер һәм уның йылдары
Тарихи күҙлектән ҡулланылған форма: «Суй» + үлгәндән һуң исеме
Суй Вэнь-ди
文帝 Wéndì
Ян Цзянь
楊堅 Yáng Jiān
581—604
  • Кайхуан (開皇 Kāihuáng) 581—600
  • Жэньшоу (仁壽 Rénshòu) 601—604
Суй Ян-ди
煬帝 Yángdì
Ян Гуан
楊廣 Yáng Guǎng
605—617
  • Дае (大業 Dàyè) 605—617
Суй Гун-ди
恭帝 Gōngdì
Ян Ю
楊侑 Yáng Yòu
617—618
  • Инин (義寧 Yìníng) 617—618

Янчжоу ҡалаһының Ханьцзян биҫтәһендә археологтар император Ян-ди кәшәнәһен тапҡан. Унда баҡыр һәм нефрит әйберҙәр булған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • История китайской цивилизации. Издательство Press, ISBN 957-9585-84-9.
  • Краткая история Древнего Китая. Издание Пекинского университета, ISBN 978-7-301-03905-2.
  • Древняя китайская экономическая история. Шанхай. Народное издательство, ISBN 7-208-00332-7.
  • Китайская история (история Sui). Фюле Cheng с., ISBN 957-532-033-6.
  • Схема истории Китая. Южный Пресс, ISBN 957-11-2075-8.
  • История китайской культуры. Литература, Пресс, ISBN 957-411-400-7.
  • История китайской политической системы. Общественные науки. Academic Press, ISBN 978-780-230-441-3

Tags:

Суй Династияһы Династияның башланғысыСуй Династияһы Ижтимағи һәм иҡтисад реформаларыСуй Династияһы Эре проекттарСуй Династияһы Тышҡы сәйәсәтСуй Династияһы Династияның һуңғы осороСуй Династияһы ҺөҙөмтәләрСуй Династияһы Суй императорҙарыСуй Династияһы ИҫкәрмәләрСуй Династияһы ҺылтанмаларСуй ДинастияһыҠытайҠытай теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠытайЭлектр конденсаторыПарижАвстралияЕте ырыу бағанаһы (Бөрйән районы)ВикимәғлүмәттәрАҡмуллаMain PageИфтарДортмундҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрПётр IБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)Америка футболыКвадрат километрГеографияӨлкән ЭддаНервы системаһыУЕФАТурхан солтанПлутархГуанчжоуҠарткиҫәк мәктәбеШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияТеатрРибонуклеин кислотаһы (РНК)Мәлики мәҙһәбБеренсе донъя һуғышыСанскрит26 мартӘт-ТәхиәтАпартеидСәлимов Марсель Шәйнур улыВенаКөршәк яһауКурдистанИзраильСербияӘҙәбиәтВеб-форумТормошРамаҙанАлжирСусҡаларҮҫәргән кантоныҺуҡыр сысҡанПсихологияБашҡорт алфавиты1978 йыл1981 йыл1921 йылСтатистикаҠушма һөйләмҒарипов Рәми Йәғәфәр улы1909 йылДуҫлыҡ ордены (Рәсәй)Бөйөк Ватан һуғышыҠытай календарыҺолоOK ComputerМәскәүШиғыйҙар1 декабрь🡆 More