Лифляндия Губернаһы: Рәсәй империяһы губернаһы

Лифляндия губернаһы (нем. Gouvernement Livland, эст. Liivimaa kubermang, латыш. Vidzemes guberņa) — Рәсәй империяһының Балтик диңгеҙе буйында урынлашҡан губернаһы.

Лифляндия губернаһы
Герб
Лифляндия Губернаһы: Губерна гербы, Географик урынлашыуы, Тарихы
Файл:Карта Лифляндской губернии.jpg
Үҙәк Рига
Нигеҙе 1721
Майҙаны 47030.87
Халыҡ 1310670
Күсәгилешлелек:
← Рига наместниклығы
Латвия

Элекке Швеция Ливонияһы территорияһында төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта территорияһы Латвия (ҙур өлөшө) һәм Эстония илдәре араһында бүленгән.

Губерна гербы

Лифляндия Губернаһы: Губерна гербы, Географик урынлашыуы, Тарихы 
Император Александр II тарафынан раҫланған рәсми тасуирлама менән губерна гербы (1856)

1856 йылдың 8 декабрендә раҫланған. Рәсми тасуирлама: рус. «В червлёном поле серебряный гриф с золотым мечом, на груди, под Императорской короной, червлёный вензель: ПВ ИВ (Пётр Второй, Император Всероссийский). Щит увенчан Императорской короной и окружён золотыми дубовыми листьями, соединёнными Андреевской лентой».

Географик урынлашыуы

Координаталары: төньяҡ киңлектең 56°34’16 һәм 59°4’28 араһында.

Сиктәре: төньяҡтан — Эстляндия губернаһы, көнсығыштан — Чуд-Псков күле, Псков һәм Витебск губерналары, көньяҡтан — Курляндия губернаһы, көнбайыштан — Балтик диңгеҙенең Рига ҡултығы (диңгеҙ яр буйының оҙонлоғо — 280 саҡрым=299 км). И. А. Стрельбицкий буйынса, губернаның майҙаны 41 325,4 квадрат саҡрым (47 030,87 км²) тәшкил итә.

Тарихы

Төньяҡ һуғыш тамамланыуын белдергән 1721 йылғы Ништадт тыныслыҡ килешеүенә ярашлы элекке Швеция Ливонияһы Рәсәй империяһы составына ҡушыла. Был территорияла Лифляндия һәм бөтөрөлгән Смоленск губернаһынан торған Рига губернаһы ойошторола. Башта ул 2 провинцияға бүленгән: беренсе (Рига, Пернов, Венден һәм Эзель утрауы менән Лифляндия) һәм икенсе (Смоленск, Дорогобуж, Рославль, Вязьма ҡалалары менән Смоленщина). 1726 йылда Смоленск провинцияһы нигеҙендә айырым Смоленск губернаһы төҙөлә, ә Рига губернаһы 5 провинцияға бүленә: Рига, Венден, Дерпт, Пернов һәм Эзель. 1783 йылда губерна Рига наместниклығы итеп үҙгәртелә, уның составында 9 өйәҙ була: Рига, Венден, Вольмар, Валк, Дерпт, Пернов, Феллин, Верро һәм Эзель. 1796 йылда наместниклыҡ Лифляндия губернаһы тип үҙгәртелә. 1893 йылда Дерпт өйәҙенең исеме Юрьев өйәҙе тип үҙгәртелә.

30 март (12 апрель1917 йыл Ваҡытлы хөкүмәт «Эстляндия автономияһы тураһында» положение ҡабул итә, уға ярашлы Лифляндия губернаһы составындағы Верро, Пернов, Феллин, Эзель һәм Юрьев өйәҙҙәре, шулай уҡ Валк өйәҙенең бер өлөшө Эстляндия губернаһы составына бирелә. 1917 йылдың декабрендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы Витебск губернаһы составындағы Двинск, Люцин һәм Реж өйәҙҙәрен Лифиляндия губернаһы составына күсерә. 1918 йылдың февралендә Беренсе донъя һуғышы барышында Лифляндия губернаһы Германия тарафынан оккупациялана һәм Ober Ost составына индерелә. Брест солохонан һуң, 1918 йылдың 12 апрелендә Балтик герцоглығы төҙөлә, уның составына Видземе һәм Курземе керә. Компьен солохонан һуң 1918 йылдың ноябрендә Латвия халыҡ советы тарафынан Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, ул юридик рәүештә 1920 йылғы Рига килешеүенә ярашлы таныла.

Административ бүленеше

Лифляндия Губернаһы: Губерна гербы, Географик урынлашыуы, Тарихы 
Административное деление Лифляндия губернаһының административ бүленеше

Лифляндия губернаһы 9 өйәҙгә бүленгән.

Өйәҙ Өйәҙ ҡалаһы Майҙаны,
саҡрым²
Халҡы
(1897), кеше
1 Валк Валк (10 922 кеше) 5298,7 120 585
2 Венден Венден (6356 кеше) 4953,7 124 208
3 Верро Верро (4152 кеше) 3744,2 97 185
4 Вольмар Вольмар (5050 кеше) 4358,1 112 836
5 Пернов Пернов (12 898 кеше) 4694,9 98 123
6 Рига Рига (282 230 кеше) 5468,4 396 100
7 Феллин Феллин (736 кеше) 4015,2 99 747
8 Эзель Аренсбург (4603 кеше) 2515,5 60 263
9 Юрьев (Дерпт) Юрьев (Дерпт) (42 308 кеше) 6276,7 190 317

Иҫкәрмә: Февраль инҡилабынан һуң, 30 март (12 апрель1917 йыл Ваҡытлы хөкүмәт «Эстляндия автономияһы тураһында» положение ҡабул итә, уға ярашлы Лифляндия губернаһы составындағы башлыса эстондар йәшәгән Верро, Пернов, Феллин, Эзель һәм Юрьев өйәҙҙәре, шулай уҡ Валк өйәҙенең эстондар йәшәгән ҡайһы бер улустары Эстляндия губернаһы составына бирелә. Шул уҡ ваҡытта Эстляндия һәм Лифляндия губерналары араһындағы сик аныҡ билдәләнмәгән була.

Халҡы

Лифляндия Губернаһы: Губерна гербы, Географик урынлашыуы, Тарихы 
1881 йылғы ревизия буйынса Лифляндия губернаһының этник составы


йыл халҡы, кеше ҡала, кеше ауыл, кеше тығыҙлығы, кеше/км²
1860 905 795 22
1895 1 310 670 257 730 1 052 948 32

Ҡатламдары

1895 йылға ҡарата.

дворяндар руханиҙар сауҙагәрҙәр һөнәрселәр крәҫтиәндәр хәрбиҙәр сит ил кешеләре башҡалар
8275 3135 5898 98366 1146658 36147 10317 1882

Халҡының төп өлөшөн башлыса игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән элекке алпауыт крәҫтиәндәре тәшкил иткән. 1804 йылға ҡәҙәр улар алпауытҡа тулыһынса буйһонғандар һәм ошо йылда бер ни тиклем шәхси хоҡуҡтарға эйә була, ә 1819 йылда улар крепостной хоҡуғынан тулыһынса азат ителә. 1849 йылда уларға крәҫтиән ере менән файҙаланыу хоҡуғы бирелә, бынан алып барщина һалымы оброкҡа алмаштырыла башлай һәм төбәк крәҫтиән банкыһы ойошторола, уның ярҙамында крәҫтиәндәр ерҙе милеккә һатып ала алған.

Дине буйынса

1895 йылға ҡарата

протестанттар православныйҙар иудейҙар католиктар раскольниктар башҡалар
1 072 185 177 661 41 163 18 533 438 685

Этник составы

1897 йылға ҡарата

Өйәҙ латыштар эстондар немецтар рустар йәһүдтәр поляктар литвалар
Бөтә губернала 43,4 % 39,9 % 7,6 % 5,2 % 1,8 % 1,2 %
Валк 87,9 % 7,2 % 2,1 % 1,3 % 1,1 %
Венден 94,4 % 3,5 % 1,0 %
Верро 3,5 % 92,7 % 2,0 % 1,4 %
Вольмар 93,3 % 3,2 % 2,0 %
Пернов 94,0 % 3,7 % 1,1 %
Рига 58,2 % 1,1 % 18,2 % 11,9 % 4,7 % 3,5 % 1,6 %
Феллин 97,1 % 1,8 %
Эзель 95,5 % 2,6 %
Юрьев 86,8 % 4,4 % 7,2 %

Иҫкәрмәләр

Карталар

Һылтанмалар

Ҡалып:Административно-территориальное деление Российской империи

Tags:

Лифляндия Губернаһы Губерна гербыЛифляндия Губернаһы Географик урынлашыуыЛифляндия Губернаһы ТарихыЛифляндия Губернаһы Административ бүленешеЛифляндия Губернаһы ХалҡыЛифляндия Губернаһы ИҫкәрмәләрЛифляндия Губернаһы КарталарЛифляндия Губернаһы ҺылтанмаларЛифляндия ГубернаһыБалтик диңгеҙеЛатвияЛатыш телеНемец телеРәсәй империяһыШвецияЭстон телеЭстония

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠылыҡБөйөк Ватан һуғышыЙәлдәкГорыня, Дубыня һәм Усыня (рус фольклоры)Ислам тарихыӘкиәтЫрымбурЖурналистика29 июльКабулРумынияСәнғәтРим цифрҙарыБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыСиреналарКавказМадридТырҡышБоҙборсаҡКөньяҡ Африка Республикаһы1918 йылХәйҙәрпаша портыКурдистан Төбәк ХөкүмәтеФилиппинАнархизмНанкинИпподром12 майНазарбаев Нурсолтан Әбеш улыПакистанМарсҒәзизов Искәндәр Хәниф улыМәлики мәҙһәбГорбачёв Михаил СергеевичҮрге НөгөшҠарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары исемлегеЭлектр конденсаторыЖанна д’АркБахрейнИспанияАмерика Ҡушма ШтаттарыРәшит әд-ДинҠомарлы уйынТомас МаннICQКолмогоров Андрей НиколаевичЛиванҺуҡыр сысҡан1958 йылҒарипов Рәми Йәғәфәр улыМөхәммәт Пәйғәмбәр һәм БиблияАсҡын районы1948 йыл21 июльБарбадосЭритреяМөхәммәттең йәһүдтәргә ҡарашыБритания империяһыАрхаизмдар22 мартҘур совет энциклопедияһы8 июньПасхаРус православие сиркәүеБакиров Урал Насир улыКаспий диңгеҙеЧанакьяНамаҙ🡆 More