Көньяҡ Океан: океан

Көньяҡ океа́н (Ҡалып:Lang-old-ru) — Антарктиданы уратып алған өс океандың (Тымыҡ, Атлантик һәм Һинд) көньяҡ өлөштәрен берләштергән океандың атамаһы, һәм йыш ҡына «бишенсе океан» тип атала, әммә уның утрауҙар һәм ҡитғалар менән билдәләнгән аныҡ ҡына төньяҡ сиге юҡ.

Көньяҡ океандың майҙанын океанология прицибы буйынса һалҡын антарктик ағымдың өс океандың йылы һыуҙары менән осрашҡан һыҙаты булараҡ билдәләргә була. Ләкин бындай сик һәр ваҡыт урынын алмаштыра һәм миҙгелгә ҡарап үҙгәреп тора, шуға ла практикала ҡулланыу өсөн бик уңайһыҙ. 2000 йылда — Халыҡ-ара гидрографик ойошма ағзалары булған дәүләттәр Көньяҡ океанды үҙендә Атлантик, Һинд һәм Тымыҡ океандарҙы берләштереүсе үҙаллы бишенсе океан булараҡ айырып күрһәтергә ҡарар итә. Ул төньяҡтан көньяҡ киңлектең 6-сы параллеле менән сикләнә, шулай уҡ Антарктика тураһындағы килешеүгә таяна. Шулай итеп, Көньяҡ океандың майҙаны 20,327 млн км² тип ҡабул ителә (Антарктида ярҙары һәм көньяҡ киңлектең 60-сы параллеле араһында).

Көньяҡ океан
Рәсем
Рәсми атамаһы Southern Ocean
Кем хөрмәтенә аталған Көньяҡ һәм Антарктика
Донъя ҡитғаһы Антарктика
Административ-территориаль берәмек Территория Антарктического договора[d]
Урын Көньяҡ ярымшар[d]
Вертикаль тәрәнлеге 7235 метр
Майҙан 20 327 000 ± 1 км²
Күләме 71 800 000 км³
Рельефная позиционная карта
Батиметрик карта
Көньяҡ Океан: океан Көньяҡ океан Викимилектә

Көньяҡ Океан: океан
Көньяҡ океан диңгеҙҙәре

Океандың иң тәрән урыны Көньяҡ-Сандвичев улағында һәм 8264 м тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 3270 м. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 17 968 км.

1978 йылда урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан бөтә практик диңгеҙ әсбаптарында (диңгеҙ навигацияһы карталары, лоциялар, уттар һәм билдәләр һәм башҡалар) «Көньяҡ океан» тигән төшөнсә бөтөнләй булмай, диңгеҙҙә йөҙөүселәр тарафынан был термин бөтөнләй ҡулланылмай.

XX быуат аҙағынан Роскартография нәшер иткән карталарҙа һәм атластарҙа Көньяҡ диңгеҙе тигән термин бар. Атап әйткәндә, ул фундаменталь Донъя атласының 3-сө баҫмаһында ла һәм XXI быуатта баҫылған башҡа атластарҙа ла күрһәтелгән.

Антарктида тирәләй урынлашҡан диңгеҙҙәр

Антарктида тирәһендә 13 диңгеҙ бар тип билдәләнә: Уэдделл, Скоша, Беллинсгаузен, Росс, Амундсен, Дейвис, Лазарев, Рисер-Ларсен, Космонавтар, Берҙәмлек, Моусон, Дюрвил, Сомов; Норвегияла шулай уҡ Король Хокон VII исемендәге диңгеҙ бар тип йөрөтөлә. Көньяҡ океандың мөһим утрауҙары: Көньяҡ Шетланд, Көньяҡ Оркней. Антарктика шельфы 500 метрға тиклем һыу төбөндә урынлашҡан.

Көньяҡ Океан: океан 
Императорские пингвины в Антарктике

Скош диңгеҙенән башҡалары бөтәһе лә сик буйында урынлашҡан. Күпселек илдәрҙә ҡабул ителгән традиция буйынса улар яр буйҙарын түбәндәгесә секторҙарға бүләләләр:

Көньяҡ океан диңгеҙҙәре
Атамаһы Сектор Кем хөрмәтенә аталған
. Көньяҡ Океан: океан 
Лазарев диңгеҙе 0—14° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Михаил Лазарев, адмирал, Антарктиданы беренсе булып асыусы
Рисер-Ларсен диңгеҙе 14—34° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Яльмар Рисер-Ларсен, генерал-майор, Норвегияның хәрби һауа ғәскәрҙәрен ойоштороусы
Космонавтар диңгеҙе 34—45° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Беренсе космонавтар (1961—1962)
Берҙәмлек диңгеҙе 70—87° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Антарктикала халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
Дейвис диңгеҙе 87—98° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Дж. K. Дэйвис, к"Аврора" капитаны, Моусон диңгеҙе экспедицияһы (1911—14)
Моусон диңгеҙе 98—113° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Дуглас Моусон, геолог, өс экспедицияның етәксеһе
Дюрвил диңгеҙе 136—148° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Жюль Дюмон-Дюрвиль, океанограф, контр-адмирал
Сомов диңгеҙе 148—170° в. д. Көньяҡ Океан: океан  Михаил Сомов, беренсе совет Арктик экспедицияһы башлығы (1955—57)
Росс диңгеҙе 170° в. д. — 158° з. д. Көньяҡ Океан: океан  Джеймс Росс, контр-адмирал, кҡньяҡ киңлектең 78 градусын беренсе булып үткән кеше
Амундсен диңгеҙе 100—123° з. д. Көньяҡ Океан: океан  Руаль Амундсен, Көньяҡ полюсҡа беренсе булып барып еткән кеше
Беллинсгаузен диңгеҙе 70—100° з. д. Көньяҡ Океан: океан  Фаддей Беллинсгаузен, адмирал, Антарктиданы беренсе булып асыусы
Скош диңгеҙе 30—50° з. д., 55—60° ю. ш. Көньяҡ Океан: океан  «Скош» (ингл. Scotia), судно экспедиции Брюса (1902—1904)
Уэдделл диңгеҙе 10—60° з. д., 78—60° ю. ш. Көньяҡ Океан: океан  Джеймс Уэдделл, киттар атыусы, 1820 йылда был төбәкте тикшереүсе-х
Король Хокон VII диңгеҙе (редко используется) 20° в. д. 67° ю. ш. Көньяҡ Океан: океан  Хокон VII, король Норвегии
.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

АнтарктидаАтлантик океанТымыҡ океанҺинд океаны

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Грек телеЕвропаЖанна д’АркАҫыл таштарИстанбул (провинция)ҠотдосНигерия1937 йылҺулышҠара үлемЯпония тарихыНикколо МакиавеллиҠыйкисеүBoeingҠунафин Мөнир Сәхиулла улыПоляк теле29 июльЭякуляцияРәсәй империяһы1978 йылMicrosoft11 сентябрьҠояш системаһыТелевидение1966 йыл8 июньБабсаҡ менән КүсәкЧех телеЙыл6 июльМәҡәлдәр һәм әйтемдәрБашҡортостан мәҙәниәтеШәхрезадаДонъя телдәре15 майБрокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегеБахрейнЧан КайшиТөркиә1925 йылМалеТәржемәДубай (ҡала)1913 йыл1958 йылТурхан солтанТөҫГабонЛорелеяКәбисә йылНәғәтПлутархМөхәммәт ҡомартҡыларыҠомарлы уйынӘҙәбиәтҠарЗарипов Ирек Фәсхетдин улыҺыуМәҡәлБөйөк күлдәр27 мартАлжирМексикаДәүләтбәков Артур Хәсән улыЕвлоева Рая Әхмәт ҡыҙыРизаитдин Фәхретдинов1919 йылМәсетле районы🡆 More