Амундсен Диңгеҙе

Амундсен диңгеҙе — Антарктида яр буйындағы Көньяҡ океан диңгеҙе.

Амундсен диңгеҙе
Амундсен Диңгеҙе
Майҙаны98 000 км²
Иң ҙур тәрәнлек585 м
Уртаса тәрәнлек286 м
Амундсен Диңгеҙе
Амундсен Диңгеҙе Амундсен диңгеҙе Викимилектә

Боҙҙар менән ҡапланған. Көнбайыш киңлектең 102° һәм 127° мериандары араһында урынлашҡан. Көнсығышта Терстон утрауы, ә көнбайышта Дарт мороно менән сикләнгән. Дарт морононан көнбайыштараҡ Антарктидала Тымыҡ океандың яр буйы һуҙылған, ә Терстон утрауынан көнсығыштараҡ Беллинсгаузен диңгеҙе урынлашҡан.

Амундсен диңгеҙенең майҙаны 98 мең км², уртаса тәрәнлеге — 286 м, максималь тәрәнлеге — 585 м.

Тоҙлолоғо — 33,5 промилле.

Норвегия тикшеренеүсеһе Руаль Амундсен хөрмәтенә аталған.

Климаты

Амундсен диңгеҙе Донъя океанының иң ҡырыҫ, юлһыҙ һәм кеше бик һирәк бара торған урындарының береһе булып тора.

Диңгеҙ антарктика климаты зонаһында урынлашҡан һәм ул йыл әйләнәһенә боҙ менән ҡапланған килеш ҡала. Иң һалҡын айҙары — июнь, июль һәм август. Һауаның уртаса айлыҡ температураһы төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай -18 °С-тан -28 °С-ҡа барып етә. Һауа температураһының үҙгәреүе шулай уҡ елдәрҙең йүнәлешенә һәм тиҙлегенә бәйле. Көньяҡ йүнәлештәге шторм елдәре иҫкәндә һауа температураһы төньяҡ өлөшөндә -30 °С-тан -35 °С-ҡа тиклем, ә яр буйы зонаһында -40 °С-тан -50 °С-ҡа тиклем кәмей. Төньяҡ елдәре, киреһенсә, һауа температураһын күтәрә.

Сағыштырмаса иң йылы айҙары тип декабрь, ғинуар һәм февраль иҫәпләнә. Февралдә уртаса һауа температураһы төньяҡта -8 °С-тан яр буйында -16 °С-ҡа тиклем үҙгәрә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

АнтарктидаКөньяҡ океан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

МарсАстанаЮнонаИпподром2016 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеИсламлаштырыуПлутархҠылыҡНеолитABBAМайМәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улыӘл-Фатиха сүрәһеӘхмәтов Сафа Әхмәт улыICQИфтарРәсәй ФедерацияһыОкеанФеодализмБашҡорт теленең диалекттарыЗарипов Ирек Фәсхетдин улы23 март1899 йылШри-Ланка1950 йылНазарбаев Нурсолтан Әбеш улыСифатҺинд телеБашҡорт туй йолаларыБалыҡтарWindowsНамибияМәҙинәХалыҡ-ара валюта фонды21 июльСапсанРостов өлкәһеЯдро физикаһыСовет Социалистик Республикалар СоюзыОтто фон БисмаркВакуумБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһыЯбай һөйләм1921 йыл1969 йылҺолоMicrosoftВенесуэлаАлбаҫты (халыҡтар мифологияһында)КарцинологияАхунАксум батшалығыТел (лингвистика)Көньяҡ Африка РеспубликаһыҠарткиҫәк мәктәбеҒәзизов Искәндәр Хәниф улыБәнү ҠурайзаАтауллин Талха Атаулла улыБашҡорт алфавитыҠояш системаһыҠытай календарыҠушма һөйләмБашҡортостан театрҙары25 мартКорея РеспубликаһыГригориан календары🡆 More