Иҫке Ҡандра (рус. Старые Кандры) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл.
2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 308 кеше булаған. Ҡандра ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827001.
Ауыл | |
Иҫке Ҡандра | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Баҫылып сыҡҡан сығанаҡтар буйынса Ҡандра исеме менән 1716 йылдан билдәле. Ҡыр-Ҡаңлы (Ҡаңлы) улусы башҡорто Балтас Аблаев «Яһаҡ түләүе өсөн ҡытлыҡ» арҡаһында үҙенең аҫаба ерҙәренә татар Сырым Каринды индерә (уның еренең сиктәре: Сәрмәсән йылғаһынан алып Мәтәү йылғаһы буйлап Куан-Сакет йылғаһының үрге ағымына тиклем, унан Өҫән йылғаһы буйлап түбәнгә Нөгөшкә, уның үренә тиклем, Иҙәш йылғаһына, Баҡырсы урманына, Төрөш һырты буйлап һәм Сәрмәсән Ветляной кисеүенә тиклем). XVIII быуат аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1795 йылда 27 йортта 173 кеше, 1865 йылда 73 йортта — 397 кеше, 1895 йылда 108 йортта — 791 кеше, 1920 йылда 170 йортта — 834 кеше йәшәгән. 1906 йылда мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
2008 йылға тиклем ауыл Иҫке Ҡандра ауыл советы составында була.
Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 834 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 759 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 603 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 326 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 330 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 308 | 149 | 159 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр татарҙар (69 %), башҡорттар (27 %).
Ауыл Нөгөш йылғаһы (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Иҫке Ҡандра, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.