Исем Ишбулды

Ишбулды — башҡорт ир-ат исеме.

Викидатала элемент юҡ

Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология

Ишбулды башҡорт теленән — иш (иптәш) + булды

Билдәле кешеләр

Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы (13 май 1935 йыл — 12 февраль 2013 йыл) — әҙәби тәнҡитсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).

Фамилия

Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы (23 сентябрь 1946 йыл) — опера йырсыһы. 1978—1981 йылдарҙа һәм 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).

Атаһының исеме

Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы (8 ғинуар 1954 йыл) — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм БАССР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы (10 июнь 1958 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм тәржемәсе. 2010—2020 йылдарҙа «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире. 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, 2004 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (5 декабрь 1968 йыл) — географ, энциклопедист, журналист, шағир. 2009 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәт комплексының директор урынбаҫары. Журналистар союзы ағзаһы (2014). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).

Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы (30 август 1949 йыл) — ғалим-психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1983), профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

Баһауетдинов Рәшит Ишбулды улы (1 ғинуар 1963 йыл) — Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар. «Рассвет» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры.

Хәлилов Зыя Ишбулды улы (13 июнь 1953 йыл — 10 апрель 2009 йыл) — ҡурайсы, йырсы; башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы; Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1986). Ҡурайсылар Союзы ағзаһы (1999).

Солтанов Ринат Ишбулды улы (9 май 1954 йыл — 22 май 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-философы, ислам һәм философия тарихы, дин өйрәнеү ғилеме һәм этика буйынса белгес; сәйәсмән Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). «Философский энциклопедический словарь» авторҙарының береһе. Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының II-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999).

Ауылдар

Ишбулды ауыл Советы (Яңауыл районы) — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы муниципаль берәмек. Административ үҙәге — Ишбулды ауылы.

Ишбулды (Йылайыр районы) (рус. Ижбулды) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 77 кеше

Ишбулды (Әбйәлил районы) (рус. Ишбулдино) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 539 кеше

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ишбулды — Рәсәйҙәге йылға. Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаһы, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы

Сығанаҡтар


Иҫкәрмәләр


Tags:

Исем Ишбулды ЭтимологияИсем Ишбулды Билдәле кешеләрИсем Ишбулды ФамилияИсем Ишбулды Атаһының исемеИсем Ишбулды АуылдарИсем Ишбулды Шулай уҡ ҡарағыҙИсем Ишбулды СығанаҡтарИсем Ишбулды ИҫкәрмәләрИсем Ишбулды

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ӘҙәбиәтСыуаштарҮлем язаһыБашҡорт халыҡ йырҙарыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыЯңы КаледонияИнфляцияСарматтарҠатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһыДауыт ЮлтыйЧайковский Пётр ИльичМусин Ноғман Сөләймән улыБашҡорт телеЕнсиәтИскәндәриә китапханаһы1938 йылЛаосАбдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улыДоминика РеспубликаһыЗөлҡәғиҙәЛеди ГагаЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыБранденбург1956 йыл1949 йылЭлектротехникаДағстанСүстәрБашҡортостандың ете мөғжизәһеМао ЦзэдунҠашАзия2004 йыл6 майЭтология4 мартХәйретдин МөжәйАдель (йырсы)Вәлитов Нәжип Хәтмулла улыҠар«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексыГипертонияЙәкшәмбеИр енес ағзаһы1940 йылСССРАлмаш (һүҙ төркөмө)Зыярат ҡылыуДнестр буйы Молдова РеспубликаһыБал ҡорттарыАссирияНепалШәйәхмәтов Илдар Тимерғасим улыУрамОктябрьҺауа судноһыӨфө ҡалаһыҠылымГазпром Нефтехим СалауатХимияТөрки ҡағанлығыЗөлхизә (йыр)2000 йылThe Times of IndiaХэллоуин🡆 More