Хәлилов Зыя Ишбулды Улы

Хәлилов Зыя Ишбулды улы (13 июнь 1953 йыл — 10 апрель 2009 йыл) — ҡурайсы, йырсы; башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы; Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1986). Ҡурайсылар Союзы ағзаһы (1999).

Хәлилов Зыя Ишбулды улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны 2-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 апрель 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (55 йәш)
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы Ҡурай[d] һәм Ҡумыҙ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Хәлилов Зыя Ишбулды Улы 
Мәшһүр ҡурайсы Зыя Хәлилов тыуған йорт. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы

Зыя Ишбулды улы Хәлилов Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында 1953 йылдың 13 июнендә ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ишбулды Кәлимулла улы мал ҡараусыһы була, әсәһе — йорт хужабикәһе. Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫә, Зыя улар араһында өсөнсө бала була. Ата-әсәһе йор һүҙле, ихлас кешеләр булғаны билдәле. Атаһы бик шәп ҡурайсы була, шуға күрә бөтә балалары ла йыр-моңға әүәҫ булып үҫәләр. Етенсе класҡа тиклем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡый, артабан бер йыл Баймаҡ интернат-мәктәбендә, ә 1967—1970 йылдарҙа Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында белем ала. Зыя бала саҡтан үҙ алдына маҡсаттар ҡуя белә, тырышып уҡый. Ата йортонда да уҡ ҡурайҙа уйнап өйрәнгән үҫмер төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Зыя Хәлиловтың 13 йәшендә 1967 йылдың 24 ноябрендә дуҫы Фәриткә яҙған хатынан өҙөк:

Уҡытыусылар менән бергә Ишейгә уйын ҡуйырға барғайныҡ, шунда мин ҡулды төбөнән сығарып ҡайттым. Ҡурайҙа ла саҡ тороп уйнаным. Йырлағанда былай ауыртманы. Ҡурайҙа мин «Сыңрау торна», «Ҡара юрға» һәм «Баҡыр үксә» көйҙәрен уйнаным.

Өфөлә уҡыған йылдарҙа ныҡлап сәнғәткә ылыға, атаҡлы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнау оҫталығын арттыра. 1976 йылда ул Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы-солист һәм ҡурайсы булып хеҙмәт юлын башлай. Ишмулла Дилмөхәмәтов төркөмө менән йөрөп, халыҡҡа ҡурай моңон еткерә.

1984 йылда Хәйбулла районында үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында ҙур уңышҡа өлгәшә: 1-се урынды яулай. Был уның ҡурай буйынса тәүге ҙур уңышы булһа, йырсы булараҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурсында ла беренсе урынды яулай.

1991 йылда юғары белемгә эйә була: Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

Ҡурайсылар династияһын дауам итеүсе Зыя Хәлилов республикаға бик күп ҡурайсылар, ҡумыҙсылар әҙерләгән кеше, өҫтәүенә ул үҙе шәхсән ҡурай, ҡумыҙҙар эшләй. Уҡытыусыһы Әҙеһәм Исҡужин менән бергә бөтә республика буйлап йөрөп, 100 ҡурайсыны баш ҡала сәхнәһенә сығара. 1981 йылда Күмертау ҡалаһында башҡорт фольклор ансамблен ойоштора һәм күп йылдар уның алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Моңло тауышҡа эйә булған Зыя Хәлиловтың башҡарыуындағы йырҙарҙы халыҡ яратып тыңлай, ул эстрада йырҙарын да («Кил һин, кил», «Һин ҡайтманың», «Аҡҡош күле»), халыҡ йырҙарын да («Ҡара юрға», «Уралым», «Илсе Ғайса», «Шәүрә») берҙәй оҫталыҡ һәм зауыҡ менән башҡара.

Республикала күренекле ҡурайсылар рәтенә ингән музыканттың улы Салауат Хәлилов та ҡурай династияһын дауам итә, ул да сәнғәт юлын һайлай, хәҙерге көндә Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡурайсы-солист.

Зыя Хәлилов 2009 йылдың 10 апрелендә Күмертау ҡалаһында йөрәк ауырыуынан вафат була.

Хәлилов Зыя Ишбулды Улы 
Зыя Хәлилов тыуған йорттағы мемориаль таҡтаташ һәм стела

Хәтер

  • Зыя Хәлиловтың тыуыуына 60 йыл һәм 65 йыл айҡанлы (2018 йылдың 29 майында) Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында район ҡурайсылары һәм ҡумыҙсылары бәйгеһе үтте.
  • 2011 йылда Зыя Хәлилов йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.
  • 2013 йылда Зыя Хәлилов йәшәгән йорт баҡсаһында Дамир Аҡназаров тырышлығы менән ҡурайға һәм ҡумыҙға стела ҡуйылды.
  • Күмертау ҡалаһында Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале үткәрелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Видеояҙмалар

  1. YouTube сайтында Видео Мәшһүр ҡурайсы Зыя Хәлилов

Tags:

Хәлилов Зыя Ишбулды Улы БиографияһыХәлилов Зыя Ишбулды Улы ХәтерХәлилов Зыя Ишбулды Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреХәлилов Зыя Ишбулды Улы ИҫкәрмәләрХәлилов Зыя Ишбулды Улы ҺылтанмаларХәлилов Зыя Ишбулды Улы ВидеояҙмаларХәлилов Зыя Ишбулды Улы10 апрель13 июнь1953 йыл2009 йылЙырҠурай

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

АҡмуллаБашҡортостан Республикаһының Юғары СудыТатарҙарЗекерҒайса (пәйғәмбәр)Болан2020 йылQR-кодЯңы КаледонияБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыАзимов АйзекБраузерҒиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улыАдольф ГитлерҒаиләХанлыҡХалыҡ-ара фонетик алфавитБеренсе донъя һуғышыБаш битЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)ФлагСан-ФранцискоШыйыҡсаҠунафин Мөнир Сәхиулла улыҺыуАуырғазы районыӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанАнтипин Филипп ЛукьяновичСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Советтар Союзы ГеройыБөтһөн империализм һуғышыБадьянатх ГрупУрта быуаттарМария-АнтуанеттаВикимилекӘҙәби жанрҙарЙәһүдилекҠобайырМәсетле районыМиҙиәкКарл МарксТөрки халыҡтарЙоһанн КрюгерКәбиров Артур Зиннур улыМәжит ҒафуриЮл япрағыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМостай КәримЛазенки (парк)Иҫәкәй (Бишбүләк районы)Ахыры заманЙылҒүмәров Вил Бәшир улы1999 йылНеодимБашҡорт телеҺессенВикикитапханаБал ҡорттарыЯрлылыҡАрыҫлан петроглифтары112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыЙәләл-АбадШығай (Силәбе өлкәһе)Үрге АвстрияҠарға бутҡаһыТатар дәүләт гуманитар-педагогия университеты🡆 More