Ингрид Рагнвальдсдоттир (швед. Ingrid Ragnvaldsdotter, һ.
б.-сканд. Ingiríðr Rögnvaldsdóttir) — Стенкилдәр династияһынан швед принцессаһы, Швеция короле Оло Инганың ейәнсәре, Норвегия короле Харальд IV Гиллиҙың ҡатыны, Швеция короле Магнус Хенриксендең һәм Норвегия короле Инга Горбундың әсәһе.
Ингрид Рагнвальдсдоттир | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Норвегия |
Титул | королева-консорт[d] |
Тыуған көнө | 1100-сы |
Вафат булған көнө | 1161 |
Атаһы | Рагвальд Ингессон[d] |
Хәләл ефете | Харальд IV Гилли[d], Хенрик Скаделар[d], Ottar Birting[d] һәм Arne Ivarrson 'Kongsmaag', Lord of Stodreim[d] |
Балалары | Инги I Горбун[d], Магнус Хенриксен[d], Orm Ivarsson[d], Николас Арнессон[d], Maria (?)[d], Margaret Haraldsdatter[d], Margret Arnadottir av Stodreim[d], Knud Henriksson[d], Ragnvald Henriksson[d] һәм Buris Henriksen[d] |
Нәҫеле | Династия Стенкилей[d] |
Ингрид Рагнвальдсдоттир Викимилектә |
Ингрид Швеция короле Оло Инганың берҙән-бер улы Рагнвальдтың ҡыҙы. Уның атаһы швед короле Оло Инга тере саҡта уҡ вафат булған.
Ингридты инәһе, Маргарита Фредкулла, иренең туғаны, Дания короле Нильстың энеһе, Скаделор Хенрикҡа кейәүгә бирә. Никахта бер нисә улы тыуыуына ҡарамаҫтан, никах бәхетһеҙ булып сыға. Ингрид һөйәркәһе менән бергә иренән ҡасырға маташа, әммә тотола. Хенрик ҡатынының ҡасырға маташыуында туғаны, король Эрик I улы Кнуд Лавардты ғәйепләй. 1131 йылда Хенрик Скаделор Кнуд Лавардты үлтереүҙә ҡатнаша. Был енәйәт король Нильсҡа ҡаршы баш күтәреүгә килтерә, ихтилалды Кнуд Лавардтың бер туған ҡустыһы Эрик Эмуне күтәрә. 1134 йылдың июнь айында хәл иткес алыш була, унда Эрик Эмуне король Нильс улы Көслө Магнус ғәскәрен ҡыйрата. Алышта Хенрик Скаделор һәм Магнус һәләк була.
Тол ҡатын Ингридты Эрик Эмуненың союздашы Харальд Галли ҡатынлыҡҡа ала. 1135 йылда уларҙың улы Инге тыуа. Бер үк ваҡытта Харальд Галли Тора Гуттормсдоттир менән дә йәшәй. 1136 йылдың декабрендә Тора янында төн үткәргән король власть өсөн дәғүәсе көндәше Сигурд Слембе тарафынан үлтерелә. Яңы королдәр итеп сабый Инге, Ингридтың улы һәм уның энеһе Тораның өс йәшлек улы Сигурд иғлан ителә.
Ингридтың өсөнсө ире — Арней Иварссон Стодрейм була, ул сагала Ингеның «конунгтың» үгәй атаһы тип атала. Унан башҡа Ингридтың Ивар Пруттан законһыҙ тыуған улы була. Король әсәһе булараҡ, Ингрид улының власть өсөн көндәштәренә ҡаршы алып барған көрәшендә әүҙем ҡатнаша. Һуңғараҡ Ингридтың Хенрик Скаделорҙан тапҡан өлкән улы Магнус ҡыҫҡа ғына ваҡыт Швеция короле булып тора. Әммә 1161 йылдың февралендә Инге һәм Магнус, береһе Норвегияла, икенсеһе Швецияла үлтерелә. Ингридтың артабанғы яҙмышы тураһында бер нәмә лә билдәле түгел.
Ивар Прут менән бәйләнештә — Иварссон Орм улы Орм Иварссон.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ингрид Рагнвальдсдоттир, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.