Дравид Телдәре

Дравид телдәре (шулай уҡ дравидий телдәре) — башлыса Һиндостанда (айырыуса көньяҡ өлөшөндә), шулай уҡ Пакистанда, көньяҡ Афғанстанда, көнсығыш Иранда (брахуи теле), өлөшләтә Шри-Ланкала, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә, Һинд һәм Тымыҡ океандары утрауҙарында һәм Көньяҡ Африкала һөйләшкән Көньяҡ Азия (Һиндостан) субконтинентындағы телдәр ғаиләһе.

Дравид телдәре
Таксон

ғаилә

Статусы

дөйөм танылған

Таралыуы

көньяҡ һәм үҙәк Һиндостан, Белуджистан

Аралашыусылар һаны

200+ млн

Классификацияһы
Категорияһы

Евразия телдәре

Ностратик макроғаиләһе (гипотеза)

Составы

гондвана, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш, үҙәк, көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ

Айырылыу ваҡыты

Б.э.т. IV мең йыллыҡ

Тел төркөмөнөң кодтары
ГОСТ 7.75–97

дра 185

ISO 639-2

dra

ISO 639-5

dra

Дравид Телдәре
Төп дравид телдәренең таралыуы

85 дравид телендә аралашыусыларҙың дөйөм һаны — 200 миллиондан ашыу. Әммә уларҙың 95 проценттан ашыуы телугу, тамил, каннада һәм малаялам телдәрен ҡуллана.

Классификацияһы

М. С. Андронов буйынса телдәр ғаиләһенең классификацияһы:

  • төньяҡ-көнбайыш төркөм
    • брауи (брагуи, брахуи)
  • төньяҡ-көнсығыш төркөм
    • курух
    • малто
  • үҙәк төркөм
    • гадаба
    • колами
    • найки
    • парджи
  • гондвана төркөмө
    • гонди
    • конда
    • куви
    • куи
    • манда
    • пенго
  • көньяҡ-көнсығыш төркөм
  • көньяҡ-көнбайыш төркөм
    • тулу
  • көньяҡ төркөм
    • каннара, йәки каннада
    • кодагу
    • кота
    • малаялам
    • тамил
    • тода

Дравид телдәренең ҡайһы берҙәре (ерукала, кайкади, курумба, беллари, корага һәм башҡалар) насар өйрәнелгән, һәм теге йәки был төркөмгә ҡарауы аныҡланмаған. Дравил телдәрендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны әлеге ваҡытта 200 миллиондан ашыу. Шул уҡ ваҡытта уларҙың 90 проценттан ашыуын «ҙур дравид дүртәүе» — телугу, тамил, каннада һәм малаялам телдәренә тура килә. Уларҙың мең йылдан ашыу яҙма һәм әҙәби традициялары (иң боронғо тамил ҡомартҡылары беҙҙең эраға тиклем II—I быуаттар менән билдәләнә) һәм Һиндостандың Андхра-Прадеш, Тамилнад, Керала һәм Карнатака штаттарының рәсми телдәре статусы бар.

Тарихы

Боронғо заманда дравид телле ҡәбиләләр Фарсы ҡултығынан (Элам) алып Бенгал ҡултығына тиклем, төньяҡта Урта Азияның көньяҡ-көнбайыш төбәктәренә тиклем киң таралған булған; уларҙың боронғо төйәге Иран территорияһы булған тигән фраз бар. Дравид телдәре иҫәбенә шулай уҡ элам теле (брауи теле был ваҡытта элам һәм башҡа дравид телдәре араһындағы аралаш звено булып тора) һәм бәлки (һаҡланып ҡалған ҡомартҡыларҙың шифрланған хәле насар булыу сәбәпле) Мохенджо-Даро һәм Хараппаның — Һинд йылғаһы үҙәнендәге «боронғо һинд» мәҙәниәттәре теле инә.

Донъя фәне кире ҡаҡҡан ностратик гипотеза яҡлы Георгий Старостин тикшеренеүҙәренә ярашлы, элам теле дравид телдәре менән яҡын туғанлыҡта түгел, ә бәлки, ностратик һәм афразия телдәре араһында бәйләүсе звено булып тора.

Яҙмаһы

Дравид телдәрен яҙыу өсөн башлыса һинд яҙмаһының төрлө варианттары ҡулланыла.

Башҡа ғаиләләр менән туғанлыҡ

Дравид телдәре төньяҡ Һиндостан телдәренең (һинд, бенгал, пенджаб һәм башҡалар) күпселегенә яҡын түгел. Улар һинд-европа ғаиләһенә ҡарай һәм Һиндостан территорияһына сағыштырмаса һуңыраҡ — моғайын, беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың аҙағына, үтеп ингән.

Дравид телдәрендә һөйләшеүселәр Һиндостанда йәшәүсе, шулай уҡ индуизм нигеҙенә ятҡан мифологик системаны үҫтергән Һинд йылғаһы үҙәнендәге цивилизация булдырыусы булған, тигән фараздар күп булған. Шулай уҡ дравид телдәре Һиндостанда һәм Иран таулығында таралыу алғандыр, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, был өлкәләге күпселек гипотезалар бөгөнгө көндә лә фәнни бәхәстәр тыуҙыра.

Евразия телдәренең алыҫ туғанлығы тураһындағы ностратик гипотезаға ярашлы, дравид телдәре һинд-европа, афразия, картвель, урал һәм алтай телдәре менән бергә ностратик макроғаиләгә инә. Әммә был позицияны төрлө белгестәр тәнҡитләне, ул бик бәхәсле тип иҫәпләнә һәм уның һығымталарын ностратик телдәр теорияһын ҡараған йәки, иң насар осраҡта, тулыһынса хаталы йәки, иң яҡшы осраҡта, ышандырырлыҡ булмаған күп компаративсылар ҡабул итмәй.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Андронов М. С. Дравидийские языки. М., 1965. — 124 с.
  • Андронов М. С. Дравидийские языки. — В кн.: Языки Азии и Африки, т. II. М., 1978
  • Андронов М. С. Сравнительная грамматика дравидийских языков. М., 1978
  • Гуров Н. В. Дравидийские языки // Лингвистический энциклопедический словарь. — М.: СЭ, 1990. — С. 139—140.
  • Дыбо В. А., Пейрос И. И. Проблемы отдаленного родства языков // Вестник АН СССР. 1985. № 2.
  • Дьяконов И. М. Языки древней Передней Азии. М., 1964.
  • Старостин С. А. Сравнительно-историческое языкознание и лексико-статистика // Лингвистическая реконструкция и древнейшая история Востока. Ч. 1 М., 1989).
  • Krishnamurti, B., The Dravidian Languages, Cambridge University Press, 2003. ISBN 0-521-77111-0

Һылтанмалар

Ҡалып:Викисловарь-кат

Tags:

Дравид Телдәре КлассификацияһыДравид Телдәре ТарихыДравид Телдәре ЯҙмаһыДравид Телдәре Башҡа ғаиләләр менән туғанлыҡДравид Телдәре ИҫкәрмәләрДравид Телдәре ӘҙәбиәтДравид Телдәре ҺылтанмаларДравид ТелдәреАфрикаАфғанстанИранКөньяҡ-Көнсығыш АзияПакистанТымыҡ океанШри-ЛанкаҺинд океаныҺиндостанҺиндостан ярымутрауы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ОзонҠытайҙағы мәҙәни инҡилапҠаҙағстанБәйләүес1873 йылГеографик координаталарБашҡорт балыТөркиәЭнциклопедияБашҡорттарISO 3166-1Октябрь (Ҡарасай)Исламда фәрештәБлогГазХәйбуллин Ишморат Нәзир улыБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыЯнцзыҺүҙбәйләнеш7 февральБилл ГейтсХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыПрограммалау телеБашҡортостан ҡоштарыЯмал-Ненец автономиялы округыТверь өлкәһеSkypeИхтиандрТуйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙыМуса ЙәлилКилешБүреТемператураОрёл өлкәһеХрущёв Никита СергеевичЕйәнсура районыМария ЧеботарьӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQIWIҠуштауФинанстарИлГамеланДоткомдар ҡыуығыБиблия5 февральЭлектроникаВикикитапханаБөжәктәрБашҡорт телеБатанов Бәхетғәлей Николаевич2009 йыл24 майҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыБөрйән районыУльтрафиолет нурланышСыуаш милли кейемеҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыБаязит БикбайБашҡортостан РеспубликаһыӘбделҡадир Инан🡆 More